Ошо көндәрҙә республикала социаль ярҙамға мохтаж кешеләргә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән “Изгелек кәрзине” социаль проекты тормошҡа ашырыла башланы. “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе тәҡдим иткән башланғыс сиктәрендә аҙыҡ-түлек магазиндарында оҙаҡ һаҡлана торған тауарҙарҙы йыйыу өсөн махсус кәрзиндәр урынлаштырыла. Уларҙағы әйберҙәр һуңынан мохтаждарға таратып биреләсәк.Баш ҡаланың Октябрь проспектында урынлашҡан “Байрам” магазины акцияла ҡатнашыу өсөн осраҡлы ғына һайланмаған. Яҡты, ҙур залда һатып алыусыларға ҡәҙимге аҙыҡ-түлектән тыш, тәмле-тәмле бәлештәрен дә, ҡош-ҡорт итен дә, көндәлек кәрәк-ярағын да тәҡдим итәләр. Көнөнә меңләгән кеше хеҙмәтләндерелә бында.
Беҙ бырып кергәндә, магазин гөрләп тора ине. Әммә башҡа ваҡыттарҙан айырмалы, был юлы ирекмәндәр ҡаршы алды. Диана һәм Әлфиә тип таныштырҙы улар үҙҙәре менән. Күҙ асып йомған арала магазиндың социаль проектта ҡатнашыуы, аҙыҡ-түлектең мохтаждарға адресланыуы тураһында һөйләп, беҙҙе лә акцияла ҡатнашырға саҡырҙылар, флайер тотторҙолар.
— Диана, һеҙҙең саҡырыуҙарҙы халыҡ нисек ҡабул итә? — тип ҡыҙыҡһынабыҙ.
— Берәүҙәр акция тураһында күптән белһә, икенселәр тәүгә ишетә. Һатып алырға мөмкин булған аҙыҡ-түлектең исемлеге менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа бар. Ундайҙар өсөн махсус флайерҙар әҙерләгәнбеҙ. Иң мөһиме — барыһы ла аңлап ҡабул итә. Бер кем дә акция кәрәкмәй тип иҫәпләмәй, — ти ул.
— Ә йыйылған аҙыҡ-түлектең нәҡ мохтаждарға барып эләгеренә шик белдереүселәр юҡмы?
— Төрлө фекерҙәр ишетергә тура килә, әлбиттә. Ҡайһы берәүҙәр хатта, үҙебеҙ алып барып бирәбеҙ, адресын ғына әйтегеҙ, тип тә ебәрә. Унан һуң беҙ бит акцияны яңғыҙыбыҙ ғына тормошҡа ашырмайбыҙ, йәмәғәт ойошмалары менән әүҙем эшләйбеҙ. Халыҡтан килгән һәр ярҙам теркәп барыла һәм адресатҡа еткерелә.
— Адресатҡа тигәндәй, мохтаждарҙың исемлеген ниндәй критерийҙарҙан сығып һайлайһығыҙ?
— Йәмәғәт ойошмалары менән эшләйбеҙ тинем, ә уларҙың һәр ҡайһыһында социаль йәһәттән ауыр йәшәгән ғаиләләрҙең, шул уҡ физик мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең, күп балалыларҙың, етемдәрҙең, ҡарауһыҙ ҡалған оло йәштәгеләрҙең тулы исемлеге бар. Унан һуң “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең базаһында ла тейешле мәғлүмәт етерлек. Партия күптән ярҙамға мохтаждар менән әүҙем эшләй һәм, уларҙы исемләп тиерлек белмәһә лә, йәшәгән урындары, социаль хәле менән яҡшы таныш, — ти Диана.
Ғөмүмән, “Изгелек кәрзине” өсөн аҙыҡ-түлектең исемлеге киң һәм хаҡтары ла үтә тешләшмәй. Әйтәйек, макарон 11 һум торһа, ҡарабойҙайҙы 39 һумға һатып алырға мөмкин. Кәрзингә 82 һумлыҡ шоколад, йә булмаһа 89 һумлыҡ балыҡ консерваһын һалырға ла була. Яҡынса 150-200 һумға бына тигән йыйылма туплана. Ҡыҫҡаһы, барыһы ла һинең теләгеңдән һәм мөмкинлегеңдән тора. Иң мөһиме — быларҙың барыһы ла һуңғы тинен иҫәпләп йәшәргә мәжбүр булғандарға ҙур ярҙам буласаҡ.
Диана һатып алыусылар менән аралашҡан арала, Әлфиәгә һүҙ ҡушабыҙ.
— Кемдәр ҡатнаша тиһегеҙме? — ти ул һорауыбыҙҙы яңынан ҡабатлап. — Башлыса ҡатын-ҡыҙҙар. Ирҙәр бик һирәк килә. Бәлки, оялаларҙыр...
— Дөйөм алғанда, акцияның барышы менән ҡәнәғәтһегеҙме?
— Иң мөһиме — һөҙөмтә бар. Айырыуса ял көндәрендә кәрзиндәрҙе бер нисә тапҡыр бушатып алабыҙ. Тимәк, халыҡ битараф түгел. Ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итергә тырышалар. Унан һуң проект башланып ҡына тора, киләсәктә ул тағы ла киңерәк йәйелдерелер тип ышанам, — ти ул.
Ул арала оло йәштәге инәй “Изгелек кәрзине”нә ике әсмуха сәй һалып китте.
— Бер тин аҡсаһыҙ ултырыуҙың нимә икәнен беләм... Үҙемә балаларым менән ейәндәрем ярҙам итә. Уларға рәхмәт. Минең бүләктәрем дә кемделер ҡыуандырһа, сикһеҙ шат буласаҡмын, — тине ул.
Акцияла республика буйынса барлығы 80 магазин ҡатнаша. Өфөләге сауҙа селтәрҙәрендә 20 кәрзин ҡуйылған да инде. Ошо арала ҡалған 60-ы республика ҡала һәм райондарына ебәреләсәк. Партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары Александр Самсонов белдереүенсә, Стәрлетамаҡтан, Салауаттан, Нефтекаманан өҫтәмә кәрзиндәр урынлаштырыу тураһында тәҡдимдәр килгән. Тимәк, акцияның дауамы буласаҡ.