Серәкәй күп булһа, еләккә һауыт әҙерлә20.05.2016
Тәбиғәт күренешен күҙәтеү — борондан килгән ғәҙәт, сөнки бик элекке замандарҙан алып кешенең тормошо тәбиғәт күренештәренә ныҡ бәйле булған. Хәҙер ҙә игенселек һәм баҡсасылыҡтағы уңыштарыбыҙ күп йәһәттән йылдың нисек килеүенә, һауа торошона, яуым-төшөмдөң булыу-булмауына бәйләнгән.
Шуны әйтергә кәрәк: тәбиғәт тураһындағы халыҡ һынамыштарының күбеһе ысынға тура килә. Миҫал итеп бер нисәһен генә алайыҡ.
=Болоттар бер өйкөмгә йыйылһа, көн йонсоу булыр.
=Серәкәй күп булһа, еләккә һауыт әҙерлә.
=Көнбайыш еле — ямғыр еле.
=Йәйе нисек — ҡышы шулай.
=Дымлы йәй, йылы көҙ — оҙон ҡышҡа.
=Йәйе эҫе — ҡышы һалҡын.
=Ҡоштар ҡояш яғына оя үрһә, һалҡын йәй көт.
=Ҡоштар ышыҡ яҡҡа оя үрһә, йәй йылы була.
=Бал ҡорттары кейәһен балауыҙ менән ҡаплаһа — һалҡын ҡышҡа.
=Ҡырмыҫҡа ояһы ҙур булһа, ҡыш һалҡын килә.
=Әгәр көҙ серәкәй осһа, ҡыш йомшаҡ була.
=Туҙғанаҡ аҡ йөндәрен осорһа, ямғыр була.
=Төтөн юғарыға күтәрелһә, һалҡын була.
=Көнбайыштан йәшен күренһә, ямғыр көт.
=Бөтә болоттар ҙа үҙе менән ямғыр килтермәй.
=Ямғыр төштән һуң башланһа, бер тәүлеккә һуҙыла.
=Иртәнге ысыҡ — һәйбәт көнгә.
=Иртәнге томан һыу өҫтөнә таралһа, көн һәйбәт була, томан һыу өҫтөнән күтәрелһә, ямғыр була.
=Ҡояш сыҡҡас та томан таралһа — һәйбәт көнгә.
=Ҡояш аяҙға байыһа, көн аяҙ була.
=Ҡояш болотҡа байыһа, ямғыр көт.
=Ай ҡыҙғылт булһа, көслө ел көтөлә.
=Утын шартлап янһа, һалҡын көт.