Күптәр өй тип хыяллана…20.05.2016
Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Дәүләт советының төҙөлөш комплексын үҫтереү һәм ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеген камиллаштырыу мәсьәләләренә арналған ултырышында ҡатнашты.
Кәңәшмәлә инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуға, өр-яңы технологияларҙы файҙаланыуға, төҙөлөш өлкәһендәге ҡануниәтте көйләүгә, дәүләт-шәхси партнерлыҡ алымдарын ҡулланыуға ҡағылышлы саралар тикшерелде. Ултырышты асып, Рәсәй Президенты Владимир Путин төҙөлөш тармағының ил иҡтисадында мөһим урын биләүе хаҡында һөйләне. Ул Ҡала төҙөлөшө кодексы ғәмәлгә ингәндән һуң һуңғы тиҫтә йылда торлаҡты сафҡа индереү баҙарында ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелеүен билдәләне.
– Әммә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға ихтыяж әүәлгесә юғары ҡала. Был мәсьәләне ышаныслы баҙар механизмдары, шул иҫәптән ипотека кредитлауы ярҙамында ғына хәл итеү мөмкин, – тине Владимир Путин. – Ипотека – торлаҡ төҙөүҙең ҡеүәтле этәргесе ул. Шуға күрә Хөкүмәткә Үҙәк банк менән берлектә кредиттар буйынса ставканы түбәнәйтеү юлдарын, ипотекаға финанс ресурстары йәлеп итеүҙең яңы алымдарын эҙләргә кәрәк.
Дәүләт башлығы төҙөлөш тармағында техник көйләү һәм хаҡ ҡуйыу мәсьәләләренә лә айырым иғтибар бирҙе.