Виртуаль донъя. Әллә ысынбарлыҡ, әллә...17.05.2016
Бына күптән түгел генә дуҫымдың ҡапҡаһы төбөндә һыҙғырып тора инем. Китапханаға барырға йәки кассеталар алмашып тороу мәсьәләһен хәл итергә... Ә бөгөн кеҫәңдән телефоныңды сығар ҙа шылтырат йә иһә социаль селтәр аша һорауыңды хәл ит. Йәнең теләгән йырҙы ла, киноны ла Интернеттан табырға була. Бер нисә йыл элегерәк бындай мөмкинлектәр башҡа ла инмәй ине.


Үҙеңә тәғәйен хатыңды ла бит аҙналар буйы көтәһе түгел хәҙер, ике-өс секундтан яуап та алаһың. Уйлап ҡараһаң, донъяла, бер яҡтан, барыһы ла шул уҡ, ысынбарлыҡ ҡына ниндәйҙер кимәлдә, әйтәйек, мегабайттар үлсәмендә виртуаль донъяға күсерелгән. Тик мегабайттар йәндәр араһын йә башҡа бушлыҡты тултырамы икән?..
Бер яҡтан, күп кенә ҡатмарлыҡтарҙы тиҙ хәл итә алабыҙ хәҙерге заманда. Бер-беребеҙ менән бәйләнешкә инеп, мәғлүмәттәр менән уртаҡлашыу мөмкинлеге киңәйҙе хәҙер. Эйе, әммә кешеләрҙең виртуаль донъяға күпләп ылығыуы хафаға һала. Был йәһәттән төрлө күренештәр иҫкә төшә. Уҡыған саҡта курсташ ҡыҙ сәйгә саҡырғайны. Бүлмәһенә барһам, рәхәтләнеп скайптан һөйләшә. Сабыр ғына әңгәмәләренең аҙағынаса көттөм. “Кем менән улай күңелле һөйләшәһең ул?” — тип һуңынан һораған булдым. Ул сәй яһағанда миңә эшлекле генә яуаплай: “Әй, күрше бүлмәләге әхирәтем менән беҙ гел шулай һөйләшәбеҙ...” Аптырап ҡатып ҡалдым. Нисек инде, күршеләге әхирәте янына инергә лә ялҡауланамы икән ни...
Автобуста китеп барам. Эргәлә бер һылыу телефонына текәлеп ултыра. Үҙе берсә йылмая, берсә етди ҡиәфәттә ниҙер төрткөләй шунда. Элегерәк булһа, хыялый тип уйлар инем. Тирә-йүнгә күҙ йүгертәһең... Арыла бер төркөм егеттәр телефондарына ҡарап көлә лә иптәштәренә күрһәтә. Шулай барыһы ла виртуаль донъяла. Араларҙа әллә нисәмә килобайт бушлыҡ... Атай-әсәй булған кешеләр үҙҙәре лә балаларының нисек компьютерға йотолоуын күреп торалыр инде.
Уйлап ҡараһаң, социаль селтәрҙәге сәхифәңдә меңдән ашыу кеше дуҫың сифатында иҫәпләнһә лә, ысынында береһенең дә дуҫ булмауы ихтимал. Аралашҡан кешенең экран алдында ғына ултырыуы ла күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүгә етмәй бит. Был йәһәттән Британия психологтары социаль селтәрҙәге ысын дуҫтар һанын тикшергән. Һығымталар мейенең әүҙемлегенән, үткәрелгән һорау алыуҙарҙан сығып яһалған. Ғалимдарҙың фекеренсә, бер кешенең биш яҡын дуҫы һәм уртаса 150 иптәше була ала. Ә кәңәш һорап шуларҙың яҡынса ун дүртенә генә мөрәжәғәт итергә мөмкин икән. Шулай уҡ психологтарҙың билдәләүенсә, социаль селтәрҙә бер нисә йөҙ, хатта меңәрләгән “дуҫың” булғанда ла, бер-береңде белеүҙе, үҙ-ара аралашыуҙы аңлатмай. Ә иң күңелһеҙ һығымталар – Ер шарындағы миллионлаған кешенең бөгөн бер генә яҡын дуҫы ла юҡ.
