Закондың көсө — уның үтәлеүендә17.05.2016
Закондың көсө — уның үтәлеүендә 8 – 12 июлдә Өфө ҡалаһында суд һәм башҡа вәкәләтле органдарҙың акттарын мәжбүри башҡарыу мәсьәләләре буйынса VII халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция уҙасаҡ. Ойоштороусылар әйтеүенсә, абруйлы сарала Суд приставтары федераль хеҙмәте һәм уның территориаль органдары эшмәкәрлегенең хоҡуҡи тәьминәте, уны ойоштороу, суд приставтары хеҙмәте мәнфәғәттәрен судта яҡлау мәсьәләләре ҡараласаҡ. Шулай уҡ хеҙмәткәрҙәрҙең хәүефһеҙлеге, суд процесы ваҡытында приставтарҙы һәм суд хеҙмәткәрҙәрен хоҡуҡи яҡлау, ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы нигеҙләү һәм башҡа мөһим мәсьәләләр тикшереләсәк. Кәңәшмәлә Башҡортостандың Арбитраж һәм Юғары суд рәйестәре, ғалимдар, тармаҡ белгестәре, Франциянан, Германиянан, Израилдән, Ҡытайҙан, Монголиянан, шулай уҡ башҡа тарафтарҙан ҡунаҡтар ҡатнашыуы көтөлә. Әйткәндәй, бындай мәртәбәле сараның нәҡ Башҡортостан ерлегендә үткәрелеүе юҡҡа түгел. Рәсәйҙең Суд приставтары федераль хеҙмәте етәкселеге республикала хоҡуҡи эш юғары кимәлдә ойошторолған тип һанай. Һуңғы йылдарҙа төбәктә приставтар эшенә дәғүә белдереп судҡа мөрәжәғәт итеүселәр ҙә ҡырҡа кәмегән, был да эштең сифатын билдәләгән аныҡ күрһәткес. Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының баш суд приставы Зариф БАЙҒУСҠАРОВ менән әңгәмәгә лә нәҡ ошо конференция сәбәпсе булды ла инде.

— Зариф Закир улы, Суд приставтары федераль хеҙмәте — граж­дан­дарҙың Конституцияға ярашлы хоҡуҡ­тарын яҡлау системаһының мөһим өлөшө. Һеҙҙең бурыстарығыҙ күп һәм уларҙы уңышлы үтәйһегеҙ. Башҡа­рыл­ған эш күләме буйынса Башҡорт­остан идаралығы Рәсәйҙә гел тәүге урындарҙа килә...
— Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр, Законға ярашлы, өс төп бурысты намыҫлы үтәү өсөн көс һала: суд ҡарарҙарын мәжбүри үтәү, судтар эшмәкәрлегенең билдәләнгән тәртибен тәьмин итеү, ҡайһы бер төр енәйәттәр буйынса алдан тикшеренеүҙәр үткәреү. Һәр йүнәлештең үҙенә генә хас ҡатмарлы, ауыр яҡтары бар. Эш күләме лә йылдан-йыл арта ғына. Мәҫәлән, 2005 йылдың ғинуарынан сентябренә тиклем 408 мең самаһы башҡарыу эше иҫәп­ләнһә, былтыр ул 1 миллион 800 меңдән ашты. Шуның менән бергә эште башҡарыу тәьҫирлелеге лә арта бара. Былтыр, әйтәйек, йыл дауамында бурыслыларҙан туғыҙ миллиард һумдан ашыу аҡса ҡайтарып алыуға өлгәштек. Һуңғы биш йыл эсендә беҙҙең хеҙмәт ярҙамында 142 мең кеше эш хаҡын алыуға өлгәште. Енәйәт эштәрен асыҡлауҙа һәм тикше­реүҙә лә әүҙем эшләйбеҙ.
