Насарлыҡтың нигеҙе – асыу20.05.2016
Насарлыҡтың нигеҙе – асыу “Арағыҙҙа кемде иң көслөһө тип һанайһығыҙ?” – тип һораған бер мәл Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм сәхәбәләренән. Улар иһә: “Ҡеүәте ташып торғанды”, – тип яуаплаған. “Юҡ, – тигән пәйғәмбәребеҙ. – Арағыҙҙа иң көслөһө – асыуы килгәндә үҙен тыйып ҡала белгән кеше”.

Мосолман урынлы-урын­һыҙға ярһып кит­мәй, нәфсе ҡотҡоһона бирелмәй, ас күҙле булмай. Ул үҙен ҡыйырһыт­ҡандарҙы ла ғәфү итә, наҙан­дарға ҡарата тү­бән­селек күрһәтә, һаран­лан­май, саманың сиген үтеүгә юл ҡуймай.
“Барлыҡ насарлыҡ­тың асҡысы – асыу” тигән хәҡиҡәтте онот­маҫҡа саҡырған дин әһел­­дәре. Пәйғәмбә­ре­беҙ Аллаһ ризалығы өсөн нәфрәттән тыйылып ҡала белгәнгә Раббыбыҙҙың яза биреп бармауы хаҡында әйткән. “Ундайҙың күңелен Хаҡ Тәғәлә тынғылыҡ һәм иман менән тулыландырыр”, – тигән.


Вернуться назад