Батырҙар тыуған ерендә ятырға тейеш20.05.2016
Батырҙар тыуған ерендә ятырға тейеш Тормошта ҡайһы саҡ шундай кешеләр осрай: күңел матурлығы, күҙ нуры, яҡшылыҡҡа ынтылыуҙары менән әсир итә. Римма Буранбаева тап шундайҙарҙан. Уның бына инде бер нисә йыл рәттән эҙәрмән булыуы тураһында Интернет селтәре аша белеп ҡалып, осрашырға һөйләштек... Әммә йә уның ваҡыты тар, йә минеке... Бер көндө Римма Нурый ҡыҙы үҙе шылтыратып, табылған һалдатты ерләү сараһына саҡырҙы. “Шунда минең нимә менән шөғөлләнгәнемде лә күрерһең, һалдат тураһында ла яҙырһың”, – тине.

Һәр эҙәрмән тәүҙә туғанын эҙләй

Римма Буранбаеваның атаһы Нурый – Баймаҡ районының Аб­драхман, әсәһе Благовар районы Күсәрбай ауылынан. Ул үҙе – филолог, журналист. “Эҙәрмәнлек менән шөғөлләнермен тип башыма ла килмәй ине”, – ти хәҙер.
Бынан байтаҡ йылдар элек булған бер ваҡиға уны кеше яҙмыштарына асыҡлыҡ инде­реү­гә этәрә. Сит илдә фин милләтле оло йәштәге кеше менән осраша ул. Римманың Рәсәйҙән икәнен белгәс, Фин һуғышы мәлендәге эпизодты һөйләй башлай. Тап ошо алыш мәлендә әлеге фин, тәүге тапҡыр мылтыҡ тоҫҡап, дошманға ҡаршы атҡан булған. Шул мәлдә үк Римма әлеге бабай бәйән иткән ваҡиғаның үҙенең атаһы һөйләгәндәргә шул тиклем оҡшаш булыуына аптырап ҡуя. Һуңынан, архивтан асыҡлауынса, был ысынлап шулай була. Ул яуҙа 16 кешенән икеһе генә иҫән ҡала. Шуларҙың береһе Рим­маның атаһы Нурый ағай була. Тиҫтәләрсә йыл үтеү менән ошо фин яугирен осратыуҙы Римма бөгөн күктән төшкән ниндәйҙер бер билдә кеүек ҡабул итә.
– Дөрөҫөн генә әйткәндә, һәр эҙәрмән үҙ эшмәкәрлеген тәүҙә туғанын эҙләүҙән башлай. Мин дә Әлиф Усмановты эҙләнем. 18 йәшлек Әлиф ағайым лейтенант, пулеметсылар взводы командиры булып хеҙмәт иткән. Белоруссия ерендә хәбәрһеҙ юғалған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны һаман таба алмайым. Ә йәмғеһе 400 кешенең яҙмышын асыҡланым, – тип һөйләй ул.
Батырҙар тыуған ерендә ятырға тейешӘлиф Усманов тураһында мәғлүмәт бик аҙ. Свердловск пехота училищеһын тамамлағандан һуң фронтҡа китә, 1941 йылдың июлендә хәбәрһеҙ юғала. Екатеринбургта училищеның документтарын эҙләргә килгән Римма аптырап ҡала: был уҡыу йорто тураһында онотҡандар. Ә бит ошонда һаҡланған документтар мыйыҡтары ла сығып өлгөрмәгән әллә күпме үҫмерҙең яҙмышын асыҡларға ярҙам итер ине! Римма Нурый ҡыҙы тура Подольск ҡалаһына, Оборона минис­трлығының Үҙәк архивына, юллана. Әммә бында: “Документтар әлегә сер итеп һаҡлана”, – тип яуаплайҙар. Утыҙ йыл үткәндән һуң уларҙы ҡарарға ярағанлығын раҫлап, үҙ һүҙен һүҙ иткән эҙәрмәнгә биш кенә битте күрһәтәләр.
– 25 июндә полк Мәскәү өлкә­һенән фронтҡа юллана. Иртән егет әсәһенә хат яҙа, йөҙ һум аҡса һала, ҡустыһына тип гимнастерка менән фуражка ла ебәрә. Витебск менән Орша араһында 703-сө уҡсылар полкы немец танктарына ҡаршы көрәшә. Күптәр хәбәрһеҙ юғала, бөтөн документтар юҡҡа сыға. Һалдат­тарҙың күбеһе танктар аҫтында иҙелеп ҡалғандыр инде, – ти Римма Нурый ҡыҙы.