Эшмәкәрлектең социаль йүнәлеше лә өҫтөнлөклө булып ҡала. Суд приставтары, алимент түләтеү буйынса әүҙем эшмә­кәрлек йәйелдереп, бәлиғ булмаған балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлай, бурыслы ойошмаларҙан граждандарға хеҙмәт хаҡын ҡайтарып бирә. Шул уҡ ваҡытта һалымдан баш тартҡан ойошмаларҙан, шәхси кешеләрҙән бурыстарын түләтеп, республика һәм ил ҡаҙнаһын тулыланды­рабыҙ. Суд эшмәкәрлегенең билдәләнгән тәртиптә, хәүефһеҙ үтеүен дә күҙәтә хеҙмәткәрҙәребеҙ. Был йүнәлеш суд приставтарынан ҙур яуаплылыҡ, һиҙгерлек талап итә. Кеше именлеге өсөн хәүеф тыуҙырған, тыйылған предметтар менән суд залына килеүселәр юлын тап беҙҙең талапсан хеҙмәткәрҙәр уяулығы өҙә. Ҡыҫҡаса ғына әйткәндә, суд приставтары хеҙмәте судтың хөкөм эштәрен теүәлләй, уның ҡарарҙарын тормошҡа ашыра. Беҙ ни тиклем яҡшыраҡ, һөҙөмтәлерәк эшләһәк, тимәк, суд системаһы ла шунса нығый.
— Суд эшмәкәрлеге, алимент түләмәүселәр, һалым хеҙмәте, хоҡуҡ һаҡлау органдары, бурыслы ойошмалар, мигранттар... Һеҙҙең структура менән хеҙмәттәшлек итмәгән орган ҡалманы ла шикелле.
— Күмәкләгән — яу ҡайтарған, тигәндәре ошо була инде. Хәйер, шунһыҙ ярамай ҙа. Бер төптән, бер маҡсаттан эшләгәндә генә ниндәйҙер юғары күрһәткестәргә өлгәшеп була. Суд приставтарының эш башлар алдынан биргән анттары ҡыҫҡа булһа ла, уның йөкмәткеһендә хеҙмәткәрҙең бөтә яуаплылығы асыҡ сағыла: “Үҙемдең вазифаларымды тормошҡа ашырғанда Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын һәм закондарын үтәргә, суд приставы бурыс­тарын намыҫ һәм тоғролоҡ менән башҡарырға ант итәм”. Закондың көсө – уның үтәлеүендә.
— Суд приставы — дәүләт хеҙмәтенә ялланған вазифалы кеше. Күреүебеҙсә, уның вәкәләттәре лә күп. Ғөмүмән, ниндәй һөнәр ул? Гәзит уҡыусылар был эшкә нисек эләгергә була тип тә ҡыҙыҡһына.
— Биләгән вазифаһына ҡарап, суд приставы төрлө эш менән шөғөлләнә: федераль закондар менән ҡаралған осраҡтарҙа суд акттарын, башҡа органдарҙың һәм вазифалы кешеләрҙең ҡарарҙарын мәжбүри үтәүҙе, тәртип боҙоуҙар, ҡайһы бер енәйәттәр буйынса алдан тикшереү үткәреүҙе тәьмин итә. Суд эшмәкәрлегендә билдәләнгән тәртипте һаҡлау — суд приставтары хеҙмәте эшендә мөһим йүнәлеш. Был йәһәттән приставтар суд процесында ҡатнашыусыларҙың именлеге өсөн яуап бирә. Һаҡлау функцияһынан тыш, хөкөмгә тарттырылыусыны, шаһиттарҙы һәм башҡаларҙы суд ултырыштарына, бурыс­лыларҙы суд приставы-башҡарыусыға һәм тәүтикшереүсегә мәжбүри рәүештә килтереүҙе ойоштороу ҙа йөкмәтелеүе ихтимал. Хеҙмәтебеҙ суд ҡарарҙарын үтәп, хөкөм сығарыу эшенең һуңғы ста­дияһын тормошҡа ашыра, суд системаһын һәм тотош Рәсәй дәүләтселеген нығыта.
Беҙҙең хеҙмәткә килергә ниәтләгән кеше сайтыбыҙға инеп резюме ҡалдыра ала. Интернеттағы адресыбыҙ: www.r02.fssprus.ru.
