Мөхәмәтша буранғолов тоҡомонан20.05.2016
Мөхәмәтша буранғолов тоҡомонан Әбйәлил районындағы сираттағы командировкала Ырымбур өлкәһе Ҡыҙыл гвардия районының Үрге Ильяс ауылынан бер төркөм Буранғоловтар – Мөхәмәтшаның хәҙерге быуыны менән осрашырға насип булды.

“Сәлимәкәй” фольклор ансам­бле ағзала­рының ун кешенең һигеҙе — сәсән вариҫ­тары, йәғни ҡыҙ фамилиялары Буранғо­ловалар. Ансамбль етәксеһе Земфира Буран­ғолова әйтеүенсә, Әбйәлил районынан мәҙәни сарала ҡатна­шыу өсөн махсус саҡырыу алғас та, күмәкләшеп ҡасандыр олаталары Мөхәмәтша Буранғолов йөрөгән эҙҙәре буйлап танышып ҡайтыу маҡсатында юлға сығалар. Ырымбурҙан килгән ҡунаҡ­тарҙың сәйәхәте Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбендә урынлашҡан “Ҡу­рай” музейы менән танышыуҙан башлана. Артабан улар бынан бер быуат йыл элек Хәмит һәм Ғәбит сәсәндәрҙән Мөхәмәтша Буран­ғолов тарафынан халҡыбыҙ­ҙың мәшһүр эпосы “Урал батыр” яҙып алынған Икенсе Этҡол ауылына бара.
— Беҙ үҙебеҙҙең күренекле шәхесебеҙ Мәхәмәтша Буранғолов менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Һуңғы йылдарҙа уның тураһында төрлө мәғлүмәттәр йыйып, стендтар эшләйбеҙ, альбомдар туплайбыҙ. Киләһе йыл халыҡ сәсәненең тыуыуына 130 йыл тула, оло юбилейға әҙерлек сиктәрендә ауылдашы­быҙға арнап музей асырға уйлайбыҙ, — тине Земфира Миңләхмәт ҡыҙы.
Бер яҡ ситтәрәк торған Земфира Буранғолованың һаҡал-ҡашмауына һоҡланмаған кеше ҡалмағандыр. Боронғолоҡтоң өлгөһөн, Ырымбурҙа йәшәгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеме, биҙәүестәре Земфира Тимерйәр ҡыҙына ҡомартҡы булып Иҫке Юлдаш ауылында йәшәгән әсәһе Нәбирә Аҙнабаеванан күскән. Быуындар бәйлә­нешенең тере шаһитын, изге монаятты ул бик ҡәҙерләп һаҡлай. Ҡыҙым Лилиәгә бирәсәкмен, унан ейәнсәрем Лианаға күсер, ти.
Ата-бабалары эҙҙәре буйлап сәйәхәт иткән ҡунаҡтар Урал төбәге халҡының ҡунаҡсыл һәм ихлас булыуын билдәләп үтеп, үҙҙәре өсөн бай тәжрибә туплауҙарын белдерҙе, артабан да ансамбль өсөн яңы йырҙар өйрәнәсәктәре хаҡында еткерҙе. Ике яҡ өсөн дә файҙалы осрашыуҙарҙан һәр кем ҡәнәғәт ҡалды, дуҫлыҡ ептәренең өҙөлмәүен теләне.


Вернуться назад