Әсәйме, әллә инәйме?24.05.2016
Әсәйме, әллә инәйме? Әҙәм күрке — йөҙ, тел күрке — hүҙ, тигән ата-бабабыҙ. Үҙ-ара аралашып, хәбәрләшеп, hөйләшеп, тел күрке булған hүҙҙәргә шул тиклем күнеккәнбеҙ, уларҙың килеп сығышы, асылы, мәғәнәhе тураhында уйлап та ҡарамайбыҙ, бәғзеләрен телмәрҙә урынлы ла ҡулланмайбыҙ. Беҙҙе ғүмер буйы оҙата барған, күңелебеҙгә иң яҡын инәй (инә), әсәй (әсә) hүҙҙәренең дә тамырын, тарихын, башҡа ҡәүемдәрҙәге әйтелешен белмәйбеҙ. Хатта тел төбөн, hүҙ асылын тәрән төшөнөргә hәм төшөндөрөргә тейешле белгестәр, уҡытыусылар ҙа быға әллә ни әhәмиәт бирмәй.
Боронғо Ҡытай мифологияhында hәм тәбиғи фәлсәфәhендә инь вә ян төшөнсәhе бар. Быға ярашлы “йәшәйештә бөтә үҙгәрештәрҙең сәбәбе ике көс-ҡөҙрәттең үҙ-ара тәьҫир итешенә бәйле. Улар парлы, йәғни бергә ҡушылыусан, берләшеүсән. Инь — ҡатын-ҡыҙ башлан­ғысы, ҡараң­ғы­лыҡ (төньяҡ, ер, ай, йоп hан...) символы. Ян — ир башланғысы, яҡтылыҡ (көньяҡ, күк, ҡояш, тормош, таҡ hан...) билдәhе. Фараз ҡылыуҙарынса, боронғо ҡараш буйынса был символик мәғәнә асылына түлләнеү, үрсеү, уңыш алыу, фаллос культы hалынған. Ян (күк) менән инь (ер) бер-береhенә ынтыла hәм тулыhынса ҡушыла. Шул арҡала донъя йәшәй, тормош, тереклек дауам итә. Ҡатын-ҡыҙ, ир башланғыстары, йәғни боронғо символик асыл, фаллос hымаҡ сығынты hәм ҡатын-ҡыҙ енесе билдәhе рәүешендә боронғо бронза hауыттарҙағы иконографияла сағылған. График hүрәт­ләнештә яндың инь эсендә hәм индең ян эсендә яралыуы тамсылар рәүешендәге сүмесбаштар hымаҡ күрhәтелгән”.
Шулай итеп, ҡатын-ҡыҙ башланғысы — инь (ин), йәғни инә, инәй. Ир баш­лан­ғы­сы ян (йән) уның менән йәрәшеп, ҡушылып, икеhе бергә түлләнеүгә, бәпәй яралыуға нигеҙ hала. Ата бәпәйгә ҡот (йән) бирә. Әйткәндәй, профессор С.П. Толстов беҙҙең эраның баштарында Урал тауҙары буйында янь (йән) ырыуы йәшә­үен, уның Кангуй-Хорезм дәүләтенә йәнлек тиреhе илтеүен күрhәтеп үтә.
Боронғо Иран ҡомартҡыhы “Авеста­ла”­ғы Йима, уның ҡатыны Йимак, Хума, “Урал батыр“ эпосындағы Йәнбирҙе, Йәнбикә, Урал, Һомай образдарында ир-егет hәм ҡатын-ҡыҙ башланғыстары төҫмөрләнә. “Урал батыр”ҙа әйтелеүенсә, “Һин атаңдан ҡот йыйған, hин инәңдән hөт имгән”. Ошо мәғәнәhендә ҡот — тереклек, яҡтылыҡ, именлек, әүҙемлек бирер нәмә, йән. Тимәк, ата — ҡот, хәрәкәт, йән. Инә (инәй) иhә бәпәйҙе тыуҙыра, имеҙә, уға имей, им, аҡ (hөт) бирә.
