Баҡса көрсөктән ҡотҡарыр20.05.2016
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа парламенттың эш төркөмөнөң сираттағы ултырышы үтте. Унда халыҡтың баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеүе өсөн шарттар тыуҙырыу, баҡса хужалыҡтары эшен көйләү һәм башҡа мәсьәләләр тикшерелде.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар бөгөн баҡсасыларҙы борсоған көнүҙәк мәсьәләләргә туҡталып үтте. Белгестәрҙең фекеренсә, бөгөн халыҡ баҡсасылыҡ менән шөғөлләнһен өсөн барлыҡ шарттар булдырылырға тейеш. Хужалыҡ алып барыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау өсөн республика һәм Рәсәй закондарына үҙгәрештәр индереү, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнергә теләгән шәхси эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү мотлаҡ. Бынан тыш, импортты алмаштырыу заманында баҡсасылыҡ менән шөғөл­ләнеүҙең иҡтисади яҡтан отошло булыуы тураһында ла оноторға ярамай. Был мәсьәләләрҙең барыһы ла кисә асылған Башҡортостан баҡсасыларының I съезында ҡарала.
(Съезд тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте киләһе һанда уҡырһығыҙ).
Л. ҒАФАРОВА.



Вернуться назад