Халыҡтар дуҫлығын тәбрикләп20.05.2016
Иртәгә Өфөлә “Халыҡтар дуҫлығы һәм туғанлығы — Рәсәйҙе тергеҙеүҙең нигеҙе” тип аталған Бөтә Рәсәй форумы асыла. Сарала Рәсәй Коммунистар партияһының Үҙәк комитеты рәйесе, Дәүләт Думаһындағы коммунис­тар фракцияһы лидеры Геннадий Зюгановтың да ҡатнашыуы көтөлә.

Ике көнлөк эш сәфәре барышында Геннадий Андреевич шулай уҡ В.И. Лениндың йорт-музейында буласаҡ, Стәрлетамаҡ халҡы һәм партияның әүҙем ағзалары менән осрашасаҡ тип күҙаллана. Форум кисен Салауат Юлаев майҙанында Беларусь Республикаһының легендар ансамбле “Сябры” ҡат­нашлығында митинг-концерт менән тамамланасаҡ.
А. ХУЖӘХМӘТОВА.



Вернуться назад