Шул уҡ ваҡытта кешеләрҙең виртуаль донъяға күсенеүҙәре әүҙемләшә бара. Көндөҙ генә түгел, төн йоҡоһон йоҡламайынса “йәшәйҙәр” унда. Ә төндө яҙышып уҙғарған бала, мәҫәлән, иртәгәһенә нисек дәрестә ултырырға тейеш икән? “Күҙ йомолоп, ауыҙ асыла башланы әле” типме? Был күренеш тә ғалимдар күҙлегенән ысҡынмаған, уҡыусыларға йоҡоноң әһәмиәте хаҡында һөйләргә кәрәк, тигән кәңәш биргәндәр. Йәнә социаль селтәрҙә тәүлек әйләнәһенә ултырған кешенең үҙ баһаһы, ышанысы кәмеүе күҙәтелә, тиҙәр. Был йәһәттән яҙмаларыңа, фотоһүрәттәреңә ҡуйылған “лайктарҙың” аҙ һанлы булыуынан аңда үҙеңә ҡарата түбән фекер тыуыуы бар, ситтәр баһаһының йоғонтоһо көсәйеүе ихтимал.
“Бәйләнештә” интерфейсындағы “Серлә­шәйек” тигән төркөмдә лә ҡыҙыҡлы яҙмалар күрергә мөмкин. “Һеҙҙең яҙмаларҙы уҡып ултырып, бешергән ашым ташып, көйөп бөткән”, “Ҡәйнәм серҙәрегеҙҙе уҡыр өсөн минең компьютерҙа булыша”, “Диуарығыҙҙа теҙелгән мәғлүмәттәрҙе уҡығансы, балам бөтә ондо түңкәреп рәхәтләнгән” һәм башҡалар...
Күреүебеҙсә, виртуаль донъяға йәштәр генә түгел, урта һәм оло быуындар ҙа ылыҡҡан. Шул уҡ ҡәйнәһе менән килендең Интернет өсөн талашыуы әкиәт тиһегеҙме?.. Йөҙәрләгән, меңәрләгән осраҡтың береһе генәлер әле. Ә экранға тексәйеп ултырған әсәнең балаһы ниндәй тәрбиә алыр?.. Балаға бит айырым иғтибар, һөйөү кәрәк.
Кешеләр иһә социаль селтәрҙәге сәхифәһе, ундағы яһалма тормошо артына йәшеренә биргәндәй. Имеш, виртуаль донъяла тормошоңдо матур, бәхетле итеп күрһәтергә була. Әммә Интернеттың тулыһынса ысынбарлыҡты алмаштырғаны юҡ әлегә. Шул уҡ мәлдә үҙеңдең проблемаларың тураһында кем менән серләшергә? Сөнки яһалма тормошоноң матурлығын боҙорға теләмәгән берәү, дуҫ тигәненең алдында ла сәхнә артын һүрәтләп, “имиджын” ҡыйратып тормаҫ... Бына тағы психологик көсөргәнеш. Бер әҙибебеҙ әйтеүенсә, “яңғыҙлыҡ серҙәрен дә уртаҡлашыр кеше кәрәк” түгелме?
Күпме кеше цивилизацияның үҫешенә, аралашыу мөмкинлектәренең киңәйгәндән-киңәйеүенә ҡарамаҫтан, яңғыҙлыҡтан йонсой. АҠШ ғалимдары һуңғы йылдарҙа таралған суицид осраҡтарын да ошо етешһеҙлектәргә бәйләй. Был проблеманан сығыу юлын ысынбарлыҡҡа ҡайтыуҙа күрәләр. Шуға ла бушлыҡта йәшәгәнсе, бер иптәшең менән осрашыу тураһында Интернет аша яҙышып ҡына килеш тә, әйҙә, ҡапма-ҡаршы ултырып һөйләш. Ә скайп, ватсап йә башҡа уңайлыҡтар аша алыҫта йәшәгән туғандарыңа, дуҫтарыңа һәм иптәштәреңә шылтырат. Ысынбарлыҡты мегабайттар алмаштыра алмаҫ. Ябай ғына иғтибар иһә кешенең ғүмеренә торошло булыуы бар.



Вернуться назад