“Тауға ҡарап, тау булаһым килде, Ах, хыялым минең – шул тауҙар”20.05.2016
“Тауға ҡарап, тау булаһым килде,  Ах, хыялым минең – шул тауҙар” Оҙонса итеп төшөрөлгән был фотоһүрәтте мин бик ҡәҙерләп, яҙышҡан һәр кемдә була торған ҡағыҙ даръяһында юғалтмай, байтаҡ йылдар һаҡлайым. Яңылышмаһам, уны күренекле оҫта, яугир, элекке хеҙмәттәшем Анатолий Михайлович Виноградов төшөргән. Әйткәндәй, был ғәжәп егәрле фотожурналис­тан тау-тау һүрәттәр ҡалды, уларҙы юғалтмау, яйы сыҡҡанда файҙаланыу – үҙебеҙҙең мәйелдә.
Үҙе киткәс тә, был донъяла һәр кемдән ниндәй ҙә булһа эҙ ҡала. Баҫыуҙар ошонда тир түккән, туҙан йотҡан игенсене хәтерләй, уҡытыусыһын күңе­лендә йөрөтмәгән кеше лә булмайҙыр. Төҙөүсенән ул күтәргән йорттар ҡала, әҙиптең йөрәге әҫәр­ҙәрендә йәшәй, компо­зиторҙарҙың рухы, моң булып, беҙҙе ғүмер баҡый оҙата бара. Әгәр тормошта йыр-моңдо, һүҙҙе ишет­мәһәк, яҡтыны күрмәһәк, ҡыуанысты кисермәһәк, бәхеттән иләҫләнмәһәк, тәүбә-тәүбә, йәшәүебеҙҙән мәғәнә булыр инеме икән?..
Әйҙәгеҙ тәүҙә ошо фотоға эләккән шәхес­тәрҙең кем икәнлеген барлап алайыҡ. Ултырып төшкәндәр (һулдан уңға ҡарай) – яҙыусы Әнүәр Бик­чәнтәев, композитор Заһир Исмәғилев, рәссам-сценограф Мөхәмәт Арыҫ­ланов, актриса Зәйтүнә Бикбулатова, композитор Хөсәйен Әхмәтов, яҙыусы Зәйнәб Биишева, йырсы Мәғәфүр Хисмәтуллин, улар артынан теҙелгәндәр (һулдан уңға) – шағир Муса Ғәли, төҙөүсе һәм архитектор Лев Хихлуха, ҡурайсы һәм йырсы Ишмулла Дилмө­хәмәтов, ҡурайсы Ғата Сөләй­мәнов, бейеүсе Рәшиҙә Туйсина, яҙыусы Рәшит Солтангәрәев, балерина Фирҙәүес Нафи­ҡова, әҙәбиәт белгесе Ким Әхмәтйәнов, яҙыусы Фәрит Иҫәнғолов, шағир Хәким Ғиләжев, актриса Гөлли Мөбәрәкова, хореограф Фәйзи Ғәскәров.
Республикалағы иң мәртәбәле дәүләт пре­мияһын алғандарҙың әле һеҙ күргәндәр менән сиклән­мәүе мәғлүмдер. Шөһрәт атының алтын ялын һыйпап ҡараған кешеләр, шөкөр, үҙ мөҙҙәте менән арта бара. “Ҡарағайға ҡарап тал үҫер, хеҙмәтенә ҡарап дан үҫер” тигәндәй, “салауаттар” (халыҡ иһә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт преми­яһын алғандарҙы шулай тип йөрөтә) үҙ һөнәренә мөнәсәбәте, ижадтан ғына торған тормошо, бар булмышы менән нисәмә быуын ватандаш­тарыбыҙға тәбиғи һәләт­лекте һаҡлай һәм халыҡҡа ҡайтара белеү өлгөһөн күрһәткән. Бына мин уларҙың бәғзеләре менән ғүмерҙең ҡайһы бер мәлдәрендә осрашыуымды хәтер иләгенән үткәреп ултырам.
Студент ғүмере ҡыҫҡа бит инде, ғалим-ғалимә уҡытыусы­ларыбыҙҙың лекцияларын ҡал­дыр­маҫҡа тырышып, үҙ мәшәҡәт­тәребеҙ менән ҡаңғырып йөрөй торғас, башта осо-ҡырыйы күренмәҫтәй тойолған уҡыуҙың да ахыры яҡынлаша. Мифтахетдин Аҡмулла ижады менән бер килке илереп йөрөһәм дә, диплом эше әҙерләр ваҡыт еткәс, башҡорт прозаһында интеллектуаль геройҙың нисек сағыл­дырылыуын бер нисә әҫәр миҫа­лында күрһәтергә дәртләнеп киттем. Ғилми етәксем – филология фәндәре докторы Әхнәф Нурый улы Кирәев тә (яҙыусы, фольклорсы-ғалим Кирәй Мәргән) дәртемде һүрелтмәй.
