Ҡайҙа һин, атай?17.05.2016
Ҡайҙа һин, атай? Туҡталышта торған ят ирҙең ҡаршыһына бер сабый килеп баҫты ла: “Атай!” — тине, күҙҙәрен мөлдөрәтеп... Шул арала арттараҡ барған әсәһе йүгереп барып балаһының ҡулынан тотоп алды һәм, “Был атайың түгел, киттек, әйҙә!” тип юлын дауам иттерҙе. Артабан бары нәҙек кенә тауыштың һорауҙар яуҙырғаны ишетелеп ҡалды... Сабыйға нисек аңлатырға атаһының юҡлығын? Ташлап китте, командировкала йәки бүтән килмәҫ кешене оҙаҡламай ҡайта тиергәме?.. Ә балалар баҡсаһына йөрөй башлаһа? Унда бит башҡаларҙың атайҙары барлығын күргән сабыйҙа тағы ла һорауҙар тыуасаҡ. Нисек инде, барыһының да атаһы, ғорурланырлыҡ кешеһе бар ә һинеке...


“Росстат” хеҙмәткәрҙәре белдере­үенсә, баланы ата-әсәнең береһе генә тәрбиәләгән ғаиләләр һаны һуңғы йылдарҙа алты миллиондан ашҡан. Күп осраҡта сабыйҙар әсәһенең ҡул аҫтында ҡала (яҡынса 5,6 миллион), алты йөҙ мең тирәһе — атай ҡарамағында. Һәр дүртенсе өйгә атай йә әсәйһеҙ үҫкән бала тура килә, тимәк. Башҡа һыймаҫлыҡ күренеш! Нисәмә өйҙөң тәҙрәһенән мөлдөрәшеп баҡҡан күҙҙәр “Ҡайҙа һин, атай?” тип һораған төҫлө. Урамдан да тыныс уҙа алмаҫһың... Был бер эпидемия кеүек бөгөн, йәмғиәт сире...
Әлбиттә, баланың тулы булмаған ғаиләлә үҫеүе төрлө сәбәптәрҙән килеп сыға. Ҡайһы берҙә атай кешенең донъянан иртә китеүенә лә бәйле. Әммә айырылышыу, никахһыҙ ауырға ҡалыу осраҡтарының һаны әллә күпмегә артыҡ был йәһәттән.
Башҡортостанды ғына алғанда ла, мәҫәлән, былтырғы мәғлүмәт буйынса, 34062 никах теркәлгән, шуның 18192-һе тарҡалған. Рәсәйҙең башҡа төбәк­тәренә күҙ һалғанда, ут күршеләребеҙҙә бер мең никахҡа 646 айырылышыу осрағы тура килә. Чечняла иһә ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауҙары айырыуса һиҙелә, унда яңы ҡоролған мең ғаиләнең 142-һе тарҡалған. Рәсәй Федерация­һында дөйөм күренеш шулай: бер йылда 1225985 никах һәм 693730 айырылышыу.
Белгестәр белдереүенсә, бөгөнгө заманда күптәрҙең никахҡа еңел ҡарашта булыуы, йәрәшеүҙе ҡабалан хәл итеүе ғаилә тарҡалыуының төп нигеҙе булып тора. Йәнә хыянат, иптәшенең матди хәле, эскелек һәм наркомания ла айырылышыу һөҙөмтәһенә илтә тип иҫәпләнә. Һуң, ир көн дә эсеп ҡайтып йоҙроҡ төйнәһә, малын сығарып һата башлаһа, сабый ҡараған әсә оҙаҡ түҙә алырмы? Ғөмүмән, бындай осраҡта түҙеү кәрәкме?.. Ә гәзиттең үткән бер һанында баҫылған “Табылған бәхет” тигән яҙмалағы кеүек һөйәркәһен “һеңлем” тип өйгә индерһә?..
