Ғөмүмән алғанда, бер сиктән икенсеһенә ташланыу — халҡыбыҙҙың холоҡ-фиғеленә, менталитетына хас күренеш. Бөгөн мәктәптә башҡорт телен уҡытыуға бәйле хәл дә шуға оҡшаш. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында милли мәктәптәр әүҙем тергеҙелде, сәскә атты. Башҡорт телен, үҙ халҡыңдың тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү һөҙөмтәһендә башҡорттар үҙ асылына ҡайта алды. Быуаттарҙы артылып, башҡа халыҡтарҙа күҙәтелмәгән матди һәм рухи ҡиммәттәрҙе бар ҡылған, уларҙы яҡлап һәм һаҡлап ҡалған халыҡтың тарихы асыҡ күҙ алдына баҫты.
Башҡорт мәктәбе ысынлап та тергеҙелде. Ул буш урында барлыҡҡа килмәне. Был мәктәп йөҙ йыллыҡ тарихҡа эйә. Башҡорт халҡының белем биреү системаһын, революцияға тиклемге Рәсәйҙең һәм совет дәүләтенең бай дәүләт-хоҡуҡи көйләү тәжрибәһен, баһалап бөткөһөҙ педагогик тәжрибәне файҙаланып, ҡайтанан тыуҙы ул.
Әйткәндәрҙе дәлилләү өсөн башҡорт мәктәбенең аяҡҡа баҫыуында һәм үҫешендәге төп дәүерҙәргә күҙ һалайыҡ. Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарға бәйле ғилми мәсьәләләр менән бер нисә тиҫтә йыл шөғөлләнәм. Шуға күрә архивтар ярҙамында беҙҙең көндәргәсә һаҡланып ҡалған земство һәм дәүләт органдары документтарындағы факттарға һылтанмаҡсымын.
ХIХ быуат аҙағында, Рәсәй йәмғиәте демократлаштырыу, конституция идеялары, халыҡтарҙың милли үҙаңы үҫеш кисергән мәлдә, мәктәптә туған телдә уҡытып, милли үҙенсәлектәрҙе сағылдырырға ынтылған осорҙа башҡорт мәктәбенә нигеҙ һалына. Тап ошо дәүерҙә халҡыбыҙҙың әҙәби теле яйға һалына, тарихи тамырҙарҙы, үҫеш юлдарын тәрән аңлау, фәлсәфәүи идеялар, мәғрифәтселек ҡараштары барлыҡҡа килә. Шуға күрә милли мәктәптең үҫеш юлы — халыҡта рухи-әхлаҡи өлгөргәнлек дәрәжәһен сағылдырған дәлил ул. Был күренештәрҙең барыһы ла ХХ быуат башында башҡорт халҡының дөйөм Рәсәйҙәге үҫешкә ҡушылыуын сағылдыра.
Тәүҙәрәк бындай уҡыу үҙәктәре земстволар тарафынан ҡатнаш урыҫ-башҡорт башланғыс мәктәптәре рәүешендә ойошторола. Ҡайһы бер етешһеҙлектәргә ҡарамаҫтан, улар халыҡты белем нигеҙҙәренә һәм халыҡ-ара теләктәшлеккә йәлеп итеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.
1896–1904 йылдарҙа урыҫ-башҡорт һәм урыҫ-татар мәктәптәренең һаны 2,3 тапҡырға артҡан. 1900 йылда Өфө губернаһында ғына ошондай 61 мәктәп эшләгән. 1917 йылда башҡорт мәктәптәренең һаны 191-гә еткән һәм Башҡортостандағы дәүләт мәктәптәре араһында 9,8 процентты тәшкил иткән. Уларҙа 86 кеше эшләгән (бөтә уҡытыусыларҙың 3 проценты). Уҡыу йорттарында 18 339 уҡыусы белем алған (төбәктәге барлыҡ уҡыусыларҙың 18,92 проценты).
Шул йылдарҙа земство етәкселеге Бөрө өйәҙенең Бөрө, Арыҫлан, Борай башҡорт мәктәптәренең яҡшы эшен айырып билдәләгән. Бөрө өйәҙенең Айбүләк, Байҡыбаш, Ҡаңныҡ, Түбәнге Ҡудаш һәм Подлубовый ауылдарында ла үҙаллы башҡорт мәктәптәренең асылыуы билдәле.
