Орлоҡ һалынды...20.05.2016
Орлоҡ һалынды... — Был ял көндәрендә баҡсаға йыйына инек, ҡалай шәп булды әле, — тип ҡыуанысын йәшермәне Сания Баязитова, көтөлмәгән бүләкте алып. Хәйер, орлоҡтарҙы бер Сания инәй ише баҡсасылар ғына алып һөйөнмәне был көндө. “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе тәҡдиме менән башланғыс алған “Уңдырышлы түтәл” акцияһы ошо айҙың аҙағынаса республиканың һәр ҡалаһында һәм районында ойошторола. Орлоҡтар башлыса баҡсасылар ширҡәте йыйылыштарында, йәрминкәләрҙә, баҙарҙарҙа таратыла.

Алдан уҡ шуны билдәләп үтергә кәрәк: республикала баҡсасылыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән бындай социаль проекттар тәүгә ойошторолмай. Әйтәйек, “Баҡсасының йорто – ғаиләнең терәге” исемле проекттың тормошҡа ашырыла башлауына биш йылдан ашты. Баҡсасыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау, баҡсасы менән кооператив етәксеһе араһында бәйләнеш булдырыу маҡсатында булдырылған проект ише “Уңды­рышлы түтәл” акцияһының да “ғүмере” оҙон булыр тип юрай белгестәр. Ни тиһәң дә, баҡса­сы­ларҙың күбеһе – оло йәштәгеләр. Ә уларҙың күбеһе хатта үҙҙәренең хоҡуҡтарын да белеп бөтмәй. Етмәһә, бөгөн иҡтисади көрсөк, импортты алмаштырыу мәсьәлә­ләре көн ҡаҙағында булғанда күптәр ғаилә ҡаҙнаһын нәҡ баҡсаһы иҫәбенә байытмаҡсы.
Әлбиттә, проекттар бар һәм улар уңышлы эшләй, әммә хәл итәһе мәсьәләләр ҙә етерлек. Мәҫәлән, шул уҡ ҡулланыусылар коопе­рацияһы әле булһа камил түгел, баҡсасыларға үҙҙәре үҫтергән аҙыҡ-түлекте һатыу ҙа мең бәлә тыуҙыра. Һәм бөгөн килеп “Берҙәм Рәсәй” партияһы әүҙемселәренең йәнә бер проектты – “Уңдырышлы түтәл” акцияһын башлап ебәреү­ҙәре бер ҙә тиккә түгел. Берен­сенән, баҡсасыларға әҙме-күпме ярҙам булһа, икенсенән, үҙебеҙҙең селекционерҙар эшмәкәрлегенә өҫтөнлөк күрһәтелә. Әйткәндәй, акция сиктәрендә таратылған орлоҡ­тарҙың барыһы ла үҙебеҙҙе етеш­терелгән. Был да тиккә түгел. Белгестәр билдәләүенсә, импорт орлоҡтар беҙҙең һауа шарттарына яраҡлаш­тырыл­маған.
– Акция сиктәрендә барлығы 40 мең орлоҡ тупланмаһы тара­тыласаҡ. Бынан тыш, һәр пакетҡа анкета ла һалабыҙ. Баҡсасыларҙан уларҙы тултырыуҙарын һорайбыҙ. Ошо рәүешле халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе асыҡламаҡсыбыҙ, – ти Рәсәй баҡсасылар берләшмә­һенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Ринат Миһранов.
Акция сиктәрендә шулай уҡ күр­гәҙмә-йәрминкәләр ҙә үткәрергә иҫәп тота ойоштороусылар. Әле иһә көҙгә саҡлы call-үҙәк эшлә­йә­сәк. Белгестәр 8 (347) 298-06-44 телефоны буйынса барлыҡ баҡса­сыларға ла юридик ярҙам күрһә­тәсәк, консультация бирәсәк.
Әйткәндәй, был йәкшәмбелә партия эсендә алдан тауыш биреү ҙә үтә. Праймеризға Рәсәй буйынса меңдән ашыу ғариза ҡабул ителһә, республиканан унда 103 кеше ҡатнашасаҡ.





Вернуться назад