Батырҙар тыуған ерендә ятырға тейешКүптән түгел Римма Нурый ҡыҙы менән Белоруссия эҙәрмән­дәре бәйләнешкә сыға: Витебск районының Вороны ауылындағы мемориалда “А. Усманов” тигән исем бар. Римма яңынан 1941 йылдағы хәрби частарҙағы Усмановтарҙың исемен барлап сыға. Әлифтән башҡа тағы бер Әбүҡадир Усманов, үзбәк егете генә, бөтөн яҡлап тап килә: икеһе лә лейтенант, икеһенә лә 18-20 йәш. Мәсьәләгә асыҡлыҡ индерә алмағас, Римма Нурый ҡыҙы әлеге Усмановтың ҡайҙа ерлән­гәнен асыҡлай башлай. Баҡһаң, Өфө ҡалаһы зыяраттарының береһендә. Тимәк, теге “А. Усманов” уның туғаны булырға тейеш! Быны әле асыҡлайһы бар.

Атаһын
Өфөлә тапҡандар

Әйткәндәй, тарих фәндәре профессоры Әнүәр Әсфәндиә­ровтың атаһының яҙмышын асыҡлауҙа ла Римма Буранбаева әүҙем ҡатнаша. Тарихсы атаһы Закирҙы 60 йылдан ашыу эҙләй. Уның яҙмышын асыҡлар өсөн ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәй: военкоматтар, Оборона министр­лығы, музейҙар, архивтар... Бөтөнөһөнән дә бер үк яуап килә: “Исемлектә юҡ”. Тарихсы менән күптән таныш Римма Нурый ҡыҙы эшкә тотона. “Мемориал” сайтында Әсфән­диәров фамилия­һының русса яҙылышының төрлө варианттарын эҙләй башлай. Асмандьяров фамилияһы менән теркәлгән. Атаһының исемен дә “Альмухаметович” урынына “Ахмухаметович” тип яҙғандар. Шуныһы үкенесле: шәжәрәләр төҙөгән тарихсының атаһы Закир ағай 1943 йылда госпиталдә вафат була. Ә госпиталь Өфөлә, әлеге Киров районы хакимиәте бина­һында урынлашҡан булған! Шуныһы иғтибарға лайыҡ: тап ошо йортта Әнүәр Закир улы менән Римма Нурый ҡыҙы Закир ағайҙың яҙмышын асыҡларға маташҡандар. Уны Сергиев зыяратында ерләй­ҙәр. 50 йыл атаһының эргәһендә йөрөп, уның яҙмышын асыҡларға ма­таш­ҡан Әнүәр Әсфән­диәровтың атаһының ҡәбере баш ҡалабыҙҙа булып сыға. Яраланған килеш Өфөгә үк килеп етергә көс тапҡан Закир ағай үҙенең хәлен туған­дарына белгертергә маташҡан. Ауылға госпиталдән өс хат килә, әммә уларға яуап булмай.
Яугир Кәшфи Таһиров эҙенән

1944 йылдың 14 июле. СССР сиге. Брест ҡалаһы эргәһендәге Антонов ауылы халҡы ҡот осмалы алыштың шаһиты була: “Мессершмит” һәм “Ил-4”, ике бөркөт һымаҡ, һауала бер-береһенә ташлана. Беҙҙең самолет янып китә. Унан өс кеше ырғый...
Партизандар самолет ҡолаған урынға барып еткәндә ул төтәп ятҡан була әле. Экипаж командиры, Советтар Союзы Геройы Николай Краснов, Андрей Терехин иҫән ҡала, Константин Циркуновтың парашюты асылмай, ә бына яҡташыбыҙ штурман Кәшфи Таһировтың эҙен таба алмайҙар.
Благовар районындағы Иҫке Күсәрбай ауылына “...гвардия лейтенанты Таһиров Кәшфи Шакир улы хәрби заданиенан ҡайтманы” тигән “ҡара ҡағыҙ” килә. Тиҙҙән хәрбиҙең яуҙаш­тарынан да хат килеп төшә. Улар Кәшфиҙең геройҙарса һәләк булыуы тураһында яҙа. Егеттең әсәһе улының һәләк булыуын ҡабул итә алмай, үҙ-үҙенә йомола. Самолет күреү менән башынан яулығын тартып алып, уны болғай-болғай: “Китмә, осма, Кәшфи!” – тип ҡысҡырып оҙатып ҡалыр була...
Кәшфиҙең һеңлеһенә 23 йәш тирәһе була ул саҡта. Уның икенсе ағаһы ла яуҙа ятып ҡала. Райком партияһы секретары, Иҫке Күсәрбай ауылы мәктәбе директоры Сәүиә апай ғүмер буйы ағаһының яҙмышына асыҡлыҡ индереү өсөн военкоматтарға, архивтарға яҙа. Уның тура­һындағы хәтирәләрҙе ҡәҙерләп һаҡлай.
