Көтөлмәгән ҡунаҡ20.05.2016
Көтөлмәгән ҡунаҡ Кризис... Көрсөк... Ошо һүҙҙәр Мөнирәгә атом бомбаһылай тәьҫир итте. “Илдә көрсөк бара. Һине эшеңдән сығарам”, – тине мәктәп директоры, уҡытыусыларҙың кәңәшмәһенән сыҡҡас. Ултырғысына һағыҙҙай йәбешеп һеңеп ултырып, һимеҙ елкәһендәге башын саҡҡа бороп, күҙлеге аша битараф күҙҙәрен уның яғына йүнәлтте һәм йөрәкте өшөттөрөп ошо ҡарарын еткерҙе.

Балаларҙы тәрбиәләүгә бар көсөн, күңел йылыһын йәлләмәй, киләсәккә маҡсаттар ҡуйып эшләгән белгес, кемдер арҡаһына бысаҡ ҡаҙағандай, зәңгәр күҙҙәре йәшкәҙәп, ҡолап китмәҫ өсөн ултырғысының арҡаһына нығыраҡ һөйәлеп, тештәрен ҡыҫып, ҡатып ҡалды.
Ирендәрен ҡыбырлатып, ярым ишетелер-ишетелмәҫ:
– Мин, минең... уҡыусым “Тыуған ерем – Әбйәлилем” ғәмәли-эҙләнеү конкурсында республика кимәлендә район намыҫын яҡланы. Айнур “Уралым” ҡобайырын һөйләп приз алды. Рәйлә район олимпиадаһында математиканан иң күп балл, Рәғиҙә – урыҫ теленән икенсе урын... – тип әйтеп өлгөрмәне, директор:
– Миңә ете уҡытыусыны ҡыҫҡартырға, йәғни уларға эш урыны табырға кәрәк. Понимаешь ты это или нет?! – тине, үгеҙ кеүек уға һөҙөп ҡарап.
Мөнирәгә һүҙ көрәштереп тороуҙың файҙаһыҙ икәнлеге көн кеүек асыҡ ине. Арттан мәктәп хужаһының уҡыусылары менән тәмәке төтөнөнә сәсәгәне ишетелде. Әҙәмде һиҫкәндереп, ниндәйҙер бер хәүефте иҫкәртеп, ҡурҡытып килә бит был көрсөк тигәне. Өсөнсө, әллә дүртенсегә уның бәкәленә һуға түгелме? Һуғыш осоро кешеләре, хаҡлы ялдағылар, ил имен, тыныс булһа еткән, бөтәһе лә булыр, Алла бойорһа тип, Хоҙайҙарына таяна. Ярар, беҙ заманында кейендек тә, ашаныҡ та, эшле лә булдыҡ, хәҙерге йәштәр ни эшләр һуң, тип аптырап, яурындарын һикерткәндәре лә бар.
Туҡта-туҡта, Мөнирә ҡасан тарыны әле ул көрсөккә? Туҡһанынсы йылдар башында ун беренсе класты уҡып бөткәс, тәүге шауҡымын һиҙҙе. Баш ҡалаға һынау тоторға барырға кәрәк. Уҡытыусы булырға. Юлға аҡсаһы юҡ. Ата-әсәһе колхоз эшендә бил бөгә. Әсәһе йәш таналарҙы һауа, атаһы – тракторсы. Колхоз рәйесенә әллә нисә тапҡыр барып әйләнделәр. Юҡ! Эш хаҡына магазиндан тауар алырға ҡағыҙ бирҙеләр ҙә Аллаһу әкбәр! Уныһында ла кәштәләр буш, аҙыҡ-түлектән дә һығылып тормай, ниңәлер сырҙан башҡа әйбер юҡ. Социализмды бөтөрөп, үҙгәртеп ҡороу яһайҙар, ти атаһы. Элек көнөн-төнөн яманлап сәйнәп бөтөрә алмаған капитализмға тиме?! Аптыраҡ! Олатаһының, магазин кәштәләре әйберҙән һығылып торор, кәрәкле тиклемен генә алаһың да башҡаһына үрелмәйһең, тип хыялланған коммунизм тигәндәре бойомға ашмай, бер көн эсендә юҡҡа сыҡтымы?! Ғүмере буйы көнө-төнө меңәрләгән баш малдың тиҙәген түккәндә хыялланған ожмахҡа тиң тормош уйҙырма ғына булғанмы ни?! Завод-фабрикалар, гигант фермалар урынында һерәйешкән бағаналар, ярым-ярты түшәмдәр тороп ҡалды. Әлеге лә баяғы көрсөк касафатылыр, хужалыҡтағы мал-тыуарҙы, техниканы башлыҡтар осһоҙ хаҡҡа бүлешеп алып бөттө. Ғүмере буйы иле халҡын ит, һөт, майға туйындырған колхозсы крәҫтиәндең өлөшө тип торманылар.
