Бейер өсөн тыуған ул!20.05.2016
Бейер өсөн  тыуған ул! Район мәҙәниәт һарайында үткән “Ҙур бейеүҙәр” исемле шоу-концерт кимәле ҙур, әһәмиәтле сараларҙыҡынан кәм булманы. Уның ойоштороусыһы Алтынай Вәлитов брейк-данс стилендә бейеүсе булараҡ киң танылған.
Егет Байназар мәктәбендә IX класты тамамлап, сәнғәт училищеһына юллана. Тап ошо мәлдә бейеү донъяһы менән ҡыҙыҡһына башлай. Брейк-данс стилендә шөғөл­ләне­үенә ете йыл, ошо дәүерҙә ул “Рәсәй-1” каналындағы “Ҙур бейеүҙәр” тапшырыуында ҡатнашып, Төркиәлә “Экстремаль бейеүҙәр театры”нда эшләп өлгөргән.

Егеттең сәнғәт һөйөүе тыуып-үҫкән ғаиләһенән килә: өләсәй-олатаһы йыр-бейеүгә оҫта булһа, әсәһе Фәйләрә Марс ҡыҙы йырлай, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа, баянда, фортепьянола уйнай, ҡустыһы Аҡъегет – шулай уҡ брейкер, һеңлеһе Аҡйондоҙ халыҡ бейеүҙәре менән шөғөлләнә.
Киләсәктә Рәсәй эстрада­һына юл ярыу, сит илдәрҙә сәйәхәт итеү хыялы менән янған егет ТНТ каналында барған “Танцы” проектында ҡатнашыуҙы ла төп маҡсат итеп алған. Байтаҡ йәрәхәт­тәрҙән һуң да бейеүгә тоғро ҡалған, ауырлыҡтар ҡаршы­һында ҡойолоп төшмәгән батырҙың яҡты ниәттәрен тормошҡа ашырасағында икеләнеү урынһыҙ.
Алтынай башланғысында ойошторолған “Ҙур бейеүҙәр” шоу-концертында уның ижадташ дуҫтары Роберт Әмиров, Айҙар Нурҡаев, Фәнис Үтәбаев, йырсылар МС Баш, Ильяс Айытбаев, юмор оҫтаһы Линар Ҡотлобаев һәм башҡалар сығыш яһаны. Тамашаны “Хәйерле Stand-Up кис” проекты резиденты Марсель Мөхәмәтйәнов алып барҙы. Уның көләмәстәре һәр кемдең күңеленә хуш килде. Шығырым тулы залдың һәр сығышты алҡыштарға күмеүе халҡыбыҙҙың бейеү сәнғәтенә йылы, ихтирамлы мөнәсәбәттә булыуын, бөтмәҫ-төкәнмәҫ һөйөүен сағылдырҙы.









Вернуться назад