Ҡоттоң “йән” мәғәнәhе баланың ҡото осҡанда ҡот ҡойоу (ҡот ҡайтарыу) йолаhында ла асыҡ күренә. Боронғо төрки ҡәүемдәре мифологияhында ерҙәге ҡа­тын-ҡыҙ башланғысын hәм уңдырыш­лылыҡты кәүҙәләндереүсе алиhә (инә алла) — Май, Умай. Ул VII—VIII быуат­тарҙағы руник яҙмаларҙа осрай. Бәғзе ғалимдарҙың фекеренсә, Умай образы генетик йәhәттән иран мифологияhындағы үҙенең күләгәhен төшөрөп кенә лә кешене бәхетле иткән Хумай ҡошо (Һомайғош) менән бәйле. Умай уғыҙҙарҙа — инә ҡарынында бәпәйҙе ҡурғаусы, ҡаҙаҡтарҙа, телеуттарҙа (тиләүҙәрҙә), шор халҡында — бәпәйҙәрҙе ҡурсалаусы hәм hаҡлаусы инә, рух. Умай төшөнсәhе монгол телендә инәлек, балаятҡы тигәнде белдерә. Бында инә башланғысы бик асыҡ сағыла. Ул мал-тыуарҙы, йорт-ҡураны hаҡлаусы ла. “Урал батыр”, “Аҡбуҙат” эпостарында Һо­май — ҡоштар батшаhы Самрау менән Ҡояштан тыуған ҡыҙ, аҡҡош ҡыҙ, Уралдың ҡатыны, Иҙел батырҙың инәhе, Уралда аҡҡош булып түл йәйеп, аҡҡош тыуын үрсетеүсе, йәғни түлләнеүҙе ҡурғаусы.
Ҡытай мифологияhында ҡатын-ҡыҙ башланғысы инь (ин) булhа, hинд-иран, фин-уғыр, төрки-монгол халыҡтары мифологияhында — Умай (Май, Убай, Һо­май). Инь, Умай, Һомай, аңлауыбыҙса, инә зат тигәнде аңлата. Шуға иғтибар итәйек: ғәрәпсә инәй — уммун. Тимәк, Умай — инәй. Быны ғәрәп теленән ингән башҡорт, татар ҡатын-ҡыҙ исемдәре лә дәлилләй: Өмиә, Өммиә — инә кеше; Өммөхаят — инә-тормош; Өммөгөлсөм — инәнең алhыу йөҙлө балаhы; Өммөниса — инәнең ҡыҙ балаhы; Өммөкамал — инәнең камил балаhы; Өмөямал — инәнең hылыу ҡыҙы...
Тереклек, үҫемлек донъяhында йән­лектәргә, хайуандарға, ҡош-ҡортҡа, гөл-сәскәләргә ҡарата инә енеслегә инә hүҙе ҡулланыла: инә мал, инә hарыҡ, инә бесәй, инә айыу, инә мышы, инә арыҫлан, инә ҡаҙ, инә hуйыр, инә ҡорт, инә hырғанаҡ... Бер кем дә әсә мал, әсә ҡаҙ, әсә айыу, әсә ҡорт тип hөйләмәй. Бөтә башҡорт та шулай ти: быҙау инәhенә ҡушылған; ҡолон инәhенә эйәргән; күскә инә ебәрҙем; инә ҡаҙҙан уңдым...
Донъяға килгәс тә бәпәй ы-ы, ығы, ым, эм, им, кеүек өн-ымлыҡтарҙан ғына торған тауыш сығара, теше сыҡҡансы с өнөн, әсәй hүҙен әйтә алмай, ашар ашын да мәм, мәмәй, ти. Инәй иhә балаhына эмей (имсәк) бирәм, тип бәпәй кеүек hөйләшә, әлли-бәлли, бәлли-бәү тип йырлап, уны бәүетә, йоҡлата. Сөнки был – тереклек итә башлау мәлендә бәпәй менән hөйләшеү, аңлашыу теле. Әлми мәлендә балаға инәй, әнәй тиеүе еңел.
Инәй, иней, әней, әни, әнкәй, әнәй, әсәй терминдарының таралыу даирәhен барлайыҡ. Арғаяш, Һалйот, Мейәс, Дим hөйләштәрендә, Башҡортостандың төнь­яҡ-көнсығышында, урта өлөшөндә — инәй; көньяҡ-көнбайышында, көньяҡ-көнсығышында — әней; төньяҡ, көнба­йыш, көньяҡ-көнбайыш тарафтарында — әни; урта өлөшөндә, көнбайышында — әнкәй; юшатыр буйында — әнәй. Халҡыбыҙҙың Барын, Табын, Әй, Ҡатай, Күбәләк, Тиләү, Мең ырыуҙары, Ҡурған, Силәбе, Свердловск, Ырымбур (Туҡ буйы), Һамар башҡорттары, йәғни ҡәрҙәштәребеҙҙең күбеhе инәй тип hөйләшә. Ҡыпсаҡтар, бөрйәндәр, үҫәргән­дәр, түңгәүерҙәр, тамъяндар (көньяҡ диалект, Ҡыҙыл hөйләше) әсәй, ти.