Бер оло уҡытыусым “был тормошта ике нәмәне яңылышмай һайларға кәрәк – һөнәр менән һөйгән йәреңде” тиер ине. Уныһы ла бар, ләкин шул уҡ ваҡытта наркомания ла әллә ниндәй ышаныслы кешеңде үҙенә йолоп алыуы ихтимал. Тоҙағы аҙым һайын ҡоролған уның. Унан тағы ауыр тормош шарттары тыуҙырған бәхәстәр ҙә ғауға булып нисәмә ғаиләнең башына еткәндер. Эйе, дәүләт был йәһәттән үҙ ярҙамын күрһәтергә тырыша ул. “Йәш ғаилә”, Әсәлек капиталы кеүек ҡеүәтләү саралары күрелә, балаларға пособие бүленә. Әммә күпселек әсәләрҙең әйтеүенсә, кешенең һатып алыу мөмкинлегенә тап килмәй улар, документтарын юллау ҙа үрмәксе ауына тиң. Шул уҡ пособие, мәҫәлән, балалар баҡсаһына түләгән хаҡ менән сағыштырғанда бөтөнләй юғалып ҡала. Йәшәү урыны тураһында һүҙ йөрөткәндә, ипотека ярҙамға килә. Тик бер генә шарт бар: йылдар һуҙымында ҙур бурысты муйыныңа аҫырға әҙер булыуың.
Шул уҡ ваҡытта беренсе һәм икенсе балаларға түләнгән аҡса, өсөнсөһөнә бирелгән ер кеүек ярҙамдың файҙаһы ла теймәй ҡалмайҙыр. Был йәһәттән Белоруссияның миҫалы һоҡландыра. Унда йәш ғаиләгә ике-өс йыл эсендә кредитҡа фатир бирелә. Ул ғына түгел, балаларҙың һанына ҡарап төрлө кимәлдә бурысын ҡаплауҙы хөкүмәт үҙ өҫтөнә ала. Шулай итеп, өсөнсө баланан һуң фатир хаҡының — 75 процентын, бишенсеһенән 100 процентын түләй икән.
Нисек кенә булмаһын, әле генә йәрәшкәндәргә донъяларын теүәлләй башларға кәрәк. Боронғолар әйтмешләй, ир кеше өй һалырға, ул үҫтерергә, ағас ултыртырға тейеш. Тик бөгөн ҡайһы яҡта үҙең ултыртҡан ағасты ҡырҡа алаһың? Бура күтәрергә ҡарағай биреләме?.. Халыҡ әйтеүенсә, һәр ерҙә лә был мең ғазапҡа төшә, ҡайын йә уҫаҡ ҡына алғың килмәһә. Күпме ирҙәр, ана, ауылда бер өй һалыр өсөн Себер китте, донъяһын теүәлләр өсөн ҡотоптарға юлланды... Ә күпме ғаилә ошондай шарттарға ҡаршы тора алмай тарҡалды?..
Ярай әле ауырға ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар бер нимәгә ҡарамаҫтан, аборттан баш тартып, бала табыуҙы өҫтөн күрә. Аборт тигәс, һуңғы биш йылда Башҡортостанда уларҙың һаны 25 процентҡа кәмеүен дә билдәләргә кәрәктер. Нисек кенә булмаһын, яҡшы күренеш. Тик һуңғы арала ишетелеп ҡалған “беби-бокс”тар хафаға һала. Балаларын шунда һалып китеүселәр артмаҫмы икән?..
Йәнә гражданлыҡ никахы ла бөгөн киң таралған. Уларҙың да күпмеһе тарҡалғандыр, кем белә? Әммә һөҙөм­тәләр ҡыуанырлыҡ түгел: балаһы менән яңғыҙ ҡалған әсә һәм матди ярҙам күрһәтмәгән ир.
Бәлиғ булмағандарҙың енси тормошто иртә башлауҙары ҡурҡыныс күре­нешкә әйләнгән бөгөн. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, йыл һайын донъяла 15-тән алып 19 йәшкә тиклемге 16 миллион үҫмер ҡыҙ бала таба. Был һандар беҙҙә лә шәптән түгел. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙан күренеүенсә, яҡынса 2,5-3 миллион әсәгә 18 йәш тулмаған, һәм улар яңғыҙ әсә статусында. Йыш ҡына бәлиғ булмағандар сабыйҙарын балалар йортона тапшыра, урамға ырғытып китә. Ә бала күтәреп ҡайтҡанда ла үҫмерҙе өйҙә ни көтә? Ҡосаҡ йәйеп ҡаршыла­маҫтар бит үҙен, туғандары ла тынғы бирмәҫ... Ғөмүмән, атай тейеш кешеһе ҡайҙа икән?
