Айырылмайыҡ, дуҫым!24.05.2016
“Башҡортостан” гәзитенән айырылғаным юҡ. Тормошобоҙҙо төрлө яҡлап сағылдырыуы, аралашыу мөмкинлеге тыуҙырыуы менән ҡиммәт ул.
Республикабыҙҙағы төп милли баҫма менән үткән быуаттың 50-се йылдарынан алып дуҫмын. Эшләгән осорҙа үҙем гәзит-журналға яҙылыуҙы ойоштора торғайным. Әле лә, 80 йәштә булһам да, матбуғат баҫмаларын таратыуҙа ҡатнашырға тырышам, халыҡты уларҙы алдырырға әйҙәйем.
“Башҡортостан” гәзите йылдан-йыл үҫә, камиллаша. Абруйы, әһәмиәте һәр ваҡыттағыса юғары кимәлдә. Гәзит йәмғиәтте яҡшы ғаиләләр, уңған, изге маҡсатына өлгәшкән кешеләр өлгөһөндә тәрбиәләй, замандаштарыбыҙҙың тормош-көнкүреше менән даими хәбәрҙар булырға, тарихты өйрәнеүгә һәм башҡа төрлө йәһәттән ярҙам итә, кәңәштәр бирә. Киләсәктә лә бергә булайыҡ, ҡәҙерле “Башҡортостан”!