ХIХ быуаттың икенсе яртыһында Ырымбур губернаһында башҡорт мәктәптәре байтаҡ булған. 1867 йылда Иманғол олоҫонда ойошторолған Иманғол башҡорт мәктәбе лә шулар иҫәбендә. Земство эшмәкәрҙәре уны Рәсәйҙең көнсығышындағы иң боронғо урыҫ-башҡорт мәктәптәренең береһе тип атаған. ХХ быуат башында уға Ҡазан гимназияһын тамамлаған Садиҡ Мөхәмәҙиев етәкселек иткән. Мәктәп ҡарамағында интернат та булған. Ырымбур губернаһындағы Псәнчин (1902 йылда асыла), Теләүембәт (1874), Бикҡужа (1906), Йомағужа (1905), Мораҡ (1900), Әбсәләм һәм Отрада (1877) башҡорт мәктәптәре лә замандаштарының тормошонда ҙур урын биләгән.
Совет осороноң тәүге йылдарында автономиялы милли мәктәптәр асыуға һәм туған телдә белем алыуға хоҡуҡ тормошҡа ашырылды. Мәктәп йәшендәге 25 бала булған һәр ауылда дәүләт мәктәбе ойошторола. Шул осорҙа халыҡты мәктәп биналары менән тәьмин итеү буйынса төплө дәүләт сәйәсәте бойомға ашырыла, 20-се йылдар башында башҡорт мәктәптәре өсөн ағас биналар күпләп һалына. Ауыл уртаһындағы ошо бер ҡатлы ағас мәктәптәр тиҫтәләрсә йыл дауамында мәғариф һәм мәҙәниәт усағы булып ҡала килде. Уҙған быуаттың 70-се йылдарында мәктәп төҙөүгә колхозсылар ҙур тырышлыҡ һала. Шуға күрә әүәлге биналар, бөгөн ярым емерек хәлдә булыуға ҡарамаҫтан, халҡыбыҙҙың һәм оло быуын тарихының үҙенсәлекле ҡомартҡыһы булып тора. Һәр кеше мәктәп аша үтә, ул уның тормошонда ҙур ғына этапты биләй.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа милли мәктәп ныҡлыҡҡа һынау үтә. Уларҙың һанын ҡыҫҡартыу сәйәсәте тормошҡа ашырыла. Һөҙөмтәлә ҡатнаш мәктәптәргә әйләнеп ҡайтыла. Ике һәм өс телле мәктәптәр ойошторола. Әммә милли мәктәп үҙ асылын һаҡлап ҡалды һәм күп милләтле йәмғиәттең тәбиғи-тарихи үҫешендә үҙенең мөһим элемент булыуын раҫланы. Ул күп милләтле дәүләттәге мөнәсәбәттәр тигеҙлеген һаҡлап үҫтерелде. Тап шуға күрә хәҙерге милли мәктәп тә халҡының тамырҙарына нигеҙләнә. Был тамырҙар уны һәр саҡ һуғара, мәсьәләләрҙе хәл итеү юлын табырға ярҙамлаша.
Әле лә башҡорт телен уҡытыуға бәйле проблемалар юҡ түгел. Ләкин халҡыбыҙҙың рухи-әхлаҡи асылын сағылдырған, үҙенсәлекле һәм бик боронғо телебеҙҙе оноторға ярамай. Заманса йәмғиәттә йәшәйбеҙ. Кешеләр, уларҙың берләшмәләре араһындағы мөһим мөнәсәбәттәр хоҡуҡ һәм ғәмәлдәге ҡануниәт менән көйләнә. Федераль ҡануниәт туған телде өйрәнеүҙе, уҡытыуҙы тыймай. Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы кешенең үҙбилдәләнешкә, милләтен күрһәтеүгә хоҡуғын нығыта, уны таный. Ошоно раҫлап “Рәсәй Федерацияһында милли-мәҙәни автономия тураһында”ғы Федераль законда, кешеләр туған телен һәм мәҙәни үҙенсәлеген һаҡлап ҡалыу өсөн этник билдә буйынса йәмәғәт ойошмаларына берләшә ала, тип аныҡ билдәләнә. Граждандарыбыҙ шулай уҡ туған телдә уҡырға, тәрбиәләнергә, ижад итергә, аралашырға хоҡуҡлы.
