Донъя матур, донъя шундай матур – ҡанатһыҙ ҙа осоп китерлек!..18.05.2016
Донъя матур, донъя шундай матур – ҡанатһыҙ ҙа осоп китерлек!.. “Иртәң нисек башланһа, көнөң шулай дауам итер” тигән һүҙҙәр бар. Ә был нәҡ үҙеңә, һине уратып алған мөхиткә бәйле. Матурлыҡ тыуҙыраһың икән, күңелең дә бөтөн булыр.

Ошо хәҡиҡәткә ярашлы, һуңғы йылдарҙа Өфөнө матурлауға ҙур иғтибар бүленә. Ҡупшы биналар, йәшәү өсөн уңайлы йорттар, иркен юлдар, милли асылыбыҙҙы сағылдырған һәйкәлдәр... Шул уҡ ваҡытта улар, ниндәй генә мөһабәт, заманса булмаһын, яндарында гөл-сәскә үҫмәһә, йәнһеҙ кеүек күренер ине. Ҡалабыҙҙы йыл да йәшелләндереп тороуҙары шул ниәткә нигеҙләнгән дә.
Әлеге йылы, ҡояшлы мәлдә уңғандарыбыҙ ошо изге эш менән мәшғүл. Уларҙың ҡул йылыһын тойған үҫентеләр тупраҡтан – һут, ҡояштан нур алып, тиҙ арала тиртеп сығыр. Мең төрлө төҫтәрҙә балҡыған сәскәләр, йәшел хәтфәләй үләндәр күңелдәрҙе, күҙҙәрҙе иркәләр, йөрәктәрҙе йылытыр, көндәрҙе сағыулыҡҡа мансыр. Улар тап шул ниәттә – кешеләргә бөтөн яҡлап файҙа килтереү, рух, көс өҫтәү өсөн яратылған бит. Бөйөк Рәми Ғариповтың түбәндәге шиғыр юлдары тап ошо мәлгә ҡарата әйтелгәндәй:
“Донъя матур,
донъя шундай матур –
Ҡанатһыҙ ҙа
осоп китерлек!..”


Вернуться назад