Сәүиә 2005 йылда, әле була­саҡ ваҡиғаларҙы белмә­йенсә, вафат була. Кәшфи Таһировтың исеме тарих саңын­да онотолоп ҡалыр ине лә бит, уның тыуған яғы тупрағында ятыу теләге көслөрәк булдымы икән, тип тә уйлап ҡуйҙым, артабанғы тарихты ишеткәс. Әлеге самолет­тың ҡолауы тарих төпкөлөндә тороп ҡалыр ҙа ине, үҙҙәренең эшенә мөкиббән бирелгән эҙәрмәндәр булмаһа.
Белоруссияла йәшәгән Владимир Бухтаның бала сағы, үҫ­мер йылдары Брест нығытмаһы эргәһендә үтә. Владимир Антонов һәм Печки ауылдары аҡһаҡал­дарынан самолет­тарҙың алышы тураһында ишетеп ҡала. Бухта етәкселегендәге “Авиапоиск” эҙәрмәндәр отряды ике йыл эсендә ошо ауылдар эргәһендәге бөтөн йырындарҙы ла ҡаҙып сыға. Самолеттың ваҡ-ваҡ деталдәрен таба (эрерәктәрен быға тиклем ауыл халҡы металлоломға тапшырып бөткән була). Тәрәнерәк ҡаҙырға был тирәләге һаҙлыҡ ирек бирмәй. Владимир экскаватор һорай, әммә ҙур машина урманға инә алмай. Бөтөн кәртәләрҙе йырып сығалар шулай ҙа. Батҡаҡты тәүҙә экскаватор, унан ҡул менән иләгәндән һуң табалар Кәшфиҙе. Уның һөйәктәре фюзеляжда, ике метр тәрәнлектә ятҡан. Эргәһендә портупеяһы менән пистолеты ла була. Әммә улар серегән инде. Брест эҙәрмәндәре штурмандың туғандарын табыуҙа ярҙам кәрәклеге тураһында Рәсәйгә хәбәр итә. Тәүгеләрҙән булып Өфөнән Илдар Ғәйнанов тауыш бирә. Ул штурмандың ике һеңлеһе булыуы тураһында хәбәр итә.
– Ҡатындарҙың береһе беҙҙең ғаилә дуҫы Сәүиә апай булыуын белеп шаҡ ҡаттым. (Кәшфи Таһиров менән бер ауылдан булыуыбыҙҙы ла телгә алырға кәрәк). Белорустар Кәшфи Та­һи­ров­тың фотоһын һорап мөрә­жә­ғәт итте. Ә Сәүиә апай ҡәҙерләп һаҡ­лаған архив юҡҡа сыҡҡан. Был хәл тураһында Рим Усманов исемле туғаныма әсенеп һөйлә­нем. Баҡһаң, ул Кәшфиҙе һәйбәт хәтерләй икән, бер туған апаһы Фәһимә менән класташ булған.
Башҡортостандың эҙәр­мән­дәр отряды етәксеһе Илдар Бикбаев менән шунда уҡ юлға сыҡтыҡ. 1987 йылдың 2 июнендә сыҡҡан “Кызыл таң” гәзитен тулҡынланып ҡулға алдыҡ. Тап ошо һанда Рим Усмановтың Кәшфи тураһында яҙған мәҡәлә­һе донъя күргән, фотоһы ла бирелгән, – тип һөйләй Римма Буранбаева.
Кәшфиҙең ата-әсәһе Нәхәр менән Шакир Таһировтарҙың дүрт балаһы булған: Кәшфи, Хәниф, Сәүиә, Фәһимә. Кәшфи бала саҡтан осоусы булырға хыяллана. Һуғышта Сталинградтың Ҡыҙыл йондоҙло 10-сы гвардия авиация дивизияһының звено штурманы була. Дошмандың СССР-ға аяуһыҙ баҫып ингән мәле. “Ил-4” бомбардировщиктары, һигеҙ мең метр бейеклектә дошман тылына үтеп инеп, Инстербург, Кенигсберг, Хельсинки ҡалалары эргәһендә урынлашҡан хәрби объекттарға бомба ташлай. Был ҡатмарлы осоштар 10 – 12 сәғәт дауам итә.
Теге ҡәһәрле алышҡа тиклемге һуңғы айҙарҙа Кәшфи иң шәп һаналған экипаж составында була. Улар хәрбиҙәрҙе һәм төрлө йөктәрҙе дошман тылына оҙата, тимер юлдарҙа оҫта итеп тығын ойоштора.
1942 йылдан башлап штурман Таһиров тарихҡа ингән иң ҡан ҡойошло бөтөн яуҙарҙа ла ҡатнаша: Сталинград, Орел – Курск дуғаһы, Ленинград блока­даһын өҙөү, Украинаны һәм Белоруссияны азат итеү. 1944 йылдың 23 февраленә ул 667 хәрби сәғәт осҡан була.
