2016-2017 йылдарға иҫәпләнгән “Өлкән быуын” программаһы Краснокама районында йәшәгән хаҡлы ялдағыларҙың социаль әүҙемлеген артабан күтәреүгә булышлыҡ итеүҙе күҙ уңында тота. Уны тормошҡа ашырыу барышында ауыл биләмәләренең барыһында ла төрлө саралар ойошторола.Уларҙы үткәреүгә район хакимиәте ветерандарҙы ла даими йәлеп итә. Берлектәге эштәр теҙмәһе урындағы тарих һәм тәбиғәт ҡомартҡыларына, музейҙарға сәйәхәттән башлап ветерандарҙың үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары һәм ҡыҙыҡһыныу буйынса клубтары эшмәкәрлеген, ҡыҙыҡлы тематик кисәләрҙе һәм осрашыуҙарҙы, ололарҙың йәш үҙенсәлектәренән һәм физик мөмкинлектәренән сығып уҙғарылған сәмле бәйгеләрҙе лә үҙ эсенә ала.
Өлкән ағай һәм апайҙарҙың сараларҙа бик теләп ҡатнашыуын, күп кенә ойоштороу мәшәҡәттәрен үҙ иңдәренә алыуын айырып билдәләргә кәрәк. Торған һайын быға тиклем ситтәрәк йөрөгәндәрҙең уларға ҡушылыуы ла маҡтауға лайыҡ. Иң мөһиме, әлбиттә, ветерандарҙың төрлө ауылдарҙа көн иткән дуҫ-иштәре, йәштәштәре, элекке хеҙмәттәштәре һәм таныштары менән, ҡайһы берҙәре өсөн хатта һиҙелерлек оҙаҡ ҡына ваҡыттан һуң, күрешеү-аралашыуы. Был шатлыҡты үҙҙәре кисергәндәр генә тулы кимәлдә аңлайҙыр.
Ни генә тиһәң дә, оло быуын вәкилдәре уртаҡ эш-фиғелде һәм бергәләп күңел асыуҙы нығыраҡ үҙ итә. 60 йәштән өлкән ир-аттарҙың һәм 55-те уҙған ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер-бер артлы ойошторолған район спорт фестивалдәре бының матур өлгөһө булды. Ун бер ауыл биләмәһе командаһы ҡатнашҡан бәйгелә апай-инәйҙәр шашка, дартс һәм кәрзингә туп ырғытыу буйынса көс һынашты. “Беҙҙең ҡомар әле етерлек”, — тип сәмләнеп ярышты унда ололар.
Яңы Йәнйегет ауылынан бәйгелә әүҙем ҡатнашҡан Рәйсә Яҡуповаға, мәҫәлән, 75 йәш. Ул үҙенең спорт менән даими шөғөлләнеүе, көн дә иртән физик күнекмәләр яһауы хаҡында бәйән итте. Февралдә ауылдарында ойошторолған саңғы ярышында йәштәштәре араһында иң етеҙе булған һәм махсус миҙал менән бүләкләнгән. “Хәрәкәттә – бәрәкәт” тип, йәйгеһен үтәсәк велосипедсылар уҙышында ҡатнашырға бөгөндән әҙерләнә башлаған.
Ошо бәйгелә шашка оҫтаһы булып танылған Веля Вайтина ла спорт менән йәштән дуҫ икән.
– Йүгереү һәм саңғы буйынса төрлө бәйгеләрҙә үҙем эшләгән коллектив өсөн даими сығыш яһай торғайным, – тип һөйләне ул. – Оло йәштәгеләр ярышында тәүге ҡатнашыуым. Яҡшы күрһәткесемә, ауылдаштарымдың ышанысын аҡлай алыуыма шатмын.
Ольга СТЁПКИНА,
ветерандарҙың йәмәғәт
ойошмаһы рәйесе.