Уҡыусыларҙың ата-әсәһе ошо конституцион хоҡуҡты һәм азатлыҡты тормошҡа ашырыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Сөнки, “Мәғариф тураһында”ғы Федераль законға ярашлы, ата-әсәләр һәм уларҙы алмаштырған кешеләр бәлиғ булмаған балаға белем алыу юлын һайлай. Был йәһәттән өлкәндәрҙә ватансылыҡ ниндәй дәрәжәлә һәм улар йыш ҡына милли мәктәп өсөн шарттар тәьмин итеү мәшәҡәтен үҙ иңенә алырға теләмәгән урындағы властың, мәктәп етәкселегенең ихтыярына буйһонмаймы икән тигән һорау тыуа. Илебеҙҙә дәүләт власы менән бер рәттән муниципаль власть эшләй. Ул ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы эш итергә, халыҡтың ихтыяжын иҫәпкә алырға тейеш. Ә тормош күрһәтеүенсә, ҡайһы бер урындарҙа милли мәктәпте иҫкелек, хатта боронғолоҡ ҡалдығы итеп күрһәтергә, йә булмаһа туған телдә уҡытыуҙы тыйыу сәйәсәте тураһында фекер тыуҙырырға тырышалар. Әммә был дөрөҫлөккә тап килмәй. Мәктәп, шулай уҡ ауыл муниципалитеттары етәкселәренең был йәһәттән тәүге дәлиле — уҡыусыға Берҙәм дәүләт имтиханы аша аттестация үткәреү. Имтиханға бәйле ҡыйынлыҡтар бар, әлбиттә, әммә ул уҡытыу теленә түгел, ә уның сифатына бәйле. Шулай ҙа Берҙәм дәүләт имтиханы йыш ҡына ата-әсәләрҙе, уҡыусыларҙы ҡурҡытыу сараһы булараҡ файҙаланыла.
Бөгөн алдынғы ҡарашлы уҡытыусылар һәм йәмғиәт ағзалары мәктәп белем генә түгел, тәрбиә биреү менән дә шөғөлләнергә тейеш тигән мәсьәләне күтәрә. Шул уҡ ваҡытта милли мәҙәниәт һәм тел һәр халыҡтағы, тотош донъялағы дөйөм кешелек ҡиммәттәре иҫәбенә ингән төшөнсәләрҙе һәм күренештәрҙе (гуманизм, дуҫ-ҡәрҙәшлек, ихтирам, толерантлыҡ һ.б.) үҙенә туплап ойошҡан һәм үҫкән. Кешеләр араһында йылы мөнәсәбәттәр булһын өсөн бөгөн, иң элек, тап ошо нигеҙҙәргә таянырға кәрәк.
Был йәһәттән башҡорт теле уҡытыусыһының әһәмиәте икеләтә арта. Әлбиттә, ул әүҙем ижади һәм методик эш алымдарын белергә, оҫта һәм намыҫлы булырға тейеш. Был — тәбиғи педагогик эшмәкәрлек. Әммә бөгөн, айырыуса ҙур булмаған ауылдарҙа, башҡорт мәктәптәре ябыла икән, тимәк, эш урындары ла юғаласаҡ. Ә эш урыны күҙ асып йомған арала юҡҡа сыҡһа ла, яңыһы һирәк булдырыла. Шуға күрә замана уҡытыусыһы социаль тормоштағы һәм мәғарифтағы хәл-шарттарҙың үҙ-ара бәйлелеген аңларға, уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре менән эшләгәндә хоҡуҡи алымдарҙы дөрөҫ ҡулланырға тейеш. Сөнки, алда әйткәнемсә, конституцион хоҡуҡтан һәм азатлыҡтан файҙаланып, үҙенең балаһы өсөн уҡытыу алымын тап улар һайлай.
Бөгөн телебеҙҙе һаҡлап ҡалыуға тағы ла бер мөһим фактор йоғонто яһай. Башҡорт мәктәбендәге уҡытыусы рухи нигеҙгә, рух көсөнә эйә булырға, иң мөһиме, ул яңы йөҙ йыллыҡ башында туған телдә уҡытыуҙың мәғәнәһе төп рухи-әхлаҡи тамырҙарға мөрәжәғәт итеүгә, “туған телдә уҡый алам һәм уҡырға теләйем” тигән хоҡуҡты тормошҡа ашырыуға ғына ҡоролмауын аңларға, ә цивилизациялы дәүләттә йәшәгәнгә күрә, ошо хоҡуҡты закондарҙа нығытыу теләген сағылдырырға тейеш. Педагогик тәжрибә күрһәтеүенсә, ошондай уҡытыусы ғына һәр халыҡтағы ҡиммәттәрҙе баһалай һәм ихтирам итә белгән шәхес тәрбиәләй ала.
Лена СӨЛӘЙМӘНОВА,
тарих фәндәре докторы,
Өфө дәүләт нефть техник
университеты профессоры.