“Бөгөн булһын, күп булһын, тип кенә йәшәп булмай...”24.05.2016
“Бөгөн булһын, күп булһын,  тип кенә йәшәп булмай...” Һуңғы бураҙналарға орлоҡ һалынып, тығыҙланып ҡуйҙы. Шуны ғына көткәндәй, әлегә тиклем Урал һырттарына эленеп, бына-бына һытылам тип торған болоттарҙың да түҙемлеге бөттө – ергә тупылдап эре тамсылар тамды. Крәҫтиән өсөн миҙгелдең тәүге бите шуның менән ябылды.
Фазылйән ярҙамсыларын ҡайтарып ебәргәс тә машинаһында оҙаҡ ултырҙы. Буй-буй тәҙрәһен йыуған ямғыр тауышын тыңлап, һепергесе таҙартҡан арала ап-асыҡ күренгән баҫыуҙарына, тирә-яҡҡа күкһел ҡалҡан булған тау-урман теҙмәләренә, эргәлә ялтырап ятҡан күлдең болот шәүләһен сағылдырыуын ҡарап ултырыуы танһыҡ ине. Был ер – уныҡы! Был ер – балаларыныҡы, тыуасаҡ ейән-ейәнсәрҙәренеке! Ошо тойғо күңеленә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ рәхәтлек, киләсәге өсөн йәненә сихәт бирә. Быны тик ул, уның һымаҡтар үткән юлдарҙағы ауырлыҡтарға сыҙағандар, кәмһенеү, һораныуҙарға түҙгәндәр, ошоларҙы йырып сығып, башҡарылғандарының тәүге ҡыуаныстарын кисергәндәр генә аңлай торғандыр. Ер тойғоһо…
Фазылйән Садиҡов үҙ­аллы эш баш­ларға оҙаҡ икеләнеп йөрөй. Бер уй­ла­һаң, ул саҡта – яңы быуат башында – ни етмәй инде: бөтә яҡлап та күне­гелгән колхоз әлегә йәшәй, кем әйтмеш­ләй, аҡмаһа ла тамып тора, үҙе ферма мөдире… Юҡ шул, фермерлыҡ хәрәкә­тенең тәүге йылдарында уҡ ынтылып ҡуйған, йөрәге тәңгәлен өйкәп торған тойғо эске бер ситлекте емерергә була ҡайҙалыр аш­ҡына. Ошо ынтылыш тәүәк­кәл­леккә этәрә лә тәүҙә колхоздан сығыуға, һуңынан крәҫтиән (фер­мер) хужалығы ойош­тороуға ғариза яҙҙыра, хакимиәт тупһаһы аша атлата, ҡалын ишектәрҙе астыра.
“Бөгөн булһын, күп булһын,  тип кенә йәшәп булмай...”Тәүҙә Садиҡовҡа ауыл эргәһенән генә егерме биш гектар ер бирәләр, һуңғараҡ тағы утыҙҙы өҫтәйҙәр. Билдәле, ҙур Ахун ауылы халҡының малы “потрава” яһап өйрәнгән баҫыу: кеше менән һүҙгә килешкән саҡтар ҙа, ултырып илар мәлдәр ҙә аҙ булмай. Шуға ла, бар көсөн туплап, илле биш гектар ерҙе уратып, кәртәләп алырға ҡарар итә ул саҡта үҙ эшен башлап ҡына торған фермер. Әйтеүе генә анһат: илле биш гектар! Ҡайһы кеше, ғәфү итегеҙ, ихатаһын да… Хәйер, һүҙ улар хаҡында түгел, Фазылйән һымаҡ тырыштар тураһында.
Малсылыҡ тармағын һайлай Садиҡов. Мал йәнле кеше, тиҙәр ундайҙарҙы. Ҡасандыр Аксен ауыл хужалығы техникумында зоотехник һөнәрен алыуы ла, унан һуң колхозда тәжрибә туп­лауы, ферма мөдире йөгөн тартыуы ла бик ныҡ ярҙам итә. Бында бит мал ҡарау, һөт тапшырыу ғына түгел, документ эштәрен дә тейешенсә тулты­рыр­ға, һалым инспекцияһы менән бәйләнештә булырға тейешһең. Һуңғыһын ҡатыны Гөлнара башҡара. Ҡыҙы Әлиә иһә Силәбе ҡалаһында юғары уҡыу йортон тамамлаған – сауҙа буйынса белем алған. Денис улдары армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан. Бөгөн атаһының уң ҡулы тиһәң дә була.
