Исемдәрҙә – “тере” тарих24.05.2016
Күрше-тирәләге Озерный, Баттал, Аһылай, Ҡаҙаҡҡол, Ҡобағош ауылдары кешеләре менән осрашып әңгәмәләшкәндә, уларҙың, айырыуса йәш быуындың, ер-һыу атамаларын онотоуын белеп йә яңыртып һөйләүен ишетеп йән әрней. “Анауындағы ялан, бынау таш, теге түбә, аръяҡтағы шишмә, түбәндәге һаҙлыҡ”...

Ә бит һәр төбәктә борондан килгән атамалар, барлыҡ ер-һыуҙың үҙ тарихы бар. Мәҫәлән, беҙҙең Оҙонгүл ауылы ти­рә­һендә Оҙонғор, Кәмәс, Ташҡаҙған, Сахра, Һыуыҡбил, Тор­һай, Сейәбар, Буҙат тип йөрөтөлгән тау һырттары күренә. Атамалары ҡайһылай матур яңғырай!
Был тауҙар араһында Аҡман, Ташыуа, Ҡылы, Азамат утары, Тәкәлек, Кәбән­ташаҫты, Ҡарағайаҫты, Атбил яландары йәйрәп ята. Улар аша ағып үткән йылға-шишмәләрҙең дә үҙ исеме бар. Мәҫәлән, Ҡылы, Таһир, Атбил, Ҡарабиҙәү, Ҡараһаҙ, Мунса­ғәле, Көсөкбай, Әсәт, Сөрөлмәк... Улар Оҙонгүлде туйындырһа, Ҡуш­ҡойо менән Көржәкәй Янсыҡты күленә ҡоя.
Эреле-ваҡлы ҡалҡыулыҡтар ҙа етерлек. Әйтәйек, Эзбизтүбә, Аратүбә, Кәзә­түбә, Сейәлетүбә, Аҡынтүбә, Зыйыҡтүбә, Аҡсаҡайтүбә, Шаһиттар, Мунсағәле, Ҡолоғай, Ҡырҙас, Хәтирә түбәләре – халыҡтың яратҡан урыны.
Бынан тыш, беҙҙең Оҙонгүл һәм Ҡа­ҙаҡҡол ауылдары осонан Белорет менән Верхнеуральск ҡалаһын тоташтырған оло юл үтә. Уның буйында тарихи урындар байтаҡ. Верхнеуральск яғынан башлағанда, Аҡтүбә, Түгелмә, Ташҡаҙған, Оҙонғор, Тирмән күпере, Ҡалмыҡ түбәһе, Һыуыҡбил, Ҡоҙғонояһы, Мүкте кеүек күркәм урындарҙы, Бурһыҡ тауындағы Туғыҙбаш ҡаяһын, Белорет янындағы Мата йылғаһы буйын һанап китергә мөмкин. Бында Граждандар һуғышы осоронда ҡаҙылған окоптар, пулемет, пушка урындары әле лә һаҡлана.
Эйе, һәр урындың һәм төбәктең үҙ тарихы, шуға бәйле исем-атамаһы бар. Уларҙы белеү — һәр кемдең бурысы.







Вернуться назад