Гондураста балыҡ яуа18.05.2016
Гондураста балыҡ яуа Май айынан алып июлгәсә балыҡ яуыуы – Гондурастағы Йоро ҡалаһы өсөн ғәҙәти күренеш. Урындағы халыҡ күктән яуған сардиналарҙы рәхәтләнеп йыя.

Яуым, ғәҙәттә, киске сәғәт 5-6-ларҙа башлана. Күк йөҙөн ҡара болоттар ҡаплап ала, йәшен йәшнәй, күләүектәр балыҡ менән тула. Бындай феномен Гондурас фольклорында ла телгә алына, уны Аллаһ Тәғәләнең мөғжизәһе тип ҡабул итәләр. Ғалимдар иһә, балыҡ­ты көслө ел-дауыл Атлантик океандан килтерә, тип аңлата.
Гондураста балыҡ яуа1998 йылдан алып йыл һайын Йорола балыҡ ямғыры фестивале уҙғарыла. Һыуҙа йәшәгән йән эйәләренең яуыуы башҡа тарафтарҙа ла күҙә­телгән. Мәҫәлән, 2014 йылдың майында Шри-Ланкала яуым ваҡытында 50 килограмм балыҡ йыйып алғандар, ике йыл элегерәк бында креветка ямғыры үткән. Австралияла, Грецияла, Британияла, Эфиопияла ошондай яуым-төшөм хаҡында байтаҡ мәғлүмәт бар.




Вернуться назад