Милләт нигеҙе — ғаиләлә17.05.2016
Милләт нигеҙе — ғаиләлә Ғаилә. Ябай бер һүҙ, ә күпме мәғәнә һыйҙыра. Унда усаҡ тоҡана, ғүмер башлана. Хыял, өмөт йылына һәм киләсәк һыйына. Әйтерһең дә, бер мөғжизәле күренеш. Тик ул ни өсөндөр ҡыйрала башланы. Күҙ алдында ла тимәйем, ә аңдарҙа. Ҡайҙалыр сит яҡтарҙа бер-береһенә өйләнгән ҡыҙ менән ҡыҙҙы, егет менән егетте лә ғаилә кеүек күрһәтәләр...


Миңә ҡалһа, ғаилә – ата-әсә менән балаларҙың берлеге ул, туғанлыҡҡа, ирле-ҡатынлы йәшәүгә ҡоролған. Әгәр инде бөгөн байтаҡтары быға тап килмәй тиһәгеҙ, тимәк, ул төшөнсә булараҡ, ысынлап та, ҡыйрала баш­лаған. Шул уҡ никахһыҙ бергә йәшәү­селәрҙе кем тиергә? Рәсәйҙә 40 миллион ғаиләнең бары 17 миллион самаһы ғына тулы – ирле-ҡатынлы һәм балалы. Ҡалғандары тулы түгел. Ҡайһы берәүҙәргә сабый һөйөү бәхете яҙмаһа, уларға ҡаршы һүҙ әйтә алмайым, быға хаҡым да юҡ, ләкин кешеләрҙең күрәләтә борондан килгән ошо сылбырҙы өҙөүҙәре әсендерә. Нисек кенә тиһәң дә, милләттең киләсәге шуға бәйле бит.
Ғаилә үҙенең быуынын һаҡлар өсөн ике бала табырға бурыслы. Шунда ла был ата-әсәгә алмаш ҡына буласаҡ, тамырҙары йәйелмәйәсәк. Ыңғай күренеш өсөн йәнә бер бала кәрәк кәмендә. Ә инде йәрәшкәндәр үҙҙәренә алмаш та таба алмаһа, ике кешенән, исмаһам, тағы икәү ҡалмаһа, үкенесле, сылбыр өҙөлдө тигән һүҙ...
Демографтар киләсәктә бөтә донъя­ла тыуымдың кәмейәсәген фаразлай. Йәнә бер быуаттан йөҙгә яҡын телдең юғалыу ихтималын да фаразлай ғалимдар. Былар бер-береһенә бәйлелер инде. Тыуымдың кәмеү фонында нисек тә үлемдең үҫеше күренәсәк. Ошонда аҙ һанлы халыҡтар юҡҡа сыҡмаҫ тимә, бигерәк тә әүҙем рәүештә башҡалар менән бутала башлаһа. Тимәк, үҙ милләтеңдең кешеһе менән йәрәшкәндә, айырым ғаиләңдең генә түгел, йәнә халыҡтың да сылбырын иртәгәһе көнгә бәйләйәсәкһең.
Бының яҡшы яҡтары ошо әйтелгән фекер менән генә бөтмәй әле. Мәҫәлән, Американың генетика һәм социология өлкәһендәге белгестәре бер этнос кешеләренән торған ғаиләләрҙә балаларҙың һаулығы ныҡлыраҡ булыуын белдергән. Исландия ғалим­дарының был өлкәләге тикшеренеүҙәре әсә менән ҡарынындағы сабыйҙың иммун конфликты ихтималлығының кәмеүен билдәләй. Улар бер милләт вәкилдәренән торған парҙарҙың нәҫелде лә күберәк ишәйтә алыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Билдәле, Советтар Союзында милләттәр айырмаһы ниндәйҙер кимәлдә юғалып ҡалған. Шул арҡала күпме ҡатын-ҡыҙ ситкә кейәүгә сығып, бөгөн башҡа милләт балаларын үҫтерә. Ул ғына түгел, “һиңә башҡорт булыу кәрәкмәйәсәк” тип балаларын тәрбиә­ләгән үҙебеҙҙең туғандар ҙа бар. Олатайҙар мең әйләнеп сыҡҡандыр инде ҡәберҙәрендә...
Ике яҡлы стандарттар кеүек үк, ҡараштар ҙа икегә бүленгән. Берәүҙәр заманса тип, боронғолоҡтоң нигеҙен аҡтарһа, икенселәр әле булһа тупһа йылыһын һаҡлай. Тик үткән менән бөгөнгө араһы ғына ғаилә сылбырылай өҙөлөүен дауам итә. Ошонда ғаилә төшөнсәһен нығытыу, уны тарҡатыуға сиктәр ҡуйыу кәрәкмәйме икән? Бала культын күтәреү ҙә һөҙөмтә бирер төҫлө. Милләтебеҙҙең нигеҙе ғаиләлә бит...



Вернуться назад