Ағыуға “ауыҙлыҡ” табылырмы?17.05.2016
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, этил спиртының алкоголле һәм спиртлы эсемлектәрҙең әйләнеше өлкәһендәге ҡануниәтте тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен өйрәнеү маҡсатында алкоголь баҙарындағы хәлде тикшерә башланы.

Ағыуға “ауыҙлыҡ” табылырмы? Белгестәр билдәләүенсә, һуңғы ваҡытта лицензиялы алкоголле эсемлектәрҙе һатыу күләме түбәнәйгән. Күптәр бындай динамиканы иҡтисади көрсөк менән аңлата. Әммә бер яҡшының бер яманы тигәндәй, аҡса­һыҙлыҡ арҡаһында законлы сауҙа “аҡһай” башлау менән, сифатһыҙ спиртлы эсемлектәр эсеп ағыуланыу осраҡтары артҡан. Бары тик Башҡортостанда ғына ағымдағы йылдың ғинуар-март айҙарында 41 кеше ошо рәүешле ағыуланып үлгән. Өҫтәүенә рес­пуб­ликаның һәр ауылында тиерлек тәүлек әйләнәһенә спиртлы эсемлектәр менән сауҙа иткән һатыу нөк­тәләре эшләй. Иң ҡур­ҡы­нысы — бындай кибеттәрҙә алкоголь һәр кемгә һатыла: балаларға ла, йәштәргә лә. Депутаттар составында 1,5 процент этил спирты булған үлән һам башҡа төнәтмәләрҙе лә мотлаҡ дарыуханаларҙа һәм та­биптың рецебына ғына нигеҙләнеп һатырға тәҡдим итә.
— Был өлкәлә хәл үтә етди һәм, үкенескә ҡаршы, унан сығыу юлдары ябай түгел. Тәжрибәнән күре­неүенсә, ғәмәлдәге хоҡуҡ көйләү системаһы ҡулла­ныусыларҙы суррогаттан һаҡлау мөмкинлеген бирмәй. Алкоголде һатыу шарттарын ҡатмар­ландырыу легаль рәүештә алкоголь һатыусыларҙың кеҫәһенә һуға. Ә уны законһыҙ һатыусылар элеккесә уңышлы рәүештә үҙенең бизнесын алып бара, бының менән йәмғиәтебеҙгә ҙур зыян килтереүен дауам итә. Шуға күрә бында законһыҙ эшмәкәрлекте иҡтисади йәһәттән килемһеҙ итер кәрәк. Бының өсөн ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү генә етмәй, ә дәүләт власы органдарының берлектәге эшмәкәрлеге талап ителә, — тип иҫәпләй эшсе төркөмдөң етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Франис Сәйфуллин.


Вернуться назад