Әлбиттә, Мөнирәнең аҡсаһы белем алырға етмәне. Кире әйләнеп ҡайтты. Ҡала урамдарында төнөн түгел, көндөҙ йөрөүе ҡурҡыныс. Рәсәй гәзит биттәренән уҡып белгән алыҫ Американы күсереп алдымы ни, бомждарға, эшһеҙҙәргә, рэкетирҙарға, бурҙарға, хәйерселәргә, фәхишәләргә тулды. Ниндәй үҙебеҙ ҙә аңламаған “мониторинг”, “эмансипация”, “интеграция”, “инаугурация”, “феминизм” кеүек ят һүҙҙәр менән телмәребеҙҙе байыттыҡ. Баҡтиһәң, Европа илдәрене­келәй бай йәмғиәт төҙөйбөҙ икән. Намыҫлы хеҙмәт, илһөйәрлек рухында тәрбиәләнгән совет кешеләренә ят йәмғиәт ҡоролошо, бөтөнләй уларҙың көнитмешенә тап килмәгән ҡануниәт ҡабул ителде. Ҡанундар бер туҡтауһыҙ яңыртылды. Кейем алмаштырған кеүек. Ялҡытты...
“Артыҡ ҡыҙым юҡ әле, ауылда ла эш бөтмәгән... Бәлки, тора-бара һөнәрле лә булыр. Ҡыҙ бала атылмаған сәскә кеүек. Мәлендә сәскәгә төрөнһә, шул еткән”, – тип әсәһе аҙна һайын йыйылған май-ҡаймағын, эремсеген, йомортҡаһын күрше Силәбе өлкәһенә һаттыртырға ебәрә. Унда, әлбиттә, асфальт түшәлгән урам буйлап баҙарсылар теҙелеп ултырыпмы-торопмо, шунда әйберҙәре менән сауҙа итә.
Мөнирә барып тороуы булды, “санпин” хеҙмәткәре килеп, продукцияһынан һауыттарына өлөш һалдыртып, анализға алып та китте. Бер аҙҙан тауары, торған урыны өсөн аҡса алып, рөхсәт ҡағыҙын да тотторҙо. Ауылдарҙан килгәндәрҙең күплеге... Күп тә үтмәй йәш егет ҡаршыһына килеп баҫты һәм аҡса һораны. Арыраҡ торған апай уға ҡарап: “Уға бирмә, ул – минеке”, – тигәс, албырғап ҡалды. Баҡтиһәң, рэкетирҙарға ла түләргә кәрәк икән әле... Һәр һатыу итеүсене бүлешеп алған улар. Көнө буйы тигәндәй тора-торғас, әҙ-мәҙ аҡсаһын арттырып алып ҡайтырға йыйынды.
Демократия елдәре ҡайһы берәүҙәргә, әлбиттә, юл асты. Улар тураһында, уңышлылар, тиҙәр. Ҡайһы берәүҙәр сереп байыны, тиҙ арала ике ҡатлы йорттар төҙөнө. Ә бына уның ҡалала йәшәгән Фәрит ағаһы комбинатта әле һаман бер бүлмәле булһа ла фатир ала алмай интегә. Барлыҡ эшләгән аҡсаһының яртыһы фатир хужаһына түләмгә китә. Шулай итеп, Мөнирәнең һөйөклө илендә ҡасандыр ҡарт олатаһы батшаны ҡолатып ҡыйратҡан капитализм яңынан тергеҙелеп, тиҙ арала халыҡты ике төрлө ҡатламға айырҙы. Әсәһе олатаһының фин һуғышында йөрөүе, революционер булыуы, социализм төҙөүе, Бөйөк Ватан һуғышында нацист фашистарҙы дөмөктөрөүен тәфсирләп һөйләй. Улар заманында көрсөк булдымы икән? Әлбиттә, һис шикһеҙ! Ул ваҡытта исемен генә әйтмәгәндәрҙер, еңеү хөрмәтенә көн менән төндөң алмашыныуын да һиҙмәгәндәрҙер... Рәсәй ғүмер буйына көрсөктән сыҡманы, ти әсәһе. “Саҡ ҡына тормошоң еңеләйә башлаһа, ошо ҡәһәр һуҡҡан көрсөгө килә лә баҫа”,ти, көрһөнөп.
