Ғаиләгеҙгә өләсәй кәрәкмәйме?20.05.2016
Кисә Өфөлә Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың пленар ултырышы булды. Ул Башҡортостан Хөкүмәтенең 2015 йылда дәүләт мөлкәтен хосусилаштырыу һөҙөмтәләре тураһындағы отчеттан башланды. “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев баҫманың эшмәкәрлеге һәм үҫеш йүнәлештәре хаҡында һөйләне.
Кәңәшмәлә закон сығарыусылар 60-тан ашыу мәсьәләне тикшерҙе. 14 республика закон проекты икенсе һәм өсөнсө уҡыуға тәҡдим ителде. Тағы ла һигеҙ закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡабул итеү өсөн көн тәртибенә индерелде. Коммерцияға ҡарамаған, социаль йүнәлешле ойошмаларға дәүләт ярҙамы, мәҙәни мираҫ объекттары, түләүһеҙ юридик ярҙам тураһындағы закондарға төҙәтмәләр индерергә тәҡдим ителде.
Бынан тыш, “Башҡортостан Республикаһында оло йәштәге граждандар һәм инвалидтарҙы аҫрауға алған ғаиләләр тураһында”ғы закон проекты тәүге тапҡыр тикшереүгә сығарылды. Ул стационар социаль хеҙмәтләндереү ойошмаларында йәшәгән йәки ошондай ойошмаларға юллама алыу теләген белдергән өлкән йәштәге граждандарҙы һәм инвалидтарҙы ғаиләләргә урынлаштырыуҙы күҙ уңында тота.