Тарихтың яңы биттәрен асып20.05.2016
Тарихтың яңы  биттәрен асып Һуңғы йылдарҙа дингә иғтибар артыу менән элекке бәғзе күренештәргә яңыса баһа бирә башланыҡ. Исеме тарих сәхифәһенән нахаҡҡа һыҙылған шәхестәрҙең яҙмышын өйрәнеү – быға аныҡ миҫал. Уларҙың кисергәндәре хайран ҡалдыра, күңелдәребеҙҙә ҙур ихтирам, ҡылған изгелектәренә ҡарата сикһеҙ һоҡланыу уяна. Ошондай шәхестәребеҙҙең береһе – Фазулла Дәминев.


Урта хәлле крәҫтиән нәҫе­ленән ул. 1894 йылда Ырымбур губернаһындағы Бөрйән-Ҡыпсаҡ олоҫоноң Яңы Себенле (элекке атамаһы – Яман­болаҡ) ауылында тыуа. Баш­ланғыс белемде шундағы мәҙрәсәлә алған малайҙы Ырымбурҙағы уҡытыусылар мәктәбенә ебәрәләр. Һәләтле, урыҫ телен яҡшы белгән Фазулла йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, белем алыу менән бер рәттән урындағы банкта штаттан тыш тәрже­мәсе булып эшләп, иҡтисади ғилемен нығыта.
Абруйлы уҡыу йортон уңыш­лы тамамлаған егет 1915 йылда Яңы Себенле мәктәп-мәҙрәсәһенә мөғәллим итеп тәғәйенләнә. Унда эшләү дәүе­рендә Фазулла Дәминев белем биреүҙең заманса ысулдарын индереүгә күп көс һала. Ауыл халҡы уны хөрмәтләп, яратып, ихтирам менән “Фазулла хәл­фә” тип йөрөтә. Мөғәллим дәү­ләттең берҙәмлеге, ҡеүәте, именлеге, өмөтлө киләсәге өсөн янып йәшәй, шәкерт­тәренең Ватанына кәрәкле кеше булып етешеүен теләй. Ошоға бәйле мәктәп-мәҙрә­сәләрҙең (унда тирә-яҡ ауыл­дарҙан ғына түгел, башҡа олоҫтарҙан да килеп белем алалар) ҡеүәтен күтәреү, уҡы­тыу эшен камиллаштырыу маҡсатында яңы программа тәҡдим итә. Унда мәҙрәсәләргә мөғәллимдәр әҙерләү өсөн педагогик уҡыу йорттары асыу, башланғыс дөйөм белем би­реү мәктәптәрен ойоштороу, уҡытыу планын төҙөгәндә ерле халыҡтың, йәмәғәт ойошма­ларының ихтыяжын иҫәпкә алыу кеүек пункттар була. Проект тулыһынса ҡабул ителмәһә лә, ҡайһы бер өлөштәре тормошҡа ашырыла.
Фазулла хәлфә мәктәп-мәҙ­рәсә коллективын йәш белгес­тәр менән тулыландырыу йәһәтенән маҡсатлы эш алып бара. 1917 йыл баштарында бында уҡытыусылыҡ хеҙмәтен Фәтхулла Ваһапов, Орҡоя һәм Зәкирә Шәйәхмәтовалар, Һиҙиәт Ғөбәйҙуллиндар атҡа­ра. 1919 йылдан Фазулла Дә­минев Ҡыпсаҡ-Ете кантоны­ның халыҡ мәғарифы колле­гия­һы ағзаһы була һәм мәк­тәптәр бүлегенә етәкселек итә. Шул уҡ ваҡытта тыуған төйәген дә онотмай: унда ауылдаштары Ғисмәтулла һәм Абдрахман Ғөбәйҙуллиндар менән берлек­тә крәҫтиәндәр өсөн магазин төҙөй, халыҡ араһында аңла­тыу эше алып бара.
Урыҫса камил белгән Фазулла хәлфә ифрат оҫта оратор ҙа була. Был һәләте 1923 йылда мәғариф тармағында профсоюз комитеты рәйесе булып эшләгәндә асыҡ күренә. Ҡыйыулыҡ, үткерлек, көслө логика, урындан әйтелгән һәр репликаға йәшен тиҙлегендә яуап биреү, фекер ебен сыуалтмау... Ауыл халҡына һәм­мәһен аңлайышлы итеп бәйән итһә, үҙенә ҡаршының ауыҙын тиҙ томалай.
Фазулла Әһли улы 1924 – 1929 йылдарҙа “Ауыл хужа­лығы кредит ширҡәте” ойош­маһына идара итә. Маҡсат ярлыларҙы хәстәрләү, уларға матди ярҙам күрһәтеү, ауыл менән ҡала араһындағы бәй­ләнеште нығытыу була. Ойошма тарҡатылғас, Дәминев 1929 – 1959 йылдарҙа Ырым­бур­ҙағы Дәүләт банкында эшләй. Төп эшенән ситләштерелеүҙең сәбәбе аңлашылалыр.
Хөкүмәттең бихисап награ­даһына, миҙалдарға, маҡтау грамоталарына лайыҡ Фазулла Әһли улы ялға сыҡҡас та ҡул ҡаушырып ятманы. Мәҫә­лән, Ырымбур банк хеҙмәт­кәрҙәре профсоюзы колле­гияһы ағзаһы булды. 1986 йылда баҡыйлыҡҡа күсте ул. Хәлфәнең ҡулъяҙма (әлегә ташҡа баҫылмаған) әҫәрҙәре бихисап һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар өйрәнелмәгән көйө мәктәп музейында һаҡлана.
Нәҫеленә килгәндә, 1919 йылда тыуған өлкән улы Мөх­тәр Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк була; уртансыһы Рәфҡәт Ырымбур ҡалаһында Финанс-иҡтисад институтын тамамлап, 1976 йылдан Мәскәүҙең Финанс министрлығында эшләй; ҡыҙы Мөршиҙә әле Ырымбур ҡалаһында ғүмер итә.
Юғары мөнбәрҙәрҙән оран һалып, халҡыбыҙҙы мәғри­фәтле, сәғәҙәтле итеү өсөн көсөн йәлләмәгән шәхестең яҡты рухын ололап, Яңы Себенле мәктәбенә таҡтаташ эленде.

Юлай ТОЙҒОНОВ,
уҡытыусы-пенсионер.





Вернуться назад