Сәбәпһеҙ эшкә килмәһәң...17.05.2016
Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин 30 көн дауамында сәбәпһеҙгә эшкә сыҡмаған һәм һайлаусылар менән бәйләнеште өҙгән өсөн депутат мандатынан мәхрүм итеү тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы.


Төҙәтмә Дәүләт Думаһы депутаты һәм Федерация Советы ағзаһы статусы тураһындағы статьяға индерелә. Үҙгәрештәргә ярашлы, үҙ вәкәләттәрен даими үтәмәгән өсөн депутатлыҡ вәкәләттәрен һалдырыуға өҫтәмә нигеҙҙәр билдәләнә.
Һүҙ һайлаусылар менән эш алып барыуға талаптар, шулай уҡ Дәүләт Думаһы, уның комитеттары һәм комиссиялары ултырыштарында ҡатнашыу тураһында бара.
– Был башланғысты хуплауыбыҙ тураһында закон проекты әҙерлек стадияһында булғанда уҡ белдергәйнек инде, – тип комментарий бирҙе республика парламенты Рәйесе Константин Толкачев. – Әле 2005 йылда уҡ республика ҡануниәтенә бер нисә тапҡыр үҙ вазифаларын сәбәпһеҙ үтәмәгән өсөн Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты мандатын тартып алыу тураһындағы норма индерелгән ине. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәйем: билдәле банкир Азат Ҡорманаев – мандатынан мәхрүм ителгән беренсе депутат. Бындай регламенттар кәрәк, сөнки улар депутаттың эшмәкәрлеген яйлауға һәм уның эшенә яуаплы ҡарауға булышлыҡ итә.


Вернуться назад