— Тормош бер урында ғына тор­маған кеүек, һеҙҙең структураға бәйле ҡануниәт тә үҙгәреп тора. Закондарҙың көсө — уның үтәлешендә, тинегеҙ. Ә норматив-хоҡуҡи базабыҙ ныҡ ҡатмар­лашып китмәнеме, бигерәк ҡаты түгелме?
— Закондар, ысынлап та, камиллаша. Әммә беҙҙеге талаптарҙы саманан тыш ҡаты тип әйтеп булмай. Әйтәйек, Германияла закондар күпкә ҡәтғиерәк. Израилдә, Белоруссияла бурыслылар хатта банкта иҫәп тә аса алмай. Үҙебеҙгә килгәндә иһә, быйыл ғинуар айында бурысы булған кешеләрҙең транспорт менән идара итеү хоҡуғын сикләү тураһында закон ҡабул ителде. Ҡануниәткә ярашлы, штраф һәм алимент буйынса 10 мең һум бурысы булғандарҙың водитель таныҡлығын ғәмәлдә тотоноуын сикләү ҡаралған. Әйткәндәй, бындай алым яңылыҡ түгел – сит илдәрҙә ошондай закондар ҡабул ителгән һәм эшләп килә. Бынан тыш, сит илгә сығыуҙы сикләү ҙә — бурысты ҡайтарыуҙың законлы һәм мөһим сараһы. Башҡортостанда әлеге ысул әүҙем ҡулланылып, ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Былтыр ғына 25 меңгә яҡын осраҡ ошо ҡануниәткә эләкте. Бынан тыш, республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың башланғысы менән ваҡытында хеҙмәт хаҡын түләмәгән эшҡыуарҙарға ла сит илгә сығыуҙы сикләү тураһында закон проекты әҙерләнде. Әле документ Рәсәй Дәүләт Думаһында хоҡуҡи тикшереү үтә.
— Ә бурысыңдың булыу-булмауын ҡайҙан белергә?
— Республикала йәшә­гән­дәргә идаралыҡтың урындағы бүлегенә шә­хесте раҫлаған документ менән мөрәжәғәт итергә мөмкин. Шулай уҡ ида­ра­лыҡтың сайтындағы “Баш­ҡарыу эштәре банкы”ның айырым бүлегенән белергә була: www.r02.fssprus.ru. Бынан тыш, Windows Phone, iPhone һәм Android мобиль ҡулланмаларына ҡушымта эшләп сығарыл­ды. Ҡушымта башҡарыу эштәре буйынса бурыс барлығын белдереп кенә ҡалмай, мәғлүмәт алыуға яҙылыу мөмкинлеген дә бирә.
— Ысынлап та, хеҙ­мәттең сайты бик уңай­лы. Ҡыҙыҡһындырған һәр мәғлүмәтте табырға була. Борсоған һорауың­ды ҡалдырып, яуап алыу ҙа яйлы. Шулай ҙа гәзит уҡыусыларыбыҙға “Башҡарыу эштәре банкы” хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт биреп китәйек әле...
— Сайтыбыҙҙағы был бүлек аша исем-шәрифегеҙҙе яҙып, бурыс күләмен белергә, һуңынан әҙер квитанцияны принтерҙа баҫтырып алырға йәки шунда уҡ электрон янсыҡ ярҙамында тейешле аҡсаны түләргә була. Былтыр 10 меңдән ашыу кеше ошо ысулды файҙаланған. Ә банк мәғлүмәттәре менән танышыу өсөн сайтҡа аҙнаһына өс мең тирәһе кеше инеп сыға. Бынан тыш, туғандарығыҙҙың, таныштарығыҙҙың бурыстары тураһында ла мәғлүмәтте тикшерә алаһығыҙ.
— Белеүемсә, идаралыҡтың “ышаныс телефоны” ла булдырылған...
