Сәсән һүҙе – йәш быуынға20.05.2016
Сәсән һүҙе –  йәш быуынға Учалы районының 6-сы Миндәк урта мәктәбендә район башҡорттары ҡоролтайы “Ҡуңыр буға” йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә талантлы шағир, сәсән, йыраусы Әхмәҙиә Шәриповтың “Рәхмәт әйтәһем бар” тип аталған китабының исем туйын үткәрҙе. Был йыйынтыҡҡа шағирҙың төрлө йылдарҙа яҙылған эпик әҫәрҙәре, бәйеттәре, шиғырҙары тупланған.

“Әхмәҙиә Шәриповтың ижадында бер ҡарамаҡҡа ябай ғына булып күренгән, ләкин һис бер анализға буйһонмаған, аңлатып та булмаҫлыҡ оҫталыҡ ята. Күрәһең, халыҡтың ауыҙ-тел ижады йолаларының тамырҙары бик тәрәндә. Унда халыҡсан баҙыҡ тел дә, сәсәндәргә генә хас булған мәргән кинәйә лә, еңелсә юмор ҙа, нескә моң да бергә үрелеп килә”, – тип яҙҙы йыйынтыҡты баҫмаға әҙерләгән “Ҡуңыр буға” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе шағир М. Ямалетдинов.
Байрамда башҡорт теле уҡытыусылары, ҡоролтай ағзалары, шағирҙың ауылдаштары, туғандары, саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты. Мәктәп уҡытыусылары һәм уҡыусылары баҫмаға ингән әҫәрҙәрҙе тасуири һөйләп ишеттерҙе, шағирҙың бала сағы уйындарын, һуғыш дәүере балалары иңенә төшкән аяныслы күренештәрҙе сәхнәлештереп күрһәтте. “Толпар” балалар бейеү ансамбле дәртле бейеүҙәре менән байрам тантанаһына йәм өҫтәне.
Тыуған төйәктең абруйлы шәхесе иҫтәлегенә күрһәтелгән оло хөрмәт байрамы үҫеп килгән йәш быуын күңелендә рухиәт орлоҡтары булып үҙ емештәрен бирмәй ҡалмаҫ.

Зилә ШӘРӘФЕТДИНОВА,
Учалы районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары.




Вернуться назад