– Башта биш һыйырҙан баш­ла­­ғайным. Хәҙер инде алтмыш һауын һыйыры бар, бөтәһе йөҙ һикһәнгә яҡын, – ти фермер. – Тырышһаң, яйлап арттырып бу­ла. Тик бөгөн кәрәк тә, шундуҡ күп кәрәк, тип йәшәргә ярамай. Аттарым да, һарыҡтарым да етә…
Береһе лә бер нәмә лә килтереп бирмәй. Эшләгән кешегә генә ярҙам иткеһе килә бит ул. Садиҡовтарҙың тырыш ғаилә­һен районда ла күрәләр. Ғаилә һөтсөлөк фермаһы програм­маһында ҡатнашып, грант алған. Эш башлауы ауыр булһа ла, төшөнкөлөккә бирелмә­гәндәр нисек тә әмәлен таба. Бөгөн төрлө программалар бар. Һуңғы ваҡыт яңылары өҫтәлеп тора. Тик тәүҙә эшләй алғаның­ды иҫбатла ла документ­тарыңды ваҡытында тупла. Бигерәк тә яңы программалар сыҡҡан саҡта.
Садиҡовтарҙың йәйен ҡаҙ үҫте­реүен, йыл әйләнәһенә бура буратыуын, таҡта ярҙырыуын да әйтмәйенсә булмай. Ергә сәсеп, сәселгәнде үҫтереп кенә техникаға ла, хужалығыңды киңәйтергә лә еткереү мөмкин түгел. Беҙ, хәбәрселәр, кемделер яҙғанда уңыштарын һанап сығыусанбыҙ. Был аңлашыла, сөнки һәр ҡаршылыҡты теҙә башлаһаң, яңы эш башлағандар төңөлөр ине. Шуға һөҙөмтәләр артында уңышһыҙлыҡтары ла ятыуын, йоҡоһоҙ төндәр, төшөнкө уйҙар ҙа булғанлығын уҡыусы үҙе төшөнөр. Һис юғы, был юлдар аңлағандар өсөн.
– Бер ерҙән алабыҙ ҙа икен­сеһен ямай­быҙ, бармаһа – этә­рәбеҙ, – тип шаярта Фазылйән. – Күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп, зарлана башлаһаң, зары етә инде ул…
“Алып ямау”ға килгәндә, мә­ҫә­лән, беҙ барғанда ғына Са­диҡов, элиталы орлоҡ һатып алып, һуңғы гектарына сәскәйне, солярка килтерткәйне. Ҡасан­дыр лизингка һатып алған өс “МТЗ-82”, тағы ла ике “Т-40”, бер “К-700” трак­торҙарын, “Кам­АЗ” машинаһын эшләтергә кәрәк бит. Шулай уҡ иҫке колхоз фермалары ла бушҡа килмәгән.
Оло юлға сығып, ҙур эш башлаған­һың икән, тимәк, ышаныслы ярҙамсы­ларһыҙ булмай. Мал ҡараусылар Фәнил Мөрсә­лимов, Фәрит Әхмәтов, Нияз Фәйрүзов, һауынсы Хәмдиә Шакирова, механизаторҙар Юлай Фәйрүзов, Тимер Абдуллиндар һис һынатҡаны юҡ.
Беҙҙең халыҡ берәй кеше тураһында һөйләгәндә “ҡандан килә, нәҫеле шул бит” тип һыҙыҡ өҫтөнә алыусан. Ысынлап та, Са­диҡовтар – тынғыһыҙ нәҫел. Фазылйәндең ҡустыһы Наилде генә алһаҡ та, бөгөн ул йылҡы тота, тоҡомло һарыҡтар үрсетә. Иң мөһиме, эштәрен дауам итеүселәр бар – тәбиғәт ҡануны шулай, тормоштоң мәғәнәһе лә шул.









Вернуться назад