Эштәре һөҙөмтәле17.05.2016
Башҡортостандағы эҙәрмән отрядтары Ленинград өлкәһендә ҙур экспедицияла булып ҡайтты. Республика ватансылыҡ тәрбиәләү үҙәгенең бүлек етәксеһе
Владимир Волков әйтеүенсә, 22 апрелдән 12 майға тиклем 100-ҙән ашыу ирекмән “Вороново”, “Хандрово”, “Волхов фронты” һәм “Погостье” лагерҙарында ҡаҙыу эштәре менән шөғөлләнгән.



Иң ҙур “Вороново” һәм “Хандрово” лагерҙары Мга эргәһендәге ҡаты һуғыш барған ерҙәрҙә ойошторолған. Бында ҡасандыр Волхов фронты ғәскәрҙәре ҡалалағы мөһим станцияға ынтылған, ти. Ирекмәндәргә Владимир Волков 2011 йылда тапҡан самолеттың өлөштәрен эҙләү бурысы йөкмәтелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер деталдәр табылыуға ҡарамаҫтан, уның номерын асыҡлап булмаған. Шул уҡ ваҡытта машина өлөштәре төшкән урынды билдәлә­гәндәр. Ул кәмендә туғыҙ квадрат километр майҙанды тәшкил итә.
– Ергә бәрелгәндә көслө шартлау булған, күрәһең. Ошо ерҙә табылған реактив авиация снарядтарының ҡалдыҡтары ла иҫбатлай быны, – тине Владимир Волков.
“Вороново” лагерының эше һәләк булған яугирҙәрҙе эҙләүгә ҡоролған. Быйыл унда 36 һалдаттың һөлдәһен тапҡандар. Дүрт медальондың да икеһе буш, береһен уҡып булмай, ти. Нуриман районының Байгилде ауылы лицейындағы “Хәтер” отряды ағзалары ҡулына эләккән медальонда Новосибирск өлкәһендә тыуып үҫкән Исаак Грибановтың исем-шәрифе яҙылған. Эҙәрмән Рәфҡәт Зөлҡәр­нәев­тең тырышлығы менән тиҙ арала яугирҙең туғандарын тапҡандар. Бынан тыш, Поречье ауылында һәләк булған яугирҙең һөлдәһе янында Межгорье эҙәрмәне Александр Якименко кемдеңдер исем-шәрифе яҙылған ҡалаҡ ҡаҙып алған. Әле был кешенең шәхесен асыҡлау йәһәтенән эш бара.
Погостье ауылы эргәһендә Өфөнән “Рейд” отряды һәм Санкт-Петербург­тың “Төньяҡ-көнбайыш” эҙәрмәндәр берекмәһе эшләгән. Улар тарафынан 1942 йылдың ҡышында һәләк булған ҡыҙылармеецтарҙың ҡәберлеге та­былған. “Волхов фронты” лагерында иһә Башҡортостандан 40-ҡа яҡын эҙәрмән тир түккән, улар ер аҫтынан 22 яугирҙең һөлдәһен сығарып алған.
“Синявин бейеклектәре” мемориалында Владимир Волковҡа тыуған яғына – Бәләбәйгә – ҡайтарып ерләү өсөн ҡыҙылармеец Николай Митягин­дың һөлдәһе тапшырылған.




Вернуться назад