Ағасъяңаҡ, ағасаҡ, ағарсаҡ (жерех) – йыртҡыс балыҡ, һаҙандар ғаиләһенә ҡарай. Оҙон кәүҙәле, ауыҙы ҙур. Айғолаҡ тишектәре бик киң. Төҫө көмөш һымаҡ ялтырауыҡлы, ҡара ялтырауыҡлылары ла була, өҫкө һәм ҡойроҡ йөҙгөстәре һоро, ҡара ситле, аҫҡы һәм ҡабырға йөҙгөстәре ҡыҙғылт төҫтә. Нигеҙҙә йылғаларҙа шаршыларҙа, һирәкләп күлдәрҙә тереклек итә. Төрлө балыҡтар, айырыуса аҡ сабаҡ менән туҡлана.Йылға ағасаҡтары әллә ни ҙур түгел, оҙонлоғо 80 сантиметр, ауырлығы 4 – 5 килограмм. Ҡармаҡҡа 60 сантиметр оҙонлоҡтағы, 2 – 4 килограмм ауырлыҡтағылары ҡаба. 9 – 10 йыл йәшәйҙәр.
Ағасаҡ яңғыҙлыҡты ярата, ыуылдырыҡ сәскәндә ҡышҡылыҡҡа соҡорға ятҡанда ҙур булмаған төркөмдәргә берләшәләр. Башҡа йыртҡыс балыҡтарҙан айырмалы, ағасаҡ ваҡ балыҡтар төркөмөн эҙләп тапҡас, уға ҡойроғо йәки һыу өҫтөнә һикереп сығып тотош кәүҙәһе менән һуғып шаңҡыта, табышын тиҙ арала йота. Ауыҙы ҙур булғанлыҡтан ваҡ балыҡтарҙың тотош төркөмөн ашай.
Ағасаҡ бер урында тереклек итә, күсеп йөрөмәй тиерлек. Шулай ҙа йыл әйләнәһенә урынын үҙгәртә. Тәрән соҡорҙарҙа ҡышлағанда әүҙемлек күрһәтмәй. Яҙын, ыуылдырыҡ сәсер алдынан, 2 – 3 аҙна ҡомһоҙланып ашай, ыуылдырыҡ сәскәс, 3 – 4 аҙна сирләй, ашамай. Июнь аҙағында иһә ҡомһоҙланып ашарға тотона, был 2 – 3 аҙнаға һуҙыла, һыу йылынғас, йөҙмәй тиерлек, уны иртән генә ҡармаҡларға мөмкин. Сентябрь башында, һыу һалҡынайғас, әүҙемлеге йәнә арта, был ноябрь башына тиклем дауам итә. Ҡышын насар эләгә.
Ағасаҡ – көндөҙгө йыртҡыс. Селбәрәләрҙе ул ярҙан үрләп ҡыуалай һәм кире йылғаның уртаһынан шаршыға төшә. Был операцияны көнөнә әллә нисә тапҡыр ҡабатлай. Төп аҙығы – ваҡ балыҡтар, һыуға төшөүсе эре бөжәктәр. Шуға күрә уны спиннингка, балыҡ тотоу карабына, ем балыҡҡа тоталар.
Ағасаҡты тотоуҙың иң уңайлы мәле – ыуылдырыҡ сәскәндән һуң июнь – август айҙарында иртән, ә яҙын – көндөҙ. Ыуылдырыҡ сәскәндә ул туҡланмай, ә ыуылдырыҡ сәсеп бер нисә көн үткәс, ҡомһоҙланып ашарға керешә, шунлыҡтан йылтырмалы спинингка һәм ем балыҡҡа тоталар. Ыуылдырыҡ сәскәндән һуң ағасаҡ селәүсендәр, ҡабырсаҡтар менән туҡлана. Шулай итеп, уға иң һәйбәт алдатҡыс ем булып ваҡ балыҡ, бигерәк тә аҡ сабаҡ, май ҡуңыҙы, сиңерткә, күбәләкле ҡармаҡ тора. Әммә был осорҙа Рәсәйҙең ҡайһы бер һыу ятҡылыҡтарында балыҡ тотоу тыйыла, уны тотоуҙың берҙән-бер юлы – бөжәктәр менән алдатып ҡармаҡлау. Һыу өҫтө әҙерәк шаҙраланып торһа, бигерәк тә һәйбәт, ул ағасаҡҡа балыҡсыны күрергә ҡамасаулай. Ә ағасаҡты табыу үҙенсәлекле туҡланыуы арҡаһында әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Ҡараңғы төшкәс, бер нәмәгә лә ҡапмай.
Ҡармаҡлауҙың бөтә ысулдарында ла алдатҡыс ем һыу өҫтөндә була, өҫтәүенә ул ара-тирә һикерергә һәм һыуға бәрелеп-бәрелеп алырға тейеш. Бөжәктәр барлыҡҡа килгәс, ҡыуал менән алыҫҡа ташлауҙы файҙаланалар. Спиннинг менән тотҡанда әйләнмәле уртаса ҙурлыҡтағы ялтырауыҡтар, әйләнмәле ялтырауыҡтар, йөҙөүсе воблерҙар ҡулланыла. Көҙөн алдатҡыс емде һыу ятҡылығының төбөнә яҡын килтерәләр.