Байтаҡ сәсмә әҫәр­ҙәрҙең тетмәһен-тетеп, Әнүәр Бикчән­тәевтең “Ожмах вәғәҙә итмәйем” романындағы төп герой Хәйҙәр Айҙаровҡа ентекләп туҡтал­ғайным. Бик күп йылдар үткәс, Тихорецкая урамындағы дауаханала ятабыҙ. Күрше палатала – Шәриф Бикҡол менән Әнүәр Бикчәнтәев. Табиптар бушатҡан арала бар шөғөлдәре – шахмат. Бер сулаһын табып, Әнүәр Ғади улына Хәйҙәр Айҙаров тураһында әйттем. “Ҡарасәй юлы”, “Яҙым минең – яҙмышым”, “Адъютантҡа үлем юҡ”, “Нисә йәш һиңә, комиссар?” һымаҡ мәшһүр әҫәрҙәр яҙған оҫта кәмһенмәне, йәш журналисҡа ипле һүҙен тапты.
Студент йылдары һәм уның аҙаҡҡы айҙарына ҡағылып, йәнә бер кеше тураһында әйтәйем әле. Баяғы диплом эшен дәүләт комиссияһы алдында яҡлағанда, уның рәйесе Ким Әхмәтйәнов булып сыҡты. Ағай үҙебеҙҙеке, Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылынан ул. Дәрестәрҙән буш һәр көнөм Н.К. Крупская исемен­дәге Республика китапха­наһында үтә. Ким Әбүзәр улы иһә, ғөмүмән, ошонан ҡайтмай, ахыры. Университетта Ким ағайҙың “Башҡорт поэмаһының композиция мәсьәләләре” тигән хеҙмәтен өйрәнергә ҡушалар. Беҙ һабаҡты тамамлап, Әхмәтйәнов мине диплом эшен “бишле”гә яҡлауым менән ҡотлаған йылда ғына 33 йәшлек ғалимдың “Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге” тигән классик хеҙмәте донъя күрҙе. Ким Әбүзәр улы беҙҙе ҡалдырып киткәндә уға 48 йәш тә тулмағайны. Яратҡан ағайымдың төҫө, исеме һәр даим хәтерҙә ине, әлбиттә, шулай ҙа, йылдар үтеү менән, Әхмәтйәнов мине йәнә ҡыуып етте. Уның исемен йөрөткән премияны яҡташтарым миңә лә тапшырҙы.
Олоғайғас, ғүмер эңере етте тигәндә, яҙмыштың “амин!” тип сауаплаған сағына тап килепме, Мостай Кәрим, Заһир Исмәғилев, Гөлли Мөбә­рәкова һәм бүтән байтаҡ сәнғәт, әҙәбиәт, фән әһелдәре бер йортҡа күсенеп сыҡтыҡ. Икенсе өйҙә йәшәһәләр ҙә, Зәйнәб Биишева, Мәғәфүр Хисмә­туллиндар ҙа алыҫ түгел. Зәйнәб апайҙың китаптарын уҡығас, Мәғәфүр ағай иң шәп йырсы булғас, Гөлли Арыҫлан ҡыҙы уйнаған театрға йөрөгәс, үҙеңде лә ҙур сәнғәткә ҡатнаш­лығың бар һымаҡ тояһың. Ошо бөйөктәрҙең күптәрен студент саҡта уҡ күргәнһең. Бөгөн Башҡор­тостан теле­виде­ниеһының, уның “Ҡурай” кана­лының Заһир Исмә­ғилев, Хөсәйен Әхмәтов көйҙәренә һирәк иғтибар итеүенә, Мәғәфүр Хисмә­туллин, Сөләймән Абдуллин, Әсмә Шайморатова, Диана Нурмөхә­мәтова һымаҡ баш­ҡарыу­­сыларҙы онотоуына эс боша. Әйткәндәй, Хөсәйен Әхмәтов композитор ғына түгел, сағыу тауышҡа эйә булған йырсы ла ине бит.
Университетта уҡытыу­сыбыҙ Жәлил Кейекбаев ағай беҙгә башҡорт халыҡ йырҙарының стилистик үҙенсәлектәре тураһында лекция уҡығанда зыңғыр­латып йырлап та ебәрә торғайны. Олпат юғары уҡыу йортонда башҡор­томдоң көйө бер нәмәгә ҡарамаҫтан яңғырап китһә, йөрәгеңдең ҡош­соҡтай талпыныуы шул булыр.
