“Беҙ музейҙы үҙебеҙ бар иттек!”20.05.2016
“Беҙ музейҙы үҙебеҙ бар иттек!” Музейыбыҙға килеүселәрҙең бәғзе берәүҙәрен бында ниндәй экспонаттар барлығы ҡыҙыҡ­һындыра. Икенселәре иһә, үҙҙәренең аймағы, шәжәрәһе, ғаилә тарихы тураһында яҙылған папкаларҙы күреп, ҡыуаныс кисерә. Форсаттан файҙаланып, гәзит уҡыусыларыбыҙға был үҙәктең барлыҡҡа килеү тарихын һәм бөгөн унда ниндәй эштәр башҡарылғанлығын һөйлә­мәксемен.
Элегерәк Сораман ауылы мәктәбендә төрлө экспонаттар тупланған тарихи мөйөш бар ине. Тарих уҡытыусыһы Нурмөхәмәт Ҡотоев етәкселегендә уҡытыу­сылар коллективы тарафынан тупланған экспонаттарға тора-бара махсус урын кәрәклеге асыҡланды. Яйлап бәләкәй генә бүлмәне музей рәүешенә индерҙек. Ләкин төбәктә айырым музей булдырыу тураһындағы хыял һаман тынғы бирмәне. Был хаҡта мәктәп етәкселеге менән кәңәшләшкәс, ауылыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе Ишмөхәмәт Ғилметдин улына мөрәжәғәт иттек. 1999 йылда ул буш торған йортон музей өсөн файҙаланыуға тапшырҙы.
“Беҙ музейҙы үҙебеҙ бар иттек!”Ҡыҙыу эш башланды. Халыҡ хәтерендә һаҡланған ата-бабалар хаҡындағы риүәйәттәрҙең тарихын яҙып алыу өсөн ваҡыт менән дә иҫәпләшеп торманыҡ. Шуның менән бергә аймаҡ атамаларының тарихын, нәҫел-нәсәптәр бәйләнешен төптән өйрәнеүгә ныҡлап тотондоҡ. Шул рәүешле аймаҡ йыйындары — үҙенсәлекле быуындар осрашыуы кеүек саралар үткәреү традицияға инеп китте. Тәүгеләрҙән булып “уфтар” араһы үҙҙәренең ағай-энеләрен йыйҙы. Раушания менән Ирек Ишморатовтар тарафынан йәмле Яйыҡ йылғаһы буйында ойошторолған был байрам барыһының да күңеленә хуш килде. 1993 йылдың июнь айында тиләү ырыуы йыйынын уҙғарҙыҡ. Бар тиләү ауылдарының вәкилдәре саҡырылған сарала йылдар арауығында онотолоп бөткән ҡан-ҡәрҙәшлек бәйләнешен иҫкә төшөрөү һәм уларҙы йәш быуынға тапшырыу көнүҙәк мәсьәлә булып торҙо. Иремдең нәҫел-нәсәптәрен өйрәнеү йәһәтенән 1995 йылдың июнь айында “бүреләр” аймағының йыйынын уҙғарыуҙы ниәтләнек. Эҙләнеү барышында яңынан-яңы мәғлүмәттәргә юлыҡтым. Нур­мөхәмәт Ҡотоев менән осрашып, аймаҡ тарихын яҙып алған инем. Уның һөйләгәне буйынса шулар билдәле: боронғо яу мәлендә бер төркөм ҡатын-ҡыҙ һәм балалар, дошмандарҙан йәшеренеп, мәмерйәлә — бүреләр төйәгендә йән аҫрай. Шуға күрә уларҙан таралған быуынды “бүреләр” тип атағандар. Һуңынан эҙәрмәнлек эшмә­кәрлегенең тематикаһы ла киңәйә төштө. Ғаилә тамырҙарын юллау, ата-бабалары хаҡында иҫтә­лектәр туплау эшенә ата-әсәләр менән берлектә уларҙың туған-тыумасаһы, уҡытыусылар ҙа ҡушылды. Балалар йыйған хәтер биттәрендә кемдәр тураһында ғына юҡ! Мәҫәлән, Таһир Ишморатов исемле егеттең олатаһы Ғирфан Ғәйнан улы сығышы менән Дыуан районының Әбдрәшит ауылынан. Ғирфан “Беҙ музейҙы үҙебеҙ бар иттек!”Хәкимов радист булып хеҙмәт итә. Ҡатыны Бәһижәнең тыуған ере — Татарстандың Ҡалмаш ауылы. Ул һуғыш осоронда ФЗО-ла уҡыған. Тал сыбығылай йәш ҡыҙҙар арҡаларына йөкмәп, пристандә әйбер бушатҡандар. 1942 йылда шәфҡәт туташтары курсында уҡығанында уны военкомат саҡырта. Тәүҙә Ҡазан, һуңынан Киев госпиталендә шәфҡәт туташы булып хеҙмәт итеүе хаҡындағы яҙмаһын бар класс ҡыҙыҡһынып тыңланы. 2000 йылда Учалы йәш үҫмерҙәр станцияһында тыуған яҡты өйрәнеү түңәрәген алып барыу ауыл тарихын төптән өйрәнеүгә этәргес көс булды. Тәрбиәүи сараларҙы ойоштороуҙа Рима Талха ҡыҙы, Резеда Әхнәф ҡыҙы, Мәфрүзә Әхиәр ҡыҙы, Мәрүәрә Хабил ҡыҙы, Ләйсән Булат ҡыҙы ярҙам итте. Шул йәһәттән мәктәптә уҙғарылған “Тыуған төбәк йылъяҙмаһы”, “Арҙаҡлы шәхестәр”, “Мәктәп тарихы“, “Ватан тарихы эҙҙәренән” кеүек саралар, йәйге ял осоронда Ирәмәл тауына, Арҡайым ҡаласығына, Шүлгән мәмерйәһенә, Боғасты тауына, Ғәҙелша шарлауығына, Әүешкүлгә ойошторолған экскурсиялар уҡыусылар күңеленә хуш килде.