1944 йылдың 14 июлендә 27 йәшлек Кәшфи һуңғы тапҡыр күккә күтәрелә. Янып ҡолап барған машинаны турайтырға маташҡанда һәләк була ул. Алыҫ авиация самолеттарындағы штурман кабинаһында ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡҡанда самолетҡа идара итеү өсөн штурвалдың икенсе комплекты ҡуйылған була. Самолет яна башлағас, Кәшфи Таһиров идараны үҙ ҡулына ала һәм, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, ике яуҙашын һаҡлап алып ҡала...
– 2015 йылдың 5 июнендә Брест ҡалаһында булдыҡ. Станцияла уҡ Илдар Бикбаев менән мине Владимир Бухта ҡаршы алып, шунда уҡ самолетты тапҡан урынға алып барҙы. Малорита ҡалаһында Тәфтиш комитеты һәм Малорит районы хәрби комиссариаты вәкилдәре ҡатнашлығында үткән осрашыуҙа Кәшфи Таһировтың һөйәктәрен беҙгә тапшырҙылар. Брест нығытмаһында яҡташыбыҙ­ҙың да фотоһы бар хәҙер.
Был тарихтың иң тетрәндергес мәле шунда: Кәшфи Таһиров ҡасандыр минең әсәйем Фәриҙә Усмановаға ғашиҡ булған. Был турала осраҡлы ғына белеп ҡалдым. Языков ауылындағы тыуған яҡты өйрәнеү музейында Кәшфи Таһировтың матур фотоһы һаҡлана. “Был рәсемде ҡайҙан алдығыҙ?”– тип һораны экскурсовод Анна Апсаликованан Илдар Бикбаев. “Фронт хирургы Фәриҙә Усманованың шәхси альбомынан. Был ҡыҙ Күсәрбай мәктәбендә Кәшфиҙән бер класҡа түбәнерәк уҡыған. Бер-береһенә күҙ атып йөрөгәндәр. Ҡыҙ – табиплыҡҡа, ә егет осоусыға уҡып йөрөгән саҡта бер-береһенә хат та яҙышып торғандар”, – тип һөйләне. Беҙ һүҙһеҙ ҡалдыҡ. “Бына бит Фәриҙә Усма­нованың ҡыҙы!” – тип миңә төртөп күрһәтте Бикбаев. Анна Ивановна шунда уҡ миңә 2003 йылдың 11 ғинуарында район гәзитендә сыҡҡан мәҡәләне табып тотторҙо. Яҙманың авторы – уҡытыусы, Күсәрбай мәктәбе музейының элекке директоры Нәжиб Ғайсин иҫтәлектәрендә ошо хаҡта яҙа ла инде. Бына бит тормош нисек ҡоролған... – тип күҙ йәшен һөртә Римма Нурый ҡыҙы.
Брест ҡалаһынан Кәшфи Таһировтың һөйәктәрен Римма Буранбаева Башҡортостанға алып ҡайта. Әгәр һуғыш булмаһа, бәлки, Фәриҙә менән Кәшфи ҡауышыр ҙа ине. Римманың ата­һы була алмаған Кәшфи ниңә мотлаҡ уның ярҙамында табы­лырға һәм Тыуған иленә ҡайтып тыныслыҡ табырға теләне икән?..
Кәшфи Таһировты һуңғы юлға оҙатырға бөтөн ауыл йы­йылғайны. Был саранан Белоруссия эҙәрмәне Владимир Бухта ла ситтә ҡалманы. Яҡта­шыбыҙ­ҙың яҙмышы хәҙер уға ла яҡын. Владимир Күсәрбай мәктәбе уҡыусыларына һалдатты нисек табыуҙары тураһында һөйләне. Мәктәп музейына яугир һәләк булған самолеттың киҫәген, пилоттың шәхси әйберҙәрен бүләк итте.
Бер минутлыҡ тынлыҡты бары ҡоштар һайрауы ғына боҙҙо. Тик йыйылыусылар араһында Кәш­фи­ҙең нәҫел ебен дауам итеү­селәрҙең булмауы ғына йөрәкте өйкәне. Эйе-эйе, фронтта Кәшфи белорус ҡыҙы Надежда менән таныша. Аэродромда эшләгән ҡыҙ башҡорт егетенә ғашиҡ була, әммә улар никахтарын законлаштырып өлгөр­мәй. Һөйгәнен һуңғы осоуға ла Надежда оҙата, уның һәләк булыуы тураһында ла беренселәрҙән булып белә. Надежда Кәшфиҙең ата-әсәһенә үҙенең фотоһын һалып хат та яҙа, ҡыҙҙары тыуыуы тураһында белдерә, әммә яуап хатын ғына көтөп ала алмай. Ниңәлер Таһировтар ҡатындың хатын да, адресын да һаҡлап алып ҡалмаған...






Вернуться назад