Бүләккә – оҫталарҙың ҡоралы17.05.2016
Ошо көндәрҙә баш ҡалабыҙҙа Владимир Спиваковтың I Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсы тамамланды. Алты көн дауамында ҡаланың мәҙәни йәмәғәтселеге музыка сәнғәте күгендә яңы “йондоҙҙар” ҡабыныуына шаһит булды.
Донъяның ете иленән талантлы 12 йәш музыкант үҙенең оҫталығын күрһәтеү өсөн Өфөгә йыйылды. Улар араһында яҡташыбыҙ Анастасия Мамяшева ла бар ине. Ул “Өмөт” һәм “Тамашасы һөйөүе” приздарына лайыҡ булды.
Бәйгелә еңеүселәрҙең барыһына ла ҡиммәтле бүләктәр – билдәле оҫталарҙың скрипкалары тапшырылды. ХIХ быуаттағы Турин оҫтаһы Карло Джузеппо Оддоненың музыка ҡоралы беренсе премияны алған Швециянан Даниэль Лозаковичҡа эләкте.
– Башҡортостанда донъя кимәлендәге ҙур ваҡиға булды. Сараға ябай кешеләрҙең килеүенә, ҡатнашыуына айырыуса ҡыуандым, – тине еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында ойоштороу комитеты рәйесе Владимир Спиваков. Маэстро Өфөлә конкурс уҙғарыу башланғысын тәҡдим иткән төбәк етәксеһе Рөстәм Хәмитовҡа рәхмәт белдерҙе. Киләһе конкурсты Өфөлә тағы ла ике йылдан үткәреү ниәте бар.
Гала-концертта еңеүселәр Даниэль Лозакович, Агнеш Лангер (Венгрия), Маи Судзуки (Япония) һәм Леонид Железный (Рәсәй) сығыш яһаны. Йәш музыканттарға Милли симфоник оркестр булышлыҡ итте, ә дирижерлыҡты Владимир Спиваков үҙ иңенә алды.