Өфөнө күргеләре килә20.05.2016
Өфө иң танылған туристик йүнәлештәр тиҫтәһенә инде. Май байрамдарында Мәскәүҙән булған осоштарҙың күбеһе Рәсәй ҡалаларына тура килде.

Рейтингта беренсе урынды – Симферополь, икен­сене – Сочи (Адлер), өсөнсөнө иһә Минераль­ные Воды яуланы. Иң танылған йүнәлештәр тиҫ­тә­һенә шулай уҡ Санкт-Петербург, Краснодар, Махач­кала, Дондағы Ростов, Өфө һәм Калининград инде.
“Ростуризм”дың сайтында хәбәр ителеүенсә, былтырғы йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштыр­ғанда, ил эсендә туристар әүҙемлеге 15 – 20 про­центҡа артҡан. Юлламалар һатыу күрһәткестәре лә күптәрҙе Рәсәй буйлап сәйәхәттәрҙең ылыҡты­рыуы хаҡында һөйләй.
Быйыл Башҡортостандың баш ҡалаһына Германия, Канада, Швеция, АҠШ, Израиль, Норвегия, Бөйөк Британия, Дания, Испания, Чехиянан күптәр килергә теләй. Былтыр иһә был исемлеккә Канада, Германия, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, АҠШ, Италия, Испания, Израиль, Дания, Төркиә, Бөйөк Британия ингәйне.

Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.



Вернуться назад