Һуғышта ла, тыныс тормошта ла һыр бирмәне14.03.2012
Ауылыбыҙҙа татар милләтенән ике ҡатын-ҡыҙ ғүмер итте. Береһе осҡон сәсрәтеп торған ҡара күҙле, тулҡынланып торған сәсле, ут кеүек теремек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, башҡортса матур итеп һөйләшеүсе Хәҙисә еңгә ине. Икенсеһе — һары сәсле, йәшкелт күҙле, ыҡсым кәүҙәле, туған телен һис онотмаған Раҡыя еңгә. Ул оҙаҡ йылдар бесәнселәргә икмәк бешерҙе, аш-һыу әҙерләне. Икеһе лә кәрәк урында фекерҙәрен ҡыйыу еткерә белде, йәшелсә-емеш үҫтерергә әүәҫ булды.
Һүҙемде ошо уңған һәм өлгөлө еңгәләрҙең береһе тураһында алып бармаҡсымын.
Хәҙисә Абдулла ҡыҙы Тверь (элекке Калинин) өлкәһендә 1925 йылда ғаиләлә тәүге бала булып донъяға килгән. Медицина училищеһында уҡып йөрөгән 17 йәшлек ҡыҙ 1942 йылда үҙе теләп һуғышҡа китә һәм 1-се Украина фронты составында яуға инә. Мәскәү янындағы алыштарҙа, Калуганы азат итеүҙә ҡатнаша, Ленинград блокадаһы ауырлыҡтарын үҙ иңендә татый. Күкрәгендәге “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби ҡаҙаныштар өсөн” һәм “Германияны еңгән өсөн” миҙалдары — ҡаһарман ҡатын-ҡыҙҙың ауыр һуғыш юлдары үтеүенә сағыу дәлил.
Ҡаты алыштарҙың береһендә яралы һалдатты ут эсенән һөйрәп алып сыға Хәҙисә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шул саҡта ҡулына снаряд ярсығы тейә. Госпиталдә иҫенә килгәс, бер ҡулының юҡлығын белеп, йәнә һушын юғалта. Ҡыҙҙың ул саҡтағы кисерештәрен аңлатыу мөмкин түгел. Хәҙисә ҡотҡарған 21 йәшлек егет Әбйәлил районының (хәҙерге Баймаҡ) Билал ауылынан Рамаҙан Зираншин була. Ул үҙен ут эсенән алып сыҡҡанда бәхетһеҙлеккә тарыған Хәҙисәгә өйләнә һәм тыуған ауылына алып ҡайта. Ике улдары тыуып, бәхетле генә көн иткәндә яҙмыш уларҙы тағы аяуһыҙ һынай. Рамаҙан келәт мөдире булып эшләгәндә ғәйепһеҙгә ҡулға алына. Хәҙисә улдары менән район үҙәге Асҡарҙа балалар баҡсаһына эшкә урынлаша. Артабан Ҡаҙмаш ауылынан Рәсүл Ибраһимов менән осрашып, ғаилә ҡора һәм алты бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр.
Рамаҙандан тыуған Ингел шофер булып эшләне, хәҙер хаҡлы ялда, Хәлил ауылында йәшәй. Икенсе улы Ирек отҡор, шаян, йор һүҙле ине. Иректең сәсәнлек тамырҙарының Ерәнсәнең үҙенә барып тоташҡанлығын хәҙер генә аңланым. Ул армияла хеҙмәт иткән урынында тороп ҡалды һәм һыу транспорты хеҙмәтендә электр механигы булып эшләне, сит илдәргә күп йөрөнө. Амангилде мәктәбенең биология уҡытыусыһы Хәкимйән Халиҡовтан дәрестә ыҙалатҡаным өсөн ғәфү үтенәм, тип диңгеҙ хайуандары һәм үҫемлектәренең коллекцияһын мәктәпкә бүләк итеп ебәрҙе. Ирек ялға ҡайтҡанда Мәскәүҙә йәшәгән Хәҙисә еңгәнең әсәһе һәм башҡа туғандары менән һәр саҡ осрашып-аралашып йөрөнө. Үкенескә ҡаршы, Ирек Зираншин хәбәрһеҙ юғалды. Законлы никахта булмағас, Рәсүл ағайҙан тыуған балалар Хәҙисә еңгәйҙең тәүге ире Рамаҙан ағайҙың фамилияһын йөрөтә. Дамир йәшләй мәрхүм булды, ҡыҙҙары Сулпан Ейәнсура районында, Венера Амангилде ауылында, Фәнил Ҡаҙмашта матур ғына донъя көтә.
Алты бала тәрбиәләгән һыңар ҡуллы һуғыш ветераны Хөкүмәтебеҙ тарафынан күрһәтелгән бер ярҙамдан да файҙаланмаған. Ә Хәҙисә еңгә күп ауырлыҡтар кисерҙе. Һатыусы ла, ревизор ҙа, йомортҡа йыйыусы ла булды. Ауылдағы сараларҙан бер ваҡытта ла ситтә ҡалмаған. Бер ваҡыт һабантуй алдынан ауыл еңгәләренә “Һыу юлы” бейеүен өйрәтәм. Бөтәһенә лә бер төрлө күнәк кәрәк ине, тип һөйләшкәнде ишетеп ултырған Хәҙисә еңгә, Магнитогорскиға барып, унауҙы алып ҡайтты. Ә ул саҡта юл насар, автобус йөрөмәй ҙә ине. Шулай дәртле лә, ҡыйыу ҙа булды.
Ғүмерендә лә салғы тотоп ҡарамаған ҡайһы берәүҙәрҙең: “Хәҙисә һыңар ҡулы менән бесән сабып йөрөй, ти, ҡайнап ултырған самауырын да өйгә үҙе индерә икән, ҙур керҙәренең бер осон ауыҙына ҡабып, икенсеһен ҡулы менән борғолап һыға икән”, — тип һөйләгәндәре әле лә хәтерҙә.
Ғүмеренең һуңғы йылдарында Хәҙисә еңгә мине еләк-емеш йыйырға алып йөрөнө. Уның һаҙға ҡурҡмай инеп китеүенә, биҙрәһен йәһәт кенә тултырыуына хайран ҡала торғайным.
1968 йылда ул теплоходта Ағиҙел, Кама һәм Волга буйлап сәйәхәт ҡылды, ата-бабаларының тыуған ерен, үҙе һуғышта булған урындарҙы күреп ҡайтты. Тормошонда дәүләт тарафынан күрһәтелгән берҙән-бер бүләк ошо булды.
Хәҙисә еңгә 1980 йылда ауырып, яҡты донъя менән хушлашҡанда 55 йәш тә тулмағайны. Ер аяғы, ер башынан килеп, йәш кенә көйө һуғыштың, тормоштоң бөтә ғазабын кисергән, бер туғаны ла булмаған ят ерҙә, башҡа милләт араһында һыңар ҡул менән алты баланы үҫтергән, эсе тулы ут булһа ла, сырайын һытмай, һәр ваҡыт дәртле, күҙенән осҡон сәсеп, йөҙөнән йылмайыу китмәгән ҡала ҡыҙы Хәҙисә Зираншина күптәргә өлгө булды.
Әле тормоштағы бәләкәй генә проблемаһын да хәл итә алмай, дәүләттән ярҙам күреүҙәренә ҡарамаҫтан, зарланып ултырыусылар Хәҙисә еңгә кеүектәрҙән фәһем алһын ине!
Фирүзә САФИНА,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,
мәғариф алдынғыһы.
Әбйәлил районы,
Ҡаҙмаш ауылы.


Вернуться назад