Балалар ялға әҙерләнә24.05.2016
Быйыл Башҡортостанда балаларҙы ял иттереүгә һәм һауыҡтырыуға 1 миллиард 566,2 миллион һум аҡса бүлеү күҙаллана. Республикала 2 680 балалар һауыҡтырыу ойошмаһы үҙ ишектәрен асасаҡ.

Әйткәндәй, төбәктә һауыҡтырыу учреждениеларына путевкалар һатып алыуға бүленгән 1,5 миллиард һумдан тыш, ойошмалар, ата-әсәләр, профсоюздар ҙа үҙ өлөшөн индерәсәк. Ҡала ситендәге һауыҡтырыу лагерҙарына путевкаларҙың уртаса хаҡы – 15 687 һум, шифаханаларға иһә – 18 200 һум.
2016 йылда 329 мең баланы ял һәм һауыҡтырыу сараларына йәлеп итеү ҡарала. Улар араһында етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 9 мең бала ла бар.


Вернуться назад