Йәшәйеште биҙәгән байрам24.05.2016
Бөгөн Өфөләге “Башҡортостан” дәүләт концерт залы алдындағы майҙанда Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәренә арналған байрам концерты була.

Сарала Башҡортостандың Дәүләт академия хор капеллаһы, “Йәштәр ижады” үҙәгенең “Мелодия” ансамбле, Өфө ҡалаһының балалар һәм йәштәр коллективтары сығыш яһай. Байрамды ойоштороусылар әйтеүенсә, бындай саралар тормошобоҙға йәм өҫтәй, бер-беребеҙҙе яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә.
Әйткәндәй, бындай саралар илебеҙҙең бөтә төбәктәрендә лә үткәрелә. Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының эш төркөмө субъекттарҙағы хор коллективтары өсөн берҙәм репертуар төҙөгән. Концерт программаһына милли биҙәктәр өҫтәү өсөн төбәк халыҡтарының музыкаль әҫәрҙәре лә йәлеп ителә. Башҡортостанда Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре 29 май­ға тиклем барасаҡ.


Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.



Вернуться назад