Гетеға уҡ бүләк иткән яугирҙе беләм!20.05.2016
“Башҡортостан” гәзитенең 26 февраль һәм 22 апрель һандарында Гёте менән башҡорт яугирҙәре осрашыуы һәм уға башҡорт уғын бүләк итеү тураһындағы мәғлүмәт­тәрҙе уҡығас, ҡулыма ҡәләм алырға булдым.


Гётеға уҡ бүләк иткән яугирҙең исеме билдәле ине, уны алып барыусы Искәндәр Рәсүл улы Сәйетбатталов телевизион тапшырыуҙа ла атап үтте. Әммә халыҡты иң ҡыҙыҡһындырған һорау – Усман Ғүмәров ҡайһы райондан һәм ҡайһы ауыл кешеһе икәне билдәһеҙ булып ҡала килде. Шуға аныҡлыҡ индереү маҡсатынан мин дә был һөйләшеүгә ҡушылырға булдым.
С. Хәмиҙуллин етәкселе­гендәге “Шәжәрә” үҙәгендә эшләгәндә, был һорауға яуап эҙләп күп кенә архив материал­дарын аҡтарҙым һәм яуап тапҡан кеүек инем, тик күңелдә ниндәйҙер икеләнеү тойғоһо булды. Ә ғалим Рәмил Насибулла улы Рәхимов менән әңгәмәне уҡығас, был шигем юҡҡа сыҡты, сөнки ул Усмандың ҡустыһының да исемен телгә алған.
Усман Ғүмәров Себер юлы Дыуан олоҫо йорт стар­шинаһы һәм Дыуан-Мәсетле ауылына нигеҙ һалыусы Ҡарамыш нәҫеленән. Шәжә­рә­һе ҡыҫҡаса бына ошолай: Ҡарамыш – Сүнсүләй – Аҡбулат – Ураҙ – Ҡылысбай – Ғүмәр. Ғүмәрҙең улдары: Усман – 1763, Ғабдулхалиҡ – 1778 һәм Абдулғәзиз – 1783 йылғы. Усмандың улдары –Абдулнасир, Исламғол, Исмә­ғил. Исламғол атаһынан һуң уның вазифаһын биләй. Исмәғил – зауряд-хорунжий. Усмандың ейәне Абдулханнан урядник чинында 15-се йорт старшинаһы була, икенсе ейәне зауряд-хорунжий Абдулнафиҡ Исламғолов – 17-се йорт старшинаһы. Абдулхалиҡ Ғүмәровтың улы Байрамғол 1855 йылдан һуң 8-се кантон башлығы ярҙам­сыһы, ә уның улы Мифтахетдин Байрамғолов урядник, йорт старшинаһы ярҙамсыһы була. Улар бөтәһе лә 1816 – 1859 йылғы ревизия материалдарында Дыуан-Мәсетле ауылында иҫәпкә алынған.






Вернуться назад