Йүнселдәр йыйыла18.05.2016
10-11 июндә Сибайҙа һәм Әбйәлил районында “Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондары – 2016. Бәләкәй бизнес – идеянан алып тормошҡа ашырылыуға тиклем” тигән эшҡыуарлыҡ форумы уҙғарыла.

Сара барышында йүнселлекте үҫтереү юлдары һәм проблемалары, бәләкәй бизнесҡа дәүләт ярҙамы тураһында ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡороласаҡ. Бынан тыш, халыҡтың мәшғүллеген арттырыу маҡсатында яңы предприятиелар асыу мәсьәләләрен тикшереү күҙаллана.
Дөйөм алғанда, форумға 250-гә яҡын делегаттың килеүе көтөлә. Улар араһында федераль һәм төбәк власы органдары, эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам институттары, Рәсәйҙәге төп бизнес-структуралар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре буласаҡ.


Вернуться назад