Төбәк Башлығы өлгөһө24.05.2016
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөләге “1000 велосипедсы көнө” фестивалендә ҡатнашты. Халыҡ-ара велосипедсылар көнөнә арналған байрамда ҡатнашыусылар менән бергә республика етәксеһе Ленин исемендәге майҙандан алып Конгресс-холға тиклемге юлды велосипедта үтте.
Өфөлә алтынсы тапҡыр уҙғарылған спорт байрамы 11,5 мең кешене йәлеп итте. Велоуҙыштың дистанцияһы – 10 километр, трассаны үтеү ваҡыты бер сәғәт самаһы ине.
Рөстәм Хәмитов велохәрәкәттең иң әүҙем ағзалары менән ҡалала ошо өлкәләге инфраструктураны үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе, барыһын да спорт менән шөғөлләнергә саҡырҙы.
“1000 велосипедсы көнө” баш ҡалабыҙҙа тәүге тапҡыр 2011 йылдың майында уҙғарылғайны. Сочиҙағы Олимпия уйындары башланыуға 1000 көн ҡалғас ойошторолған. Ул фестивалдә Өфөнән һәм күрше райондарҙан 1000 кеше ҡатнашты. Сараға килеүселәр 2012 йылда – 2 меңгә, 2013 йылда – 3,5 меңгә, 2014 йылда – 5,5 меңгә, былтыр иһә 8 меңгә етте.