Ауылдағы йәштәрҙең күпселеге металлургтар ҡалаһында данлыҡлы “Коксохимзавод”та йөрөй икән.Ҡайһыһынан ғына һорама, үҙҙәре таҡта кеүек кибеп бөткән, “Коксохим”да эшләйем, ти, йылмайып. Атай-олатайҙарының Уралтау буйҙарын буйлатып мал көтөп, ҡаяларҙан ҡаяларға һикергән шишмә һыуҙарын эсеп, йылға-күлдәрендә балыҡтай йөҙөп, тауҙарының емешен ейеп, типһә тимер өҙөрҙәй ир-егеттәр йәнтөйәгенән айырылып, ҡаланың һаҫыҡ һауаһы, ауыр эше уларҙың һаулығын ғына түгел, милли рухтарын да юҡҡа сығарҙы. Хужалары, тумыртҡа кеүек: “Илдә көрсөк, илдә көрсөк, илдә көрсөк... артыҡһың, артыҡһың, кәрәкмәйһең...” – тип мейеләренә туҡылдатып ҡына торалыр...
Ауылдағы байғош, йәғни эшһеҙҙәр бәйләмен етешәр һумға һепертке бәйләп көн күрә. Йыл әйләнәһенә унан килгән аҡсаны ҡырылмаһа ҡырҡ тапҡыр һанап ғаиләһен аҫрай. Бүтән уңайлыҡтар тураһында һөйләп тораһы ла түгел...
...Аҡсаға девальвация булды, тиҙәр. 2000 йылдарҙа миллиондар менән генә иҫәпләшәләр. Ана, күп балалы әсә балалар өсөн тәғәйенләнгән аҡсаһын алырға банкка барған. Егерме миллион тип яҙырға ҡушты банк хеҙмәткәре. Беҙ хәҙер миллионерҙарға әйләндек. Ә ул егерме мең ти ҙә тултыра. Эй туҙынып китте кассир... Кемегеҙ яҙа белә, тултырып бирегеҙ әле шуға, ти. Бала таба белгән, яҙырға ла эшкинмәй, тип лаф ора.
Уның менән генә бөтмәй әле әсәнең ҡаңғырығы. Икенсе бала тапһаң, әсәлек капиталы, йәғни апаруҡ суммала аҡса ла бирәләр. Әй, әттәгенәһе, уныһы кейендерергә, уҡытырға, бәлиғ булһа, фатир эйәһе булырға етһә ярай ҙа... Сос банк хеҙмәткәрҙәре, былар ыҙалап йөрөмәһен типмелер, документтарҙы тултырып бирә икән. Ауылдағы ҡатындарҙан шуның өсөн ҡырҡар меңен алып ҡалғандар, йәнәһе лә, бер ҡултамғаһы ғына ун мең һум тора. Ахыр сиктә байғош атай кеше илебеҙҙең иң алыҫ нөктәләрендә тир түгергә мәжбүр.
Бай ҡатлам көрсөктән ҡотолоуҙың тағы бер уңайлы ысулын тапты. Ул – Хоҙай Тәғәлә тыуҙырған ерҙе һатып табышҡа әйләндереү... Ҡорама юрғанымы ни... Ҡорамаларын һүтеп алып һатып, түрә-ғара үҙҙәре генә түгел, туған-тыумасаларына тиклем кинәнә.
Мөнирәнең ата-әсәһе Ленин бабай төҙөгән ҡоролошта ла, йәғни социализмда йылғалар һөт булып аҡһа ла, мәктәп яны биләмәләрендә күпләп йәшелсә үҫтерһә лә, ятаҡ-мәктәптәрҙә һөтләп сәйен дә эсмәгән, итле һурпаны ла күрмәгән. Рационда өс тапҡыр тары бутҡаһы, һыу һалмаһы...
Йәш белгес ҡәһәр һуҡҡан көрсөк арҡаһында эшенән яҙырға тейеш. Оло йәштәрҙәге уҡытыусы, көрсөк үтеп китһен дә кире алырҙар, тип йыуата. Иренә әллә нисә кредитын түләргә лә кәрәк...
Аллаһ Тәғәләгә рәхмәт, баш осонда зәңгәр күк, аяҡ аҫтында ер, эсеренә һыуы бар. Хоҙай бәндәләренә ошонан да ҙур бүләк бармы? Көрсөк килеп-китеп торған ҡунаҡ кеүек. Һәр кем үҙенсә уны еңергә көс табыр һәм арыныр. Ул әрһеҙ ҡунаҡҡа өйрәнеп тә бөтөлгән. Әлегеһе лә юҡҡа сығыр. Тик ил генә имен торһон!







Вернуться назад