Дуҫ ниндәй була?20.05.2016
“Үҙеңде һәр саҡ тыңлап тормаһа ла, дуҫыңа ҡарата яҡшы бул, дорфалыҡ күрһәтһә лә, бәйләнештәрҙе өҙмә”, – тигән Ғәли хәҙрәт.
“Дуҫ кеше ниндәй булырға тейеш?” тип һорағандарға пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: “Осрашҡан сағында Аллаһты йыш хәтергә төшөргән, тирә-йүнде танып-белеү даирәңде киңәйткән дуҫ – иң яҡшыһы”, – тип яуаплаған.
Күкрәк киреп йөрөмә
Мосолман баҫалҡы булыуы менән көслө.
Наҙандар килеп, үҙҙәренсә һүҙ ҡатҡанда ла, улар: “Әс-сәләмү ғәләйкүм!” – тип өндәшә. “Ололанып, күкрәк киреп йөрөмә. Ерҙе лә тишеп сыға алмаҫһың, түбәң дә тауҙар бейеклеге кеүек була алмаҫ”, – тип өйрәтә Ҡөрьән.
Тәкәбберлек менән маһайыу – наҙанлыҡтың бер сифаты.