Хәҙер нисектер, иллә беҙҙең заманда универ­ситеттың өсөнсө ҡаттағы ҙур залы инабатлы ҡунаҡтарҙан өҙөлмәй ине. Сәх­нәгә, бына, ап-аҡ сибәр йөҙлө, күпереп торған ҡуйы сәсле Хөсәйен ағай Әхмәтов килеп сыға. Ул буй-һын, һәр хәрәкә­тендәге нәзәкәтлелек, телмәр оҫталығы!.. Шул тиклем дә аристократик булмыш Мәскәү профессорҙарынан киләме, әллә Баймаҡ яғының, Һаҡмар һыуы­ның бер сереме? Баймаҡҡа ғүмерем эсендә нисәмә тапҡыр барып ураһам да, халҡыбыҙҙың һәммә таланттарын үҫтерә алған ошо ерҙең мөғжизәһен аңлауға барыбер яҡыная алманым. Уның моңо, шиғриәте әллә ошо таулы-ташлы ерҙә һибелеп ятамы икән? Йә иһә серҙәрен йәшереп һаҡлаусы атамаларҙамы?..
Бер мөхиттә йәшәгәс, өлкәндәр тормошон ситтән булһа ла күрмәй ҡалмайһың. Зәйнәб апай, редак­цияға шылтыратып, эшебеҙҙе анда-һанда тәнҡитләп ала. Үткер зиһенле әҙип, әлбиттә, беҙ шәйләгәнде күрә йөрөп, уйҙарын хистәре тулышҡас ҡына бүтән­дәргә еткер­гәндер. Үпкәләй­һеңме, юҡмы, ләкин апай һең­дереп әйтә һәм уның хаҡлығын күңелең баҫыла төшкәс кенә аңлайһың. Заһир ағай ҙа йомолоп йөрөмәй, осраша ҡалһаҡ, “Һин, брат мой, ҡайҙа ҡасып йөрөйһөң, ә ниңә инеп хәл белешмәйһең?” – тип шелтәләп ала. “Китап” нәшриәтенә рәхмәт, 2002 йылда “Заһир Исмәғилев. Тормошо һәм ижады” тигән альбом сығарырға ниәт­ләгәс, баҫманы сығарыуға яуаплы Ғәлиә Ғәлимова мәҡәлә яҙып биреүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Рус телендә яҙылған “Страна высоких гор” тип аталған әйберҙең бер нисә юлын ғына әле килеп хәтерегеҙҙә яңыртмаҡ булдым.
“Профессиональ музыканан алыҫ кешегә Заһир Ғариф улы Исмәғилев кеүек мәшһүр компо­зиторҙың ижады тураһында фекер әйтеү мөмкин дә түгелдер. Беҙ, ғади әҙәми заттар, моңдоң яралыу серенә яҡыная ла алмайбыҙ, беҙ көйҙө тыңлауға һәм ошо мөғжизә эргәһендә йәшәүгә генә һәләтлебеҙ. Беҙгә музыканы бар итеүсе компо­зиторҙың хис-тойғоһон белеү яҙмаған, сөнки композитор менән нота дәфтәре араһында, инструменттан бүтән, һис кем дә һәм бер нәмә лә булмай. Кисерештәр, һыҙланыу, һоҡла­ныу – фекерҙәр бәрелеше, нервылар төйнәлеше нота дәфтәренә тамсы рәүе­шендәге тауыш булып төшә, гүйә, композитор музыканы “ҡәләменең осон үҙ ҡанына манып яҙа”.
Өфө әүәлдән илдәге иң матур ҡалалар иҫәбендә йөрөй тор­ғайны. Хәтере­геҙҙәме, Рәғиҙә апай Янбулатова: “Һиндә тыу­ҙым, эстем һыуҙарың, / Тың­ланым йыр, ҡурай моңдарың, / Ҡайҙа барһам, һиңә ашҡынам, / Ах, Өфөм, һин минең баш ҡалам”, – тип йөрәген ярып сыҡҡан шиғырын ҡағыҙға төшөрөүе булды, Хөсәйен Әхмәтов уға көй ҙә яҙып өлгөрҙө. Был йыр-вальс әле лә Өфөнөң формаль бул­маған гимны тип ҡабул ителә.
