“Ритайым”ға йыйылды йәштәр20.05.2016
 “Ритайым”ға йыйылды йәштәр Йәмле май кисендә Өфө ҡалаһындағы барлыҡ студент халҡының Салауат Юлаев майҙанында йыйылыу йолаһы бар. Тиҫтә йылдар буйы йәшәп килгән был күренеш быйыл “Яҡташтар киске уйынға саҡыра” тигән исемдә үтте. Хәҙер баш ҡаланың ошо майҙаны һәр шәмбе милли йыр-моңдан, дәртле бейеүҙәрҙән, уйын-көлкөнән гөрләп торасаҡ.

Алда көтөлгән йәйге сессия ла, диплом эштәренә әҙерлек тә студенттарҙы был күркәм йоланы атҡарыуҙан мәхрүм итә алмай. Саф һауала дуҫтар менән осрашыу, эстрада йондоҙҙарының сығышын ҡарау, гитараға, ҡурайға ҡушылып башҡортса йырлау, бейеү – барыһы ла йәштәргә илһам, дәрт бүләк итеү, аралашыу мөмкинлеген булдырыу маҡсатында ойошторола.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Йәштәр советы, Башҡорт йәштәре иттифағы, Яҡташтар берекмәһе үткәргән киске уйында йәштәр өсөн уйын-көлкө, спорт ярыштары, төрлө бәйгеләр ойошторолдо. Йәш яҡташтар берлектәре ассоциацияһы һәм Баймаҡ йәштәре берлеге Рәсәй киноһы йылына арнап уҙғарған мауыҡтырғыс уйын студенттарҙа айырыуса сағыу тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ул ярыштың еңеүсеһе булып Әбйәлил районы йәштәре табылды. Икенсе урынды – Баймаҡ, өсөнсө урынды Ғафури районы йәштәре алды.
Байрам барышында студенттар алдында Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы вәкилдәре һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов сығыш яһаны.



Мораҙым КИЛДЕҒОШОВ, БДАУ-ҙың II курс студенты:
– Студенттарҙы таныштырыуға, дуҫлаштырыуға һәм берләштереүгә йүнәлтелгән сара үҙ маҡсатына иреште тип уйлайым. Ғөмүмән, йәйге сессия алдынан яҡшы ял булды. Кис буйы башҡорт көйҙәренә тыпырлатып бейегәндән, эстрада йондоҙҙарын тыңлағандан һәм оҙаҡ ваҡыт күрешмәгән дуҫтар менән аралашҡандан һуң ярты йыл буйы йыйылып килгән негативтан бер тамсы ла ҡалманы.

Айзилә МӨЛӨКОВА, БДУ-ның III курс студенты:
– Әлбиттә, сара бик оҡшаны, дуҫтарым менән рәхәтләнеп бейенем, йырланым, күңел астым. Уҡыу йылы аҙағы, имтихандар етеп килә, шуға күрә студент күберәк ваҡытты университетта йә булмаһа ятаҡта үткәрә, ә тышта шундай рәхәт, ҡояш, саф һауа… Ә бына ошондай саралар уҡыуҙан әҙерәк кенә булһа ла ял итергә ярҙам итә.


Вернуться назад