Башҡа һыймаҫлыҡ күренештәр. Былар барыһы ла — йәмғиәттең ауырыуы. Шул уҡ сығып киткән ир ҙә, никахһыҙ бала тапҡан ҡыҙ ҙа халҡыбыҙҙың бөгөнгө хәлен күрһәтә. Ҡайҙалыр тәрбиә биреү аҡһаған да берәүҙәр намыҫ тигән төшөнсәне алмай ҡалған кеүек... “Сексуаль революция” тигәнең дә ошолай сағылыш табалыр. Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһы иҫкә төшә, заман менән йола бәрелеше. Тик заманы әҫәрҙә мөхәббәт булараҡ сағылыш ала, ә бөгөнгө аҙғынлыҡ булып түгел. Йола иһә хәҙер хәтерҙә генә ҡалып, тормош-дәрүиштең идеология­һына һалынған, имеш...
Хөкүмәт күрһәткән ярҙам да, бәлки, йәш ғаиләнең тормош шарттарын тейешенсә яҡшырта алмайҙыр, ләкин шунда ла ҡыйынлыҡтарҙы бергә үтергә мөмкин бит. Йәки шул уҡ торлаҡ хаҡы, булмаған байлыҡҡа ымһыныу ғаилә ҡиммәттәренә торошломо ни?.. Ниңә бергәләп алған кредиттың ваҡыты никах ғүмеренән оҙонораҡ һуң? Элек бөгөнгөнән дә ауырыраҡ заманалар булған дабаһа! Аслыҡ йылдары... Кейер кейем булмағанда бер сабата ғына ла күпме кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалған! Ошонда быуаттар буйы әллә нисәмә быуынды тәрбиәләгән халыҡ аңы ниндәйҙер ярҙам күрһәтә алыр төҫлө. Уйлап ҡараһаң, ғаилә физикалағы атом кеүек, ә уларҙан халыҡ молекулаһы төҙөлә. Тимәк, атомдарҙы тарҡатмаҫ өсөн үҙенә генә ярашлы ҡанундарҙың һаҡланыуы кәрәк. Юғиһә уларҙың тарҡалыуы молекулаға ла йоғонтоһоҙ ҡалмаҫ.
Ярай әле “Аулаҡ өй”, “Аҡ ауаз” кеүек таныштырыу, ҡауыштырыу ойошмалары эшләй. Уларҙың эшмәкәрлеге буйҙаҡтар, яңғыҙаҡтар һанын арттырмаҫҡа булыш­лыҡ итә. Был йәһәттән, бәлки, ғаилә ҡороу мәсьәләһен хәл итә алмаған йәш­тәргә ололарҙың да ярҙамы кәрәктер? Әйткәндәй, күптән түгел яңғыҙ ир-атҡа һалым һалыу мәсьәләһе ҡуҙғатылғайны. Тик бының ғына ярҙамы тейерме? Йылдар буйы үҙ балаһына алимент түләмәгән ирҙәрҙе аҡылға ултыртыу мәсьәләһен кем хәл итер? Ләкин бер айырылған ир-егет икенсегә өйләнергә ашыҡмай, ә балаһы менән яңғыҙ ҡалған ҡатын-ҡыҙға яңынан ғаилә ҡороу ярайһы ҡатмарлы. Ошонда ҡайһы бер яңғыҙ­ҙарҙың талаптары аптыратып ҡуя. Күптәргә, мәҫәлән, фатирлы, машиналы тормош юлдашы кәрәк. Егеттәр, ғәҙәттә, ҡатын-ҡыҙҙың балаһы булыуын хушһын­май...
Кеше — ғаиләнең генә түгел, тотош йәмғиәттең, милләттең бер өлөшө. Шуға бөгөн һәр өлөштө, һәр бөртөктө ҡәҙерләргә кәрәк. Был дәүләт кенә хәл итә торған проблема түгел, йәмғиәт иңендә лә ята ул. “Ҡайҙа һин, атай?” тигән һорау биргән бала ла бит, күҙҙәрен мөлдөрәтеп, билдәһеҙлеккә түгел, шул уҡ халҡыбыҙға баға. Ул ғына түгел, милләтебеҙ бөгөн үҙе урамда атаһын эҙләп йөрөй булып сыға түгелме?!





Вернуться назад