Әсәй hүҙе – Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш диалектына ғына хас күренеш. Әзәй төшөнсәhе иhә Учалы районының ҡайhы бер ауылдарында өләсәй мәғәнә­hендә ҡулланыла. Төрки телле халыҡ­тарҙа инәй (мама) асылында әсә, әсәй hүҙҙәре осрамай. Дәлил өсөн башҡа телдәрҙә инә, инәй төшөнсәләренең әйтелешен барлайыҡ hәм күҙаллайыҡ. Башҡортса — инә, инәй, иней, әсә, әсәй, әсей, татарса — ана, әни, әнкәй, hөй­ләштәрҙә инәй, ҡаҙаҡса — ана, шеше, апа, уйғырса — ана, ҡумыҡса — ана, азербайжанса — ана, төрөксә — ана, анне, үзбәксә — она, тажикса — она, модар, удмуртса — анай, сыуашса — анне, ҡарағалпаҡса — ана, ене, апа, мариса — ава, ҡырғыҙса — эне, апа, нуғайса — ана, абай, венгрса — ануа, ануика, яҡутса — ийә, хакасса — иче, ине, ҡурдса — ине, иник, эвенкиса — энин, энен, эни, ненецса — небя, невкэй, адыгейса — ны, алтайса — эне, төркмәнсә — эне, эже, ҡалмыҡса — эк, монголса — эх, ижий, эжж, муҡшыса — тядяй, тяряй, тяряняй, тядяняй, тидяняй, японса — хаха, ка:тян, ҡытайса — мюҡин, хиндиса — ма, амм, маж, мата, ғәрәпсә — уммун, немецса — муттер, инглизсә — маҙе, мамми, американса — мам, ма, русса — мать, мама...
Әле ҡарап үткән ҡәрҙәш hәм сит телдәрҙә инә, инәй мәғәнәhен аңлатҡан hүҙҙәрҙең бер нисәhенән башҡа бөтә­hендә лә н, м өндәре бар. Уларҙың ғәмәлдә бер оянан, тамырҙан барлыҡҡа килеүе бәхәсhеҙ. Был өндәр, hүҙҙәр ояhында hәм донъяhында с өнө, әсәй hүҙе юҡ. Төркмәнсә эже, хакасса — ича, монголса — эх, ээж hүҙҙәре генә әсә, әсәйгә яҡыныраҡ hымаҡ. Мәгәр хакасса инә — ине, монголса оло инәй иhә эмэг эх тип тә әйтелә. Ҡаҙаҡса өләсәй — эже, шеше, хакасса атай буйынса өләсәй — улуг иче, инәй буйынса — таиче, тече. Ҡырғыҙса hеңле — харындаш, эже, сиңли, монголса апай — эгч...
Әсәй төшөнсәhе ҡайҙан килеп сыҡҡан hәм нимәне аңлата hуң? Шуға төшөнөргә тырышып ҡарайыҡ.
Ирҙең ҡатынын, йәмәғәтен башҡорттар бисә лә ти. Бисәкәй, бисә-сәсә, байбисә, бейбисә hүҙҙәре бар. Байбисә — бай ҡатыны, бейбисә бей ҡатыны hымаҡ аңлашыла. Йәнә hырға туйында егет яғының батыры еңhә, ҡыҙ байбисә иҫәпләнә hәм ире уның өҫтөнән ҡатын алырға хоҡуҡ яулай. Көрәштә иhә ҡыҙ яғының батыры еңеү яулаhа, ҡыҙ бейбисә hанала, йәғни ире тағы ла ҡыҙ йәрәшә алмай. Әүәл ҡатын-ҡыҙҙың исемен әйтмәй, байбисә, бейбисә, байбикә тип кенә лә өндәшкәндәр. Байбикә хатта исем булып киткән. Бисә-сәсә hүҙе бисәләр, йәғни күплек мәғәнәhен аңлата. Бында сәсә тигәне иғтибарҙы йәлеп итә. Ул әсә hүҙе менән тамырҙаш, мәғәнәләш hымаҡ тойола.
Тел белеме ғалимы Э.В. Севортян бисә, йәғни биче hүҙен руссаға жена, госпожа тип тәржемә итә. Ул асыҡлауынса, бисә ҡабарҙа-балҡар халыҡтарында — бийче, ҡараим телендә hәм уның hөйләштәрендә — бийча, биче, бийце, татар телендә hәм диалектында — бичә, пицә, балҡарса — бице, абаканса — пиче, лобнорса — пичә, кондомса, шорса — пече. Хакасса иhә бисә түгел, ә өлкән апай — пиче. Нанай телендә asi төшөнсәhе иhә ҡатын, бисә тигәнде аңлата. Asi hүҙе әсә кеүек ишетелә.
Оло бисә, байбисә, байбикә (госпожа) ирҙең йәш бисәләренең балаларына оло сәсә, оло әсәй (госпожа) hымаҡ килеп сыға. Йәнә йола буйынса кәләшенә ирҙең инәhе, апалары — хужабикә, хакимлыҡ итеүсе, бойороусы. Уларҙың ихтыярын, hүҙен үтәү киленгә — ҡанун. Быны, мәҫәлән, килендең иренең инәhенә бейем, би анам тип өндәшеүе лә раҫлай.
Тимәк, бисә — боронғо төрки халыҡтарында бей (би, бий) әсә hүҙбәйләнешенең ҡыҫҡартылған варианты рәүешендә нығынып, “хужа ҡатын, хужа бикә”, йәғни ырыу, ғаилә инәhе мәғәнәhендә ҡулланылған.
Был hығымта йәмғиәттең матриархат осоро йола-ҡанундарына тап килә. Ысынлап та, телебеҙҙә хәҙерге заманға тиклем “ил инәhе” төшөнсәhе hаҡланып, уның тамырҙары архаик дәүерҙәге инә башланғысына, бей бисә, бай бисә эстәлегенә барып тоташа.
Бей hүҙенең инә башланғысын белдереп торғаны ла тоҫмаллана. Әйтәйек, был бейә (инә ат) hүҙендә лә сағылып ҡалған. Бей әсәнең (оло ҡатындың), йәғни бисәнең мәғәнәүи асылы — ҡәрҙәш, нәҫелдәш, туғандаш кешеләр өсөн ғаилә, ырыу башы, башланғыс зат. Әсәй hүҙенең боронғо бейбисә, байбисә, йәғни оло ҡатын-ҡыҙ мәғәнәhе башҡорт телендәге өләсәй (оләсәй), әзәй төшөнсәләрендә бик асыҡ сағылған.
Шуға ла әhәмиәт бирәйек. Инәй уйғыр телендә ана булhа, апай (старшая сестра) — ача, hеңле (младшая сестра) — сиңил, апай-hеңле (сестры) — ача-сиңил. Үзбәксә инәй — она, оло апай — эгачи. Азербайжанса апай — бачы, хакасса — пиче, монголса — эгч. Шулай итеп, апайҙы белдергән ача, эгачи, бачы, пиче, эгч төшөнсәләре әсә, әсәй hүҙҙәренә ауаздаш. Быны Н.В. Бикбулатов та иғтибарға ала:
“Башкирское юго-восточное әсәй по своему фонетическому облику ближе стоит к варианту ача (соответствие башкирского с исконно тюркскому ч), известному в туркменском, письменном чагатайском языках и кумандинском наречии алтайского языка, среднечулымскому ича и хакасскому iче(м). Одна из разновидностей этого слова әпсәй, бытующая в Баймакском р-не БАССР (кызыльский говор) (мы здесь намеренно отвлекаемся от возможной структуры этого варианта — әбә + (ә)сәй), непосредственно примыкает к термину апчi в уйгурском, алтайском (лебединское и телеутское наречия) языках...”
Инә асылы, инә төшөнсәhе, инәй hүҙе ҡандан ҡанға, нәҫелдән нәҫелгә, телдән телгә күскән, hис ҡасан юғалып ҡалмаған. Дәреслектәрҙә, китаптарҙа, гәзит-журналдарҙа яҙылып, мәктәптәрҙә әсәй тип өйрәтhәләр ҙә, хәҙер ҙә башҡорт халҡының күпселеге инәй тип hөйләшә. Тәпәй баҫҡанда инәй тип теле асылған бала өсөн әсәй hүҙе артабан бары тик яҙма әҙәби тел hүҙе генә булып ҡала.
Радионан, телевидениенан әсәй тип hөйләү, йырлау ҙа, матбуғат баҫма­ларында авторҙарҙың инәй hүҙен күҙ ҙә йоммай әсәй hүҙе менән алыштырыу ҙа, яҙыусыларҙың, шағирҙарҙың китаптарында фәҡәт әсә, әсәй тип яҙыу ҙа hәм башҡа юлдар менән ҡалыпҡа hалырға маташыу ҙа үҙгәреш килтермәй. Шуға ла хәҙерге башҡорт әҙәби телендә әсә, әсәй hүҙҙәре менән бер ҡатар инә, инәй hүҙҙәрен ҡулланыуҙы ғәмәлләштереү бик мөhим, сөнки Башҡорт илендә уларҙың ҡулланылыш даирәhе ифрат та киң.

Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ,
филология фәндәре кандидаты.



Вернуться назад