Ғөмүмән, пайтәхеттең исеме йырҙарҙа данланыуы, йөҙө матур йорттар, һәйкәлдәр менән биҙәлеүе тәбиғи һәм мәслихәт хәл. Ошо юҫыҡта ике ир-арыҫлан – бөйөк рус скульпторы Лев Кербель менән Туймазыла тыуған үҙебеҙҙең күренекле архитектор Лев Хихлуханың хеҙмәттәре тос. Лев Ефимовичтың Мәжит Ғафуриға Башҡорт дәүләт академия драма театры алдына ҡуйылған һәйкәлен асҡанда тантананы ла, хатта көндөң сыуаҡ­лығын да бөгөнгөләй хәтерләйем. Бер ҡулы менән бөйөрөнә таянып, икенсеһен тубы­ғына һалған олоғая башлаған шағир, төрки-мосолман донъяһына мәғри­фәт өләшкән зыялы ҡарашын алға төбәгән. Әйтерһең, Мәжит ағай халҡының киләсәген төҫмөрләргә, уның бер ваҡыт рәхәтлектә йәшәү мөмкинлеген күрергә теләй.
Лев Васильевич Хихлуха, бүтән бик күп скульптура-архитектура эштәре менән бер рәттән минең күңелдә оло ҡаһарманлыҡ өлгөһө лә булып ҡалды. Хәте­регеҙҙә булһа, 1988 йылдың 7 декабрендә Әрмәнстанда һәлә­кәтле ер тетрәп, утыҙ меңгә яҡын кешенең ғүмере өҙөлгәйне. Лев Хихлуха ул саҡ Мәскәүҙә, РСФСР-ҙың Төҙөлөш буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары вазифаһында эшләй ине. Тәбиғи, яҡташыбыҙ шул ҡаза эҙемтә­ләрен еңеү өсөн ғәйәт ҙур хеҙмәт һалған. Мин дә, әлеге ер тетрәүҙең егерме йыллығы алдынан, күләмлерәк әйбер яҙайым тип, күптәрҙе, шул иҫәптән Лев Васильевичты ла маҙаһыҙланым. Атаҡлы архитектор бында ла ярҙамсыллыҡ күрһәткәйне.
Күп һәләттәргә эйә ғалим, дәүләт эшмәкәре, яҙыусы, скульптор, әлеге ваҡытта Федерация Советы ағзаһы сенатор Рафаил Зиннуровтың бихисап мауығыу­ҙары араһында уның Әрмәнстан тарихы айырым урын биләйҙер. Рус телендә донъя күргән “Армения – путь тысячелетий…” тигән тарихи-шиғри ҡамусы – шуға дәлил. Йәш сағынан уҡ инглиз, төрөк һәм әрмән телдәрен үҙләштергән хоҡуҡ белгесе, тарихсы һәм әҙип Ерҙә кешелек хасил булғандан алып көн иткән әрмәндәргә булған ихлас­лығын ошо ҡәүемдең боронғо мәҙәниәтенә хөрмәт менән аңлата. Һәм был ихласлыҡҡа ышаныуы ауыр түгел.
“Бар белгәнеңде һөйләмә, нимә һөйлә­гәнеңде бел”, – тип киҫәтеп торһалар ҙа, күңелеңдәге тел осонда торғас, үҙеңде тыйыуы ла тәбиғәтеңә ҡаршы килгән һымаҡ. Ошо фотолағы апай-ағайҙарҙың һынамсыл ҡараш­тары менән осрашҡан һымаҡ булам да ҡаушай төшәм. Хәким Ғиләжев, рус һәм башҡорт телдәрендә Бөйөк Ватан һуғышы, яугирҙәр яҙмышына арналған мәҡәләләремә һис ҡасан битараф ҡалмаҫ, гәзит ситенә булһын: “Рәхмәт, Марсель!” – тип яҙып ебәрер ине. Фронтовик, ҡарамаҡ­ҡа ҡырыҫ ҡына күренгән ҙур әҙиптең һаран ғына шул һүҙҙәрен ишетеүе лә мәртәбә бит.
Хисмәтуллин исемен йөрөткән тыҡрыҡҡа яҡын­лашҡан һайын, Мәғәфүр ағай тауышы менән йә Салауат арияһы, йә “Йәшәйһе бар, һаҡла үҙеңде, тиһең” тип йөрәкһеү яңғырағандай була. Йыр, һүҙ, сәнғәттең мәңгелеген раҫлап, Гөлли Мөбәрәкова, шөкөр, сәхнәгә сығыуын дауам итә. Фәйзи Әҙһәм улы Ғәскәров ҡуйған классик бейеүҙәр, ғөмү­мән, донъя сәхнәләренән төшкәне юҡ. Муса Ғәли, Фәрит Иҫәнғолов ағайҙар башҡорт шиғриәтенең, сәсмә әҙәбиәтенең арба­һын һаман да төпкә егелеп тартҡан һымаҡ.
…Йылдар үтә, уларға эйәреп, йырҙар ҡала, тигән кеүек, тормоштары матур бер йырға оҡшаған кеше­ләрҙе һағынып йәшәү ҙә ҡараңғылыҡҡа сумып барыусы донъяны яҡтыр­талыр ул.




Вернуться назад