Санкцияларҙың ыңғай һөҙөмтәһе18.05.2016
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Финляндияла булып ҡайтты. Сәфәренең маҡсаты – Башҡортостандың ошо ил менән хеҙмәттәшлеген киңәйтеү.

– Әлегә тиклем байтаҡ өлкәләрҙә бәйләнеш туҡтап ҡалғайны. Һуңғы ике йылда уларҙың әүҙемләшеүе күҙәтелмәне, – тине Константин Толкачев. – Сәфәребеҙ барышында бик күп осрашыуҙар үткәрҙек. Инаныуыбыҙса, финдарҙа беҙгә ҡарата ихлас мөнәсәбәттәр һаҡланып ҡалған. Әммә санкциялар арҡаһында улар билдәле сиктәрҙе үтә алмай.
Парламент Рәйесе әйтеүенсә, Финляндияның эшлекле даирәләре төрлө йүнәлештә беҙҙең менән берләшергә әҙер. Күрәһең, санкциялар уларға киреһенсә йоғонто яһаған. Осрашыуҙарҙа 2017 йылда парламент һәм эшлекле даирәләр вәкилдәре делегацияһын республикабыҙҙа ҡабул итеү хаҡында килешеүгә өлгәшелде.
Финляндияға сәфәр йомғаҡтары буйынса урман хужалығы, ағасты тәрән эшкәртеү, ағас йорттар һалыу, нефть химияһы комплексы, ауыл хужалығы, агротехнологиялар, аҙыҡ-түлек етештереү, фармацевтика, машиналар һәм приборҙар эшләү хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙең төп йүнәлештәре тип билдәләнде.


Вернуться назад