Остазым Марат Зәйнуллин иҫтәлегенә17.05.2016
Телдән төшмәҫ тел ғалимы китә —
Могиканы башҡорт теленең;
Ныҡ иҫбатлап туған телдә асыу —
Асыулыҡты милләт белемен.
Иҫбатланы һәр милләтте ерҙә
Теле бөтмәҫ милләт иткәнен,
Ҡоромаҫлыҡ теле тамырҙары
Меңйыллыҡтар менән икәнен.
Телдең асылдарын асыу өсөн
Йәшәне ул, торҙо атлығып,
Һәр көн тәртибеләй яҡын күреп
Тел тәртибен, телдең сафлығын.
Һәр милләтте теле йәшәткәнен,
Һәр милләтте теле тотҡанын,
Шундалығын барлыҡ таянысы,
Булғанлығын иң ныҡ тотҡаның.
Тел ҡәҙерен күрҙе ҡиммәтеләй
Эсер һыуҙың, һулар һауаның;
Уны һаҡлағанда йәшәйешен,
Һаман ҡиммәтләнер дауамын.
Хыялланды тыуҙырырға теләп
Мәңге телде һаҡлар ҡанундар.
Һуңғы сәғәттәре һуҡҡанғаса
Ошо хыял булды ҡанында.
Уның тауҙай асыш мираҫтары
Милләт хәтерендә һаҡланыр.
Уның барлыҡ тоғро шәкерттәре
Ғәмәлендә тулы аҡланыр.
Күңелдәрҙә ул ҡабыҙған уттар
Тоҡандылар мәңге янырға.
Башҡорт телен, илен тиңдәр күреп,
Бөтә донъяларҙа танытырға,
Бөтә донъяларҙа танырға.