М.В. Зәйнуллин17.05.2016
2016 йылдың 13 майында күренекле ғалим, тел белгесе, филология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы Марат Вәли улы Зәйнуллин 80 йәшендә вафат булды.
М.В. Зәйнуллин 1935 йылдың 5 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районындағы Үрге Һаҙ ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Мораҡ педагогия учи­лищеһын тамамлағас, уҡыуын Башҡорт дәүләт университетында дауам итә. Ошо уҡ вузда ярты быуаттан ашыу эшләй. 1988 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1966 – 1991 йылдарҙа универси­теттың филология факультетына, ә 2000 – 2010 йылдарҙа башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына етәкселек итә.
Профессор Зәйнуллиндың фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары тел теорияһы, башҡорт теле ғилеме, төркиәт, башҡорт һәм рус телдәрен сағыштырып өйрәнеү өлкәһенә йүнәлтелә. Ул башҡорт һәм төрки лингвистика фәнен үҫтереүгә, хәҙерге башҡорт теле теорияһын эшләүгә тос өлөш индерә, башҡорт тел ғилеме буйынса фәнни мәктәпте ойоштора, хәҙерге башҡорт телендә моделлек теорияһын өйрәнә.
Ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем М.В. Зәйнуллин диссертация советы эшенә етәкселек итә. Уның тырышлығы менән 11 докторлыҡ, 40-тан ашыу кандидатлыҡ диссер­тацияһы әҙерләнә һәм уңышлы яҡлана. Марат Вәли улы – 20 китап, башҡорт һәм төрки тел ғилеменең мөһим мәсьәләләре буйынса 600-ҙән ашыу мәҡәлә авторы. Ул башҡорт әҙәби теле тарихы һәм уның бөгөнгөһө буйынса төплө хеҙмәттәргә лә эйә.
Әүҙем ғилми һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн М.В. Зәйнуллин Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Уға “Башҡортостан Респуб­лика­һының атҡаҙанған фән эшмәкәре”, “Рәсәйҙең почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре” тигән юғары исемдәр бирелгән. Ул – СССР-ҙың Халыҡ мәғарифы буйынса дәүләт комитеты, З. Биишева, Ж. Кейекбаев исемендәге премиялар лауреаты.
М.В. Зәйнуллин ғилми эшмәкәр­лекте йәмәғәт эше менән уңышлы берләштерҙе. Ул Рәсәй Фәндәр академияһының Тарих-филология фәндәре бүлексәһе ҡарамағындағы Рәсәй төркиәтселәр комитеты ағзаһы, Бөтә донъя төркиәтселәр ассоциацияһы, күп томлы “Баш­ҡортостан” энциклопедияһының, шулай уҡ республикалағы ҡайһы бер фәнни журналдарҙағы мөхәрририәт коллегияһы ағзаһы булды. Оҙаҡ йылдар Рәсәйҙең Юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты ҡарамағындағы Филология фәндәре советы ағзаһы һәм рәйес урын­баҫары булып эшләне.
Һоҡланғыс кеше, күренекле ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре Марат Вәли улы Зәйнуллин хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

Р.З. ХӘМИТОВ, К.Б. ТОЛКАЧЕВ, Р.Х. МӘРҘӘНОВ, С.А. МОЛЧАНОВ, С.Т. СӘҒИТОВ, Г.Р. ША­ФИ­ҠОВА, Ә.С. ҒАЯЗОВ, А.В. ПСӘНЧИН, Ф.Ғ. ХИСАМИТДИНОВА, Н.Д. МОРОЗКИН, И.И. ЯЛАЛОВ, Ф.М. МУСИН.


Вернуться назад