Шәжәрәләр өйрәнеү түңәрәк эшенең үҙәк өлөшө булып торғанлыҡтан, балалар үҙҙәренең тамырҙарын барлауға ихлас тотондо. Ләкин күптәр ике-өс быуындан ары китә алмай ине. Бына шуларҙы иҫәпкә алып, ул замандағы Муса Мортазин музейының етәксеһе Гөлгөнә Һарун ҡыҙына мөрәжәғәт иттем. Архив эшенең рәтен-сиратын яҡшы белгән етәксе үҙенең ярҙамын тәҡдим иткәс, 2000 йылда икәүләшеп Өфө ҡалаһындағы Үҙәк архивҡа юлландыҡ. Һәр кем баш та ҡалҡытмай ҡалын-ҡалын томдарҙы аҡтарҙы. Кәрәкле мәғлүмәттәрҙе аҡ ҡағыҙға теркәгәс, Ыҫтамғол, Мәхмүт, Сораман ауылы халҡының ата-бабалары хаҡында яҙылған ике ҡалын дәфтәр хасил булды. Ләкин был материалдар етмәй ине әле. Ауылдашыбыҙ Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов, тейешле мәғлүмәттәрҙе ҡулыма килтереп тотторғас, эҙләнеү эштәре алға китте. Бер быуынды икенсеһенә, унан аҙаҡ өсөнсөгә ялғау — бер эш. Ә шул исемдәге кеше төбәге тарихында ниндәй эҙ ҡалдырған? Быны белеү өсөн тағы ла өҫтәмә сығанаҡтар — тарих төпкөлөндәгеһен хәтер­ҙәрендә һаҡлаусылар менән күҙгә-күҙ ҡарашып әңгәмәләшеү мөһим. Әйткәнеңде хәҙер генә элеп алыусыларҙың булыуы уғата ҡыуаныслы. Бер мәл йортобоҙға Әхмәҙиә ағай килеп инмәһенме! Сығышы менән Сорамандан булып та, яҙмыш ҡушыуы буйынса Килмәктә йәшәгән ағайҙың ярҙамы баһалап бөткөһөҙ булды. Әленән-әле мәктәпкә килеп йөрөгән сәсән заты скрипкаһында уйнап, атаһы-ағаһы хаҡында һөйләне. Улар ижад иткән бәйеттәрҙе уҡыу­сыларға көйләп ишеттергәс, Сораман олатай тураһында риүәйәтен бәйән итте. Тиҙҙән уның ике туған ҡустыһы Уйылдан Шәрипов та ата-бабалары хаҡында хәтер яңыртты. Шул рәүешле, музей эшенә тел ярҙамы күрһәткән ағинәйҙәрҙең, аҡһаҡалдарҙың исемдәрен (үкенескә ҡаршы, бөгөнгө көндә уларҙың күбеһе фани донъяла юҡ) оло рәхмәт менән иҫкә алам: Тайба Мөхәмәтова, Вәкил Мәхийәнов, Надира Мәхийәнова, Диләфирүз Ирсәлимова, Тәнзилә Ишморатова, Зәйнәп Камалова, Елена Рухмалёва, Жеүәйрә Ғәләүетдинова, Мәрйәм апай, Зәйләғи Хәкимов, Ишморат менән Ишбулат Хисамовтар, Ғадила Шәрипова, Райда Шакирйәнова.
