Нур өләшеп, янып йәшәне24.05.2016
Нур өләшеп, янып йәшәне Тирә-яҡ шул тиклем матур! Һалҡын ҡыштан һуң бар тәбиғәткә йәшәү һуты йүгерә: үләндәр морон төртөп йәшәрә, тәүге сәскәләр күңел кәрәҙен һуғара, безелдәп бал ҡорттары оса, һабантурғайҙар бейеккә-бейеккә күтәрелеп моңон һуҙа, сыйырсыҡтар, турғайҙар сыр-сыу килә, һандуғастар һайрай, әтәс, борғоһон ҡысҡыртып, тауыҡтарын саҡыра, ҡаҙҙар бәпкәләренә һөйөнөп ҡаңғылдаша...
Ошо мәлдә Хажиәхмәт менән Нәғимәнең дә тәүге ҡыуаныстары донъяға килә. Был ҡараҡай сабыйға бәхет теләп, Хоҙай уң битенә килешле генә итеп миң дә һалған. Ләкин йәштәрҙең шатлығы оҙаҡҡа бармай: теүәл ай тигәндә ҡәһәрле һуғыш сыға. Әле яңыраҡ ҡына нурға сумған ғаләмде һөрөм баҫа. Хажиәхмәтте лә тәүге көндәрҙән үк фронтҡа алалар. Ә Нәғимә тыуған ауылы Йәнырыҫтан (элекке Маҡар районы) күрше районға эшкә китергә мәжбүр була. Айлыҡ ҡына балаһы Наиләне иң өлкән бер туған апаһы Ғәлиәлә ҡалдыра. Оҙаҡламай уның да ире Әхмәт Яппаров илен һаҡларға китә. Шулай итеп, ҡатын колхоз эшенә лә егелә, кескәй сабыйҙы ла астан тилмертмәҫкә, сирләтмәҫкә тырыша.
Ул саҡта ауыл тормошо бик ауыр була: әҙәм күтәрә алмаҫлыҡ һалымдар быуа, “таяҡ”ҡа эшләһәң дә, заемдарҙы аҡсалата түләргә тейешһең, аҙыҡ етмәй. Бирешмәй Ғәлиә: 12-14-әр сәғәт баҫыуҙа, ырҙында тир түкһә лә, донъяһын да яҡшы ҡарай
Наиләгә биш йәш тулыуға, 1946 йылда атаһы иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Ул саҡта күптәр Урта Азия тарафына, башҡа яҡтарға төҙөлөшкә киткән була. Ғиззәтуллиндар ҙа Ҡырғыҙстанға юллана. Ғаиләне ишәйтеп, Наиләнең һеңлеһе һәм ике ҡустыһы тыуа. Күпселектә уларҙы ун йәштәр самаһындағы ҡыҙыҡай ҡарап ҡала. Нисек кенә тырышмаһындар, ғаилә аҙыҡҡа, кейемгә тейенеп китә алмай. Етмәһә, яйлап тарҡалыуға табан бара.
Наилә менән ҡустыһын әсәһе кире Башҡортостанға — олаталарына — ҡайтара. Күпмелер ваҡыттан Белорет эргәһендәге Үҙәнбаш леспромхозынан ҡайтҡан Ғәлиә менән ире Әхмәт Наиләне ҡабат үҙҙәренә алырға ҡарар итә. Шулай итеп, ҡыҙ урман-тау ҡосағында йәшәй башлай. Әлбиттә, бындағы эшсенең дә хәле әллә ни яҡшынан булмағандыр. Әммә барактарҙа электр уты яна, иң мөһиме — төрлө тарафтан йыйылған халыҡ “тере” аҡса ала.
Наилә башҡа балалар менән бергә алты саҡрым аралыҡта ятҡан ауылдағы мәктәпкә йөрөп уҡый. Көн һайын ун ике километр юл үтә. Етенсе класты маҡтау ҡағыҙына тамамлай. Унан хыялы Белорет медицина училищеһына илтә. Бында тырыш ҡыҙ бар күңелен уҡыуға бирә, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, спортҡа ылыға. Бигерәк тә шахмат буйынса уңышҡа өлгәшә: йәштәштәре араһында Белорет ҡалаһы чемпионы исеменә лайыҡ була. Наилә шулай уҡ яйлап массаж серҙәренә өйрәнә, боронғоса һылауҙың көсөнә инана.
