Төшөргә һәм төшөрөргә өйрәтәләр24.05.2016
“Башҡортостан-Синемастан” күргәҙмә-форумына ярашлы Өфө художество галереяһында “Башҡортостандың йәш киноһы” программаһы һәм Йәкшәмбе асыҡ майҙансығы ойошторолдо. Сара Катрина Душанбаеваның “…12…” студияһы менән таныштырыуҙан һәм балалар, үҫмерҙәр өсөн актерлыҡ оҫталығы буйынса дәрестәрҙән башланды.

Катрина Душанбаева әйтеүенсә, яңы студиялағы уҡыуҙарҙа тренингтар, уйындар ҡулланыла. Улар сәхнәгә сыҡҡанда йәки камера алдында эшләгәндә психологик кәртәләрҙе ҡаршылыҡһыҙ үтеүгә йүнәлтелгән. Актер тренингтарында уҡытыусылар үҙеңде тоторға, иғтибарҙы, фантазияны үҫтерергә, ваҡытты һәм киңлекте үҙләштерергә ярҙам итә. “…12…” студияһында сценарий һәм образ үҙенсәлектәрен өйрәнеү генә түгел, спектакль ҡуйыу, фильм төшөрөү мөмкинлеге лә бар.
“Башҡортостандың йәш киноһы” программаһына ярашлы режиссер Вадим Вәлиуллин һәм оператор Артем Айсин менән ижади осрашыу ҙа ойошторолдо. Тамашасыларға “Террорсы” фильмы тәҡдим ителде.


Вернуться назад