Ярҙам кәрәкһә, ғариза яҙ24.05.2016
Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты 25 майҙан йүнселдәрҙе лизинг шарттарында төп средстволар менән тәьмин итеү өсөн ғаризалар йыя башлай.
Был аҡса бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам йөҙөнән лизинг фондын төҙөү һәм файҙаланыу тәртибенә ярашлы бүленә. Ентеклерәк мәғлүмәтте дәүләт комитетының, шулай уҡ Башҡортостандың Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам фондының сайттарында табырға мөмкин.