Училищены уңышлы тамамлағас, ҡыҙға Ленинградтағы инс­титутта педиатр һөнәрен алыу өсөн махсус йүнәлтмә бирәләр. Бына-бына уға ҙур ҡалалағы уҡыу йортоноң ишеге асылырға ғына торғанда... Беҙ осраштыҡ. Мин, Өфөләге нефть институтын тамамлап, Көньяҡ Ҡаҙағстанға эшкә китергә тейеш инем. Туғандар менән күрешеү өсөн Үҙәнбашҡа барҙым. Шунда таныштыҡ. Ә өсөнсө көнөнә инде ҡауышып, нефть ятҡылыҡтарын эҙләү экспедицияһына юлландыҡ.
Наилә кеше менән бик тиҙ аралашып, дуҫлашып китеүсән ине. Уйлап ҡараһаң, гелән ҡом бурандары уйнаған, йыландар, саяндар мыжғыған сикһеҙ далалағы базала тәүҙә ашнаҡсы ярҙамсыһы, һуңынан инде әллә нисәмә ҡышлаҡҡа берҙән-бер дауаханала шәфҡәт туташы булып эшләү еңелдән булмағандыр. Ә бит ни бары өс кенә көн таныш инек. Ошо күрешеү, тәүге мөхәббәт ғүмерлеккә нығынды.
Ҡаҙағстанда дүрт йыл йәшәгәс, Өфөгә ҡайттыҡ. Әлбиттә, бер ҡайҙа ла еңел түгел. Фатирға төшөүҙәр, шарттары булмаған шәхси өйҙәрҙә йәшәү... Тағы бер һынау, тормош тәжрибәһе туплау булдымы: Алжирҙа ла йәшәп ҡайттыҡ. Ҡаҙағстанда Наилә урындағы халыҡ менән ҡаҙаҡ телендә таҙа итеп һөйләшһә, Африка илендә шунда уҡ французса, алжирса өйрәнде. Ҡайҙа ғына булһаҡ та улдарыбыҙ Вадим менән Марат туған телен белеп үҫте. “Совет Башҡортостаны” гәзитен, “Ағиҙел” журналын СССР илселеге аша Алжирҙа ла алдырҙыҡ.
Өфөлә йәшәгән 1965 — 2011 йылдар арауығында Наилә Башҡорт дәүләт медицина институтының киске бүлегендә уҡыны, БДУ-ның биология факультетын тамамланы. Баш ҡалалағы тормоштоң тәүге көндәренән үк Республика клиник дауаханаһында эш башлап, тәүҙә неврология бүлегендә шәфҡәт туташы, һуңынан яңы асылған лабораторияла табип-лаборант булды. 1986 — 2011 йылдар эсендә профсоюз ойошмаһына етәкселек итте. Бурыстарын гелән намыҫлы үтәне. Шуға ла бөгөн хеҙмәттәштәре уны ҙур хөрмәт менән иҫкә ала. Әйтеүҙәренсә, Наилә Хажиәхмәт ҡыҙы йыл һайын ике йөҙләп балаға йәйге лагерҙарға путевка юллаған, 127 хеҙмәткәр ер алып, шәхси йорт төҙөй алған. Кешеләргә ярҙамсыл ине шул. Ул башлаған шахмат буйынса ярыш бөгөн үҙенең исеменә бағышланып, медицина хеҙмәткәрҙәре араһында үткәрелә. “Медик” клубы стенаһына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.
Ярты быуатҡа яҡын тырыш хеҙмәте өсөн Наилә Хажиәхмәт ҡыҙына “БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән юғары исем, “Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ветераны” тигән почетлы звание бирелде, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы, федераль һәм төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтарының почет грамоталары, миҙалдар тапшырылды. Бер нисә йыл рәттән Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының үҙәк комитеты ағзаһы, республиканың Йәмәғәт палатаһында һаулыҡ һәм хеҙмәтте һаҡлау буйынса комиссияның эшсе төркөмөндә булды. Ҡыҫҡаһы, барлыҡ ғүмерен ысын мәғәнәһендә кешеләргә, яратҡан коллективына, ғаиләһенә бағышланы.
Халыҡта шундай әйтем бар: ваҡыт үткән һайын ҡайғылар яйлап уңала бара, һәм ысынбарлыҡ менән килешәһең, яҙмышыңа буйһонаһың. Беҙҙең ғаиләлә, киреһенсә, мин — һөйгәнемде, балалар — әсәһен, ейәнсәрҙәр — өләсәһен, бүлә-бүләсәрҙәр ҡартәсәһен юҡһына. Иҫтәлектәремде Наиләнең һүҙҙәре менән тамамлағы килә: “Башҡаларға яҡтылыҡ өләшеү өсөн үҙем янам, тиҙәр. Ләкин мин ундайҙарҙың янмайынса, башҡаларға оҙаҡ-оҙаҡ юл яҡтыртыуын теләр инем”.





Вернуться назад