Йәмләнеп китте Яҡуп ҡойоһо буйҙары!17.05.2016
Йәмләнеп китте Яҡуп ҡойоһо буйҙары! …“Т-40” тракторы бәләкәй булһа ла, көслө лә, ҡулайлы ла. Саба ла, һөрә лә, ана, әле сәскес тағып, Көҙән ауылының халыҡ телендә Яҡуп ҡойоһо тип аталған яланы буйлап саң туҙҙырып килә. Хәйер, үҙең дәртле икән, техника барыһын да булдыра ул.

Илнур Ғатауллин Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлау менән республикала киң билдәле “Алексеевка” совхозына эшкә урынлаша. Йәш белгес тәүге көндән үк баш-көллө хеҙмәт бурысына сума, өйрәнә, тәжрибә туп­лай. Бер үк ваҡытта ғаилә лә ҡороп ебәрә. Шулай эштәр көйлө генә алға китә. Тик… тыуған ауылына ҡайтҡан һайын егет бер күренешкә әсенә: ҡасандыр атай-олатайҙары ең һыҙғанып иген-йәшелсә үҫтергән ялан-ҡырҙар сүп үләне аҫтында ҡалған, емерек хәлдәге биналар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ә бит уның олатаһы, Башҡортос­тандың атҡаҙанған малсыһы Марат Ғатауллин фермаларҙа бөтә һа­уым­ды бергә туплаған линияларҙы бынан 30 йылдар элек үк ҡуллана, беренселәрҙән булып сит илдән күп һөт биргән һыйырҙар алып ҡайта.
Хужалыҡ тарихта ғына ҡалһа ла, ерҙәр бит урынында — эйәһен көтә. Былтыр, тәүәккәлләп, пайсы­лар­ҙан 50 гектар ер ҡуртымға ала Илнур. Беренсе ҡоймаҡ төйөнһөҙ булып сыға егеттең, ни тиһәң дә, алға киткән хужалыҡта ун йылға яҡын эш тәжрибәһе бар бит. Бәрәңге тәгәрәп үҫә: күпмелер өлөшө һатыла, күпмеһелер орлоҡ­ҡа һалына. Тик быйыл “икенсе икмәк” менән генә сикләнеп ҡалмай йәш хужа: арпа, кишер һәм башҡа йәшелсә культуралары сәсеү өҫтөндә.
…Трактор яҡынлашыу менән ялан батырҙарының йөҙҙәре лә асыҡ күренә, тик саңға батҡан биттәрҙең ҡайһыһы хужаныҡы икәнлеген башта айырып булмай.
— Үҙем агроном, үҙем бухгалтер, үҙем һабансы. — Илнур үҙе йылмайып килеп күрешкәс кенә барыһы ла аңлашыла. – Бына атай тракторсы, үҙе сәсеп бирә, Илдус ҡустымды эшкә алдым, хәҙер алыштырғыһыҙ ярҙамсы, — тип эшсәндәре менән дә таныштыра йәш хужа.
Ысынлап та, таянырҙай атай-ҡустылар барҙа ең һыҙғанып эшкә тотонорға була, хәйер, урындағы халыҡ һәм етәкселек тә дәртләндереп кенә тора икән.
— Алла бирһә, уңыш мул булыр, урындағы етәкселек ярҙамы менән, бәлки, һаҡлағыс мәсьәләһен дә хәл итербеҙ, ерҙе арттырырбыҙ, яңы техникалы булырбыҙ, — тип йәнә йылмая егет сәскескә орлоҡ бушатҡан ыңғайы.
Ул да булмай, Рәмил ағай тракторын гөрләтеп ебәрә. Илнурға изге теләктәр әйтергә тип уҡталам да, тик ул алыҫ инде. Ялан кешеһен уттай ҡыҙыу эш мәлендә оҙаҡ борсоп тороп буламы ни?






Вернуться назад