Халыҡ хәтере – мәңгелек. Иғтибар итһәң, ауылыбыҙҙа тәбиғәт күренештәре менән идара итеүсе лә булған. Мәҫәлән, Сораманда әсәһе Бибизаданың ҡоролоҡ йылдарында доғалар ярҙамында ямғыр яуҙыра алғаны тураһында Рәфидә апай Нәҙершинаның һөйләгәндәре уғата ҡыҙыҡ тойолдо.
Элек-электән яу юлдарын үткән һуғыш ветерандары хаҡында иҫтәлектәр туплау ҙа эҙләнеү эшенең бер тармағы һанала. Ошо юҫыҡта йәнә бер табышҡа юлыҡтым. Нурмөхәмәт Ҡотоев үҙе тере саҡта уҡ әле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының тулы исем-шәрифе, ҡайһы фронтта дошман менән алышҡаны хаҡында махсус дәфтәргә яҙып ҡуйған. Ағаһының вафатынан аҙаҡ Ғәбдерәүеф ҡустыһы ҡомартҡы яҙманы музейға тапшырҙы. Тарих менән ҡыҙыҡһынған йәш быуын бәхетенән, яугирҙәр хаҡында хәтер яңыртыу бөгөн һуғыш ветерандарының ул-ҡыҙҙары менән эшләүгә ҡайтып ҡала.
Аяу белмәгән репрессияның шауҡымы аҫтында ыҙаланып, бер тинһеҙ ҡул көсө менән генә йәшәүселәр барлығына ла тере шаһитмын. Шулай бер эштән ҡайтышлай яңғыҙы ғына йәшәгән бер апайҙың ишеген ҡаҡтым. Хәл-әхүәл белешеп, ғәҙәти йомош тураһында һүҙ ҡуҙғатыуға, теге сеңләп илап ебәрҙе. Ипләп кенә һораштыра торғас, шул асыҡланды: йәше үтеп китеүгә ҡарамаҫтан, бахырҡай һаман пенсия ала алмай икән. Аптырауҙың иге-сиге юҡ. Сәбәбен асыҡларға теләп, төпсөнөргә лә ирек бирмәй, күҙ йәшен ағыҙа. Бары, атайым бай булған бит, ағайым яуҙан ҡасҡан, миңә ниндәй пенсия булһын, тигәнде саҡ аңғарып ҡалдым. Мәсьәләне өйрәндек, тикшерҙек, апайға тейешле пенсияһын юлланыҡ. Шул рәүешле йылдар үтте. Эҙәрмәнлек эштәренең офоҡтары ла киңәйҙе. Ғөмүмән, музей эшмәкәрлеге – мауыҡтырғыс һәм бер үк ваҡытта ҡатмарлы хеҙмәт. Эш барышында бихисап шәжәрәләр өҫтәмә мәғлүмәттәр ярҙамында тулыланды. Экскур­сияға килеүселәр һаны бөгөн 500-гә барып етте.
Ваҡытында мәктәп етәкселеге, эшебеҙҙең әһәмиәтен аңлап беҙгә ярҙам ҡулы һуҙмаһа, һөҙөмтә булмаҫы билдәле. Ул ваҡыттарҙағы мәктәп дирек­торҙары Урал Хажин, Әҙһәм Мәхийәнов, Ансар Хәйрул­лин, Зиннур Ҡәләмовтарҙың, бергә эшләгән коллективтың, фекерҙәш­тәремдең ярҙамын тойҙом.
Хаҡлы ялға сыҡһам да, эште бөгөн дә дауам итәм. Район-ҡаланың элекке башлығы Әлим Ғәлимулла улы Сәлихов идара иткән осорҙа музей бинаһы өсөн ағас бүленде. Эшҡыуар Ҡауыев­тың ярҙамсылары уны тиҙ арала бурап та бирҙе. Амангилде ауыл биләмәһе хакимиәтенең элекке башлығы Ләлә Лутова ярҙамында 2014 йылда бина үҙ ишеген яңынан асты. Элекке уҡыусы­ларыбыҙ стендтарҙы заман талаптарына ярашлы итеп үҙгәртеп эшләү һәм тимер рәшәткәләр ҡуйыу өсөн матди ярҙам йыйыуҙы ойошторҙо. Сораман филиалы етәксеһе Зөлфиә Ҡотоева ла үҙ өлөшөн индерҙе. Маһикарам Ҡәләмова һәм уның улы Азат музейҙың эске өлөшөн йыһаз­ландырыуға финанс ярҙамы күрһәтте.
Хаҡлы ялдағы элекке уҡытыусы булараҡ, мин өлкән быуынға шуларҙы еткергем килә: оҙайлы ялға сыҡҡансы үҙегеҙгә күңел аҙығы әҙерләһәгеҙ, һеҙҙең икенсе һулышығыҙ асылып, ялығыҙҙы тағы ла йәнлерәк үткәрерһегеҙ.






Вернуться назад