Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтары буйынса вәкил вазифаһына кандидаттар эҙләүгә асыҡ конкурс иғлан итте.
Республика, ә бәлки, ил тарихында тәүге тапҡыр төбәк етәксеһе дәүләт вазифаһына кандидатураны асыҡ тикшереү хаҡында белдерҙе. Әйтергә кәрәк, эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтары буйынса вәкил — яңы вазифа. Уның эшмәкәрлеген көйләүсе закон да быйыл ғына барлыҡҡа килде.
Вәкил вазифаһына кандидатураны республика Президенты Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға тәҡдим итә. Икенсе төрлө әйткәндә, был вазифаға кеше һайлап ҡуйылмай, ә биш йылға тәғәйенләнә. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика йәмәғәтселегенә гәзит аша лайыҡлы кандидат табыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итә.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек: Рәсәйҙә төрлө өлкәләрҙә — кеше, бала хоҡуҡтары, инвестициялар буйынса — вәкилдәр бар. Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары, инвестициялар буйынса омбудсмен Игорь Шуваловтың ҡарамағында эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм федераль власть органдарында уларҙың мәнфәғәттәрен сағылдырыу буйынса вәкил Светлана Халфина эшләй. “Рәсәй-2012” иҡтисади форумында Хөкүмәт Рәйесе Владимир Путин илдә эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил тигән үҙаллы институт булдырыу башланғысы менән сығыш яһағайны.
Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтары буйынса төбәк вәкилдәрен булдырыу зарурлығы хаҡында күп һүҙ алып барылды. Ульяновск өлкәһендә бындай вазифа былтыр йәй барлыҡҡа килде. Унан һуң Башҡортостан менән Пермь крайының закондар сығарыу органдары ошондай уҡ закондар ҡабул итте.
Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтары буйынса вәкил институтын булдырыу тураһындағы яңылыҡты республиканың бизнес берләшмәһе ыңғай ҡабул итте. Республикала 450 меңгә яҡын кеше, йәғни иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡтың өстән бер өлөшөнән күберәге, 136 меңдән ашыу бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъектында эшләй һәм тулайым төбәк продуктының бишенсе өлөшөн етештерә. Һуңғы йылдарҙа бәләкәй бизнестың тармаҡ структураһы ярайһы уҡ үҙгәрҙе: сауҙа өлөшө 45 проценттан 25-кә тиклем кәмене, ләкин реаль секторға, айырыуса ауыл хужалығына һәм эшкәртеү сәнәғәтенә ҡараған бәләкәй предприятиелар һаны артты.
Күп кенә эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтары боҙолоуы сер түгел. Ҙур мөмкинлектәргә эйә булған вәкил уларҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлай, ҡайһы бер мәсьәләләрҙе судҡа тиклем хәл итә аласаҡ. Әлбиттә, ул ысын мәғәнәһендә абруйлы кеше булырға тейеш. Башҡортостан Президенты тап ошондай кешене табырға саҡыра.
Конкурста ҡатнашыуға заявкалар 25 мартҡа тиклем ҡабул ителә.
А. ХӘЛИЛОВ.