— Эйе. Мөрәжәғәттәр махсус журналда теркәлеп бара. Һәр ҡайһыһы тикшерелә, уны тиҙ арала хәл итеү юлы күрелә. Шуны билдәләгем килә: был телефон граж­дандарға мәғлүмәт биреү өсөн кәрәкле бәйләнеш кенә түгел, суд приставтары араһында ришүәтселекте асыҡлау өсөн һәйбәт алым да. Кеше бындай кире күренештәр тураһында әйтеп бармай, хоҡуҡ һаҡлау органдарына ла мөрәжәғәт итмәй. Телефонға шылтыратҡандар иһә аноним рәүештә мәғлүмәт ҡалдыра ала, ул мотлаҡ тикшереләсәк, быға шикләнмәгеҙ. (347) 273-53-82 телефоны тәүлек әйләнәһенә эшләй, шәхси мәғлүмәт ситкә таратылмай.
— Сайтта шуға иғтибар иттем: ҙур күләмдә бурысы булғандарҙы “Иғтибар, эҙләйбеҙ!” тигән рубрикала фотоһы, исем-шәрифе менән күрергә мөмкин. Был алым һөҙөмтә бирәме?
— Күп осраҡта исемлеккә “кәкүк” атайҙар инә. Былтыр алимент түләүҙә бурысы булған ике меңдән ашыу кешегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ғөмүмән, әлеге тема көнүҙәклеген юғалтмай, сөнки үҙ балаһына аҡса түләүҙән баш тартҡан атайҙар һаны арта. Был — йәмғиәтебеҙ өсөн ҙур проблема. Әлеге көндә 25 меңдән ашыу кеше балаһына алимент түләүҙән баш тарта. Шуларҙың 10 процент самаһы — әсәйҙәр. Алимент буйынса бурыслы­ларға ҡарата суд приставтарының эш алымы шулай: беҙ беренсе тапҡыр уны киҫәтәбеҙ, икенсегә — штраф һалабыҙ, был да ярҙам итмәһә, эҙләп табып, һөйләшәбеҙ. Был йәһәттән хатта мәсеттәр, сиркәүҙәр менән дә хеҙмәттәшлек булдырғанбыҙ. Әгәр был саралар ҙа һөҙөмтә бирмәһә, енәйәт эше ҡуҙғатабыҙ. Енәйәт эше асылһа, хоҡуҡ боҙоусыны бер йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү ҡаралған. Тик был яза ла күптәрҙе аҡылына килтермәй: ундайҙар иреккә сыҡҡас та шул уҡ ҡылығын дауам итә. Бөгөн республика буйынса 1 мең 600-ҙән ашыу алимент буйынса бурыслыны эҙләйбеҙ. Кемдер Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында эшләй, хатта асарбаҡ булып китеүселәр ҙә бар.
— Нисек уйлайһығыҙ, “кәкүк” атайҙарҙың артыуы нимәгә бәйле — аҡсаһыҙлыҡҡамы, яуаплылыҡ юҡлы­ғы­на­мы, үҙ балаңа битарафлыҡҡамы, әллә башҡа сәбәптәре лә бармы?
— Минеңсә, бының тамырын тәрәндән — тәрбиәнән эҙләргә кәрәк. Бала яҙмышын тәрбиәсенең йә булмаһа уҡытыусының ғына иңенә һалып ҡуйыу дөрөҫ түгел. Сабыйын иң тәүҙә ата-әсә үҙе хәстәрләргә, ысын ир-егет итеп тәрбиәләргә тейеш! Бер генә миҫал. Бер йылда Өфөгә Чечен Республикаһының Суд приставтары хеҙмәте начальнигы килгәйне. Һүҙҙән һүҙ сығып, уның менән дә ошо хаҡта һөйләшеп киттек. Баҡтиһәң, ул төбәктә алимент түләмәй ҡасып йөрөгән бер кеше лә юҡ икән. “Һеҙ быға нисек өлгәшәһегеҙ?” тигән һорауыма, ҡунағыбыҙ: “Беҙҙә, балаңды ҡарарға тейешһең, тип бәлә­кәйҙән тылҡыйҙар. Кемдер үҙ балаһын ҡарауҙан баш тартһа, ул кеше менән һаулыҡ та һорашмаясаҡтар”, — тип яуап­ланы...
— 1 мең 600 атай... Эҙләйбеҙ, таба алмайбыҙ, тиһегеҙ. Ә балалар бит үҫә. Сабыйҙарын яңғыҙ тәрбиәләгәндәргә был осраҡта нимә эшләргә. Көтөргә генә ҡаламы?
— Законға ярашлы, алимент түләмәй ҡасып йөрөгән атай бер йыл эсендә табылмай икән, әсә кеше судҡа мөрәжәғәт итеп, пособие юллай ала. Әлбиттә, кеше табыла ҡалһа, ул был аҡсаны Хөкүмәткә кире ҡайтарып бирергә бурыслы. Әммә иң мөһиме – ҡасып йөрөгән атаның ғаиләһе бөтөнләй ҡарауһыҙ ҡалмай. Пенсия күләме минималь эш хаҡына тиң – тимәк, һәр бала өсөн алты-ете мең һум түләнәсәк.
— Рәсәй биләмәһендә законһыҙ йәшәгән миг­рант­тарҙы тыуған яғына оҙатыу тураһында мат­буғат саралары йыш яҙа. Күптәр, моғайын, был эште суд приставтары башҡарғанын белмәйҙер...
— Эйе. Былтыр беҙҙең хеҙмәткәрҙәр тарафынан 600-гә яҡын сит ил гражданы тыуған яғына оҙатылды, быйыл – 200-ҙән ашыу. Уларҙың күпселеге — Үзбәкстандан. Бынан тыш, миграция закондарын Тажикстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Азербайжан, Төркмәнстан, Әрмәнстандан килеүселәр йыш боҙа. Былтыр хатта Сенегал һәм Америка граждандарын да тыуған яғына оҙаттыҡ.
— Зариф Закир улы, һеҙ суд приставтарының ғәйәт ҙур армияһына етәкселек итәһегеҙ. “Баш пристав эшкә килгән һәр кемде шәхсән, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшкәндән һуң ғына ҡабул итә, китә ҡалһа ла, сәбәптәрен асыҡлап әңгәмәләшкәндән һуң ебәрә, һәр беребеҙҙе исемләп белә”, – тип һөйләйҙәр. Хеҙмәткәрҙәрегеҙгә ҡарата бындай иғтибар ҡайҙан?
— Үрҙә әйтеп үтеүемсә, барыһы ла ғаиләнән килә. Ябай көтөүсе ғаиләһендә тыуып үҫһәм дә, тормош университеттары фәһемде мул бирҙе. Атайым ваҡыты-урыны сыҡҡан һайын: “Улым, кешене бер ҡасан да рәнйетмә, илатма, закондарҙы боҙма”, – тип өйрәтте. Ғүмергә етерлек һабаҡ булды атай һүҙе. Бала саҡтан уҡ һәр аҙымың өсөн яуаплылыҡ тойоуҙың, хоҡуҡтарыңды һәм бурыстарыңды белеүҙең әһәмиәте иҫ киткес ҙур. Беҙҙең иңгә төшкән эштәрҙең дә күбеһе яуапһыҙлыҡтан, башҡаларҙың хоҡуҡтарын һанға һуҡмауҙан килә. Шул уҡ “кәкүк” атайҙарҙы ғына алып ҡарайыҡ. Ғәзиз балаңды ҡарамау, унан бер тин аҡсаңды йәлләү, уны бәхетле бала саҡ хәтирәләренән мәхрүм итеү башҡа һыймаҫлыҡ бит. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай аяныслы күренештәр бер алиментсыларға ғына ҡағылмай... Тимәк, суд приставтарының өлөшөнә төшкән йөктөң кәмейәсәге тураһында һүҙ алып барырға иртәрәк әле.
— Ихлас яуаптарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, Зариф Закир улы. Эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!

Